6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Кесе Зубарев Канадаға осасаҡ
11.05.05


       Ошо көндәрҙә "Салауат Юлаев" мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Рәс әй йәштәр йыйылма командаһы капитаны Андрей Зубаревтың Мәскәүҙә Канада ға барыу өсөн виза рәтләү менән мәшғүл булыуы асыҡланды. Яҡы н арала был илдә алдағы миҙгелдә Милли хоккей лигаларына һайланасаҡ йәш уйынс ылар тест
       үтәсәк.
       Зубаревтың Өфө клубы менән килешеүе быйылғы йылдың апреле ндә тамамланды. Тимәк, кесе Зубарев ирекле агент һәм үҙенә яңы к оманда һайлау хоҡуғына эйә. Әлегә Андрей ниндәй клубты һайла рын билдәләмәгән әле. Был йәш уйынсы Рәсәйҙең иң көслө клуб менеджерҙары хыялланған йондоҙ булмаһа ла, бәлки, "Салауат Юлаев" үҙ тәрбиәсеһенә лайыҡлы к онтракт тәҡдим итер.
       Әлегә Зубарев Канадала үтәсәк тестарҙа ҡатнашырға йыйына тип әйткәйнек инде. Яңы перспективалы уйынсылар был сараларҙ а үҙҙәрен күрһәтеү маҡсатында ҡатнаша. Күнекмәләр боҙ һәм сәкән тота белеүгә тү гел, башлыса физик көскә бәйле.
       Өфө клубы һәм Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһының тағы бе р перспективалы уйынсыһы Дмитрий Зюзиндың "Салауат Юлаев" менә н тағы дүрт миҙгелгә контракты бар әле. Ул тестарға барманы, сөнки киләһе драфт ваҡытына уға 18 йәш тулып өлгөрмәй. Әлегә Дмитрий тренировка ларҙа ла ҡатнашмай, "Тракторға" ҡаршы уйында алған мейе һелкенеүенән һуң дауалана, ял итә.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал