6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ял

Измир, Измир! Йәки машина тәҙрәһенән күҙәтеүҙәр
29.09.03


       Тыуған яғыңда ғүмер кисереү ҡәнәғәтләндермәй икән, сик а ша сығып, башҡа халыҡтың нисек йәшәгәнен күҙәт. Сит ил кешел әренең кәмселектәрен уларға эш буйынса килгәндә күрәһең икән
       ул. Күреп кенә ҡалмайһың, уларҙың йәшәйешен ихтыярһыҙ үҙ то рмошоң менән сағыштырырға тура килә.
       ... Измир һүҙе бөтә донъяға сауҙа символы булып яңғырай.
       Был ҡала халҡы элек - электән тауар һатыу менән көн күргән.
       Уларҙың холоҡ үҙенсәлектәре лә ошонан киләлер, күрәһең: көн
       дә күрешкән күршеһе булһынмы ул, әллә Гренландиянан килгән ҡунаҡмы, Измир кешеһе мотлаҡ уның менән сауҙалашып, берәй әй берен һатып ебәрәсәк.
       Төрөктәрҙең йәшәү урынын уңай, әлбиттә. Дүрт миллион ҡал а даға формаһында Эгей диңгеҙе ярында урынлашҡан. Ҡомда ҡыҙы нып һыу инеү тураһында уйларға ла ярамай. Был урын бары тик порт өсөн генә билдәләнгән. Ял итеү өсөн иһә ҡаланан ситкә с ығырға, бының өсөн сәғәт ярым тирәһе машинала һелкенергә кәр әк. Шулай итеп Измир диңгеҙ һәм тауҙар араһындағы ҙур булма ған ер киҫәгендә урынлашҡан. Шуға күрә бында ер алтын бәрәбә рендә тип әйтергә була. Ус аяһындай ғына урындарҙа ла йортта р төҙөлгән һәм улар һаман да өҫкә табан үҫеүен дауам итә. Ғә жәп, әммә төрөк төҙөүселәре тәбиғәт катаклизмдарынан ҡурҡмай ынса -- тирә - яҡта ни тиһәң дә диңгеҙ һәм тауҙар бит-- күп ҡатлы йорттар төҙөй.
       Архитектура ла иҫ китерҙәй тойолманы миңә. Хатта элитал ы иҫәпләнгән торлаҡ йорттары ла беҙҙәге һымаҡ батша һарайын хәтерләтмәй, ябай ҡумта формаһында төҙөлгән, ә балкон тәҙрәл әре һәр ваҡыт ҡаплаулы. Бының сәбәбе тышта эҫелектең 45 град устан да түбән төшмәүе арҡаһында инде.
       Юл хәрәкәте тураһында айырым һөйләшергә кәрәк. Измирҙа булған бер нисә көн эсендә мин бер ниндәй ҙә транспорт бәрел ешеүен күрмәнем. Итәғәтлелектәре менән айырылып торған шофер ҙар юл ҡағиҙәләрен бик ентекле үтәй. Ҡалала рөхсәт ителгән т иҙлек сәғәтенә 70 километр. Машинала беҙҙәге кеүек рәхәтлән еп ҡыуып та булмай, сөнки урын юҡ, автомобилдәр бер - береһе нә тейә яҙып хәрәкәт итә. Тағы бер үҙенсәлек -- һул яҡҡа бор олоштарҙың булмауы. Урамдың бер яғынан икенсе яғына эләгеү ө сөн бер километр тирәһе алға барырға, һуңынан шул уҡ араны к ире яҡҡа үтергә кәрәк. Йәйәү барыуы еңелерәк, бер һүҙ менән әйткәндә. Уң яҡҡа боролоу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, был яҡҡа хәрәкәттә бер нисә светофор эшләй.
       Юлдарҙың ҡаплауы бик яҡшы торошта булыуын билдәләргә кә рәк. Был климаттан тора, әлбиттә. Беҙҙең аңлауыбыҙса ҡыш ул арҙа бөтөнләй юҡ ( иң һалҡын ваҡытта ла температура 13 - 14 градустан түбән төшмәй).
       Төрөк йорттары алдында ихата юҡ тип әйтергә була: өйҙә н сыҡҡас уҡ урамға аяҡ баҫаһың ( был төрөктәргә минус, ә беҙ гә плюс -- беҙҙә ни тиһәң дә бала - сағаға уйнарға урын бар) . Икенсе яҡтанҡарағанда, майҙандың аҙ булыуы республиканың б ылай ҙа берҙәм халҡын тағы ла берләштерә. Ҡарты ла, йәше лә эш көнөнән һуң мәҙәниәт паркына юл тота, ул иһә беҙәгенән ай ырмалы рәүештә төн уртаһына тиклем эшләй. Билеттар хаҡы сама
       буйынса бер тирә булһа ла, аттракциондарҙа йөрөү ваҡыты беҙ ҙәге менән сағыштырғанда бер нисә тапҡыр артығыраҡ.
       Измирҙарҙа күргәҙмә эшмәкәрлеге буйынса алға китеш һиҙ елә. Быйыл ғына 72 (!) тапҡыр үткән Измир сәнәғәт йәрминкәһе н кем генә белмәй икән!
       (Дауамы бар)

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал