6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Еңеү байрамына иң яҡшы бүләк - китап
06.05.05


       Башҡортостан "Китап" нәшриәте Еңеү көнөнә бына тигән бү ләк әҙерләне. Байрам алдынан Бөйөк Ватан һуғышы тураһында 11
       китап донъя күрҙе. Бик сағыу итеп эшләнгән баҫмалар төрлө жанр һәм позициянан тороп
       һуғыш хаҡында бәйән итә.
       14 томлыҡ "Они вернулись с Победой" (рус телендә) китабы
       Бөйөк Ватан һуғышынан тере ҡайтыусы һалдаттарҙың исемдәрен мәңгеләштерә.
       Унда яугирҙарҙың фамилияһы һәм ҡыҫҡаса биографияһы алфавит буйынс а бирелә.
       "Ветераны Башкортостана" (авторҙар коллективы, рус телен дә) - республикала ветерандар хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүе, ү ҫеше һәм бөгөнгө көнө тураһында. Китап фронт яланында йәки т ылда еңеү көндәрен яҡынайтыусылар тураһында һөйләй.
       "Слава башкирских конников" (Фәрит Вәхитов, Надежда Камал ова, рус телендә) яугир - кавалеристар батырлығына арналған баҫма. Күренекле 112 - се Башҡорт кавдивизияһына ҙур урын бирелә.
       "Письма огненных лет" (Фәрит Вәхитов, башҡорт һәм рус тел дәрендә). Йыйынтыҡтың икенсе китабына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы лар һәм уларҙың яҡындарының хаттары, көндәлек яҙмалары, иҫтәлектәре ингән. Окоп һәм госпиталдәрҙә яҙылған был өсмөйөштәрҙә яҙмыш тар фажиғәһе, иң мөһиме - Бөйөк Еңеүгә ышаныс ярылып ята. Ха ттарҙа мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, үҫеп килеүсе быуын һәм ҡарт ата - әсәләр тураһында һөйләнә.
       "Фронт в тылу врага" (Даян Мурзин, рус телендә). Китап ав торы - Ян Жижка исемендәге билдәле бригада командиры, легенд ар "Ҡара генерал" фашист Германияһы баҫып алған биләмәләрҙә йәшерен көрәш алып барыус ы партизан һәм разведчиктар хаҡында бәйән итә.
       "...И чтобы помнилась война" ( авторҙар коллективы, рус т елендә). Еңеү байрамы ваҡытҡа, сәйәси ағымдарға буйһонмай. Йыйынтыҡта һуғы шта ҡатнашыусыларҙың үткән йылдар ваҡиғалары хаҡында иҫтәлектәре
       бөгөнгө заман күҙлегенән сығып баһалана.
       "Үткән һуғыш ауазы" (башҡорт һәм татар телендә) китабының
       авторҙары - һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, шағир һәм яҙыусылар, журналист ар. Улар күп төрлө жанрҙарҙа һуғыш һәм ул килтергән юғалтыуҙ ар хаҡында һөйләй һәм замандаштарын уяу булырға саҡыра.
       "Йондоҙҙар аҫтында һигеҙ ай" (Мансаф Ғиләжев, башҡорт тел ендә). 1944 йылда немец илбаҫарҙарынан азат ителгән халыҡҡа матди ярҙам күрһәтелә башлай. Үҙенең китабында автор тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығ ы тураһында һөйләй: һигеҙ ай дауамында, меңдәрсә километр юл
       үтеп, учалылар Украинаға 450 баш мал алып бара.
       "Ут эсендәге мөхәббәт" (Суфиян Поварисов, башҡорт телендә ). Автор үҙ геройҙары - 469 - сы миномет полкы һалдаттары һәм командирҙа рының рухи
       донъяһын аса. Нигеҙендә реаль ваҡиғалар һалынған был әҫәр б ашҡорт әҙәбиәте китапханаһында лайыҡлы урын биләйәсәк.
       "Яуҙарҙа сыныҡҡан мөхәббәт" (башҡорт телендә) йыйынтығыны ң авторы - билдәле башҡорт шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғилемдар Рамазанов. Ул
       үҙ әҫәрҙәренең күп өлөшөн ошо темаға арнай.
       Башҡорт әҙибе Әнүәр Бикчәнтәевтың "Нисә йәш һиңә, комисса р" һәм "Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар" повестары Бөйөк Ватан һуғышында ҡы йыулыҡ күрһәткән Өфө малайы Азат Байғужин һәм башҡа үҫмерҙәр тураһы нда. Яҙмыш ҡушыуы буйынса полицайҙарҙа денщик булып эшләүсе Азат партизандар отрядына эләгә һәм командир Оксана Белокураяның адъютантына әйләнә. Бәләкәй геройҙың иңенә төшкән һынауҙар уны Ватандың ҡыйыу һа ҡсыһы итеп тәрбиәләй. Был баҫмаларҙың барыһын да республика китапханаларында йәки китап магазиндарында табырға мөмкин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал