6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Йола буйынса ҡәләмдәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ
06.05.05


       Май - йылдың иң матур айҙарының береһе. Ағас бөрөләре б үртә, муйыл сәскәһе еҫе аңҡый, алмағас, сейә сәскәләре башты әйләндерә, һуңынаныраҡ шаулап сирень сәскә ата... Газондарҙа тәүге сәск әләр уяна... Ҡояш иркәләп йылмая. Шатланырға сәбәптәр етерлек. Бынан тыш майҙа байрамд ар ҙа күп: 1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, 7 май - Радио көнө, 9 май - һ әр кем өсөн изге булған Еңеү байрамы. Совет власы ваҡытында үҫкәндәр - Матбуғат көнө тип тә өҫтәр ине, моғайын.
       Журналистар өсөн был көндөң ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын хәтергә төшөрәйек әле. Рәсми яҡтан ҡарағанда, был илебеҙҙә иң төп гә зиттәрҙең (СССР тарҡалғанға тиклем, әлбиттә) береһе булған "Правданың"
       тыуған көнө. "Правдала" иң тәжрибәле, иң "дөрөҫ" журналиста р эшләүе барыһына ла мәғлүм ине. Тираж буйынса был гәзит менән йөкмәткеһе буйынса
       ҡыҙыҡлыраҡ, ҡыйыуыраҡ "Комсомольская правда" ғына ярыша ала
       ине, буғай.
       Әммә, боронғолар әйтмешләй, барыһы ла аға, барыһы ла үҙгә рә. Беҙ үҙебеҙҙең профессиональ байрамыбыҙ булыуы менән ғорурлана то рғайныҡ. Бынан тыш был байрам тураһында журналист һөнәренә ҡыҫылышы б улмағандарҙың да белеүе лә ҡыуандыра ине. Ниндәй баҫмала эшл әүеңә ҡарамаҫтан, иртә менән ҡотлауҙар яуа башлай. Ғәҙәт буй ынса, ҙур ойошмаларҙа тантаналы йыйылыштар үтә, унда гәзит һәм радио хеҙмәткәрҙәренән башҡа,
       штаттан тыш хәбәрселәр армияһы, ветерандар саҡырыла ине.
       Бөгөн дә журналистарҙың профессиональ байрамдары бар. Дөй өм Рәсәй буйынса - был көн 13 ғинуарҙа билдәләнә. Халыҡ - ара даталар
       ҙа етерлек - журналистар теләктәшлеге көнө, матбуғат азатлығы көнө һәм ба шҡалар. Республикала, билдәле буйынса, Матбуғат көнө 14 июндә билдәл әнә. Барлыҡ даталарҙы ла яңылышмайынса атап үтеүселәр табылы рмы икән Шикләнәм. Теге йәки был журналистар ойошмаһында эшләүсе генә был датал арҙы тотош иҫләүе ихтимал. Ә бына 5 май тураһында өлкәндәр б арыһы ла белә ине. Шуға күрә был көнө беҙ йола буйынса бер -
       беребеҙҙе, ҡәләмдәштәребеҙҙе
       ҡотлайбыҙ.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал