6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Енәйәтсе ҡуштандары шаһиттарға янай
06.05.05


       Башҡортостан Республикаһының Юғары судында инде икенсе ай ун йылға яҡын ваҡыт эсендә законһыҙ рәүештә наркотиктар һ аҡлау, уны республикаға ҡайтарыу һәм һатыу менән шөғөлләнгән енәйәтсел төркөмдөң эше
       тикшерелә. Ғәйепләнеүселәр эскәмйәһендә алты кеше ултыра: д үрт ир һәм ике ҡатын - ҡыҙ. Енәйәт эше БР буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә т отоу буйынса РФ Федераль хеҙмәт идаралығы тарафынан ҡуҙғатыл ды һәм судҡа тапшырылды.
       - Был процесс барышында шаһиттарҙы яҡлау буйынса быға тик лем булмаған саралар күрелә, - тип хәбәр итте идаралыҡтың ма тбуғат хеҙмәткәре Константин Максимов. - Сөнки дүрт шаһитҡа һөжүм итеү осрағы булды. Һөжүм итеүселәр уларҙы күрһәтмәләренән баш тартырға м әжбүр итергә тырыша. Үҙ ғүмерҙәренә хәүеф янауынан ҡурҡып, у ларҙың күбеһе быға ризалаша, тик
       шаһиттарҙың береһе генә уның шәхси хәүефһеҙлеген тәьмин итк ән осраҡта
       судта сығыш яһарға ризалашты. Тикшереү барышында ла, судта ла ул икенсе исем аҫтында сығыш яһаны. Судья, дәүләт ғәйеплә үсеһе һәм адвокаттарҙың
       һорауҙарына күрше бүлмәнән яуап бирҙе. Тауышынан танымаһын дар өсөн шаһит хоҡуҡтарын яҡлау программаһы сиктәрендә эксперт - крим иналистика бүлеге хеҙмәткәрҙәре тауышты үҙгәртеүсе махсус компьютер про граммаһы урынлаштырҙы.
       Тәфтишсе Леонид Ермолиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, тиикшереү
       барышында наркотик һатыусыларҙың енәйәт юлы менән табылған мөлкәте - ҡиммәтле сит ила машиналары, ҡорал, шулай уҡ ике м иллион ярым һум аҡса тартып алына. Шулай булыуына ҡарамаҫтан , ғәйеплеләр ете юғары квалификациялы адвокат ялларлыҡ аҡса тапҡан. Уларҙың береһе Рәсәй адвокаттарының "алтын бишәү" иҫ әбенә инә.
       БР Юғары суды рәйесе ярҙамсыһы Мәхмүт Хужин әйтеүенсә, ен әйәт эшенең материалдары 42 том тәшкил иткән, эш буйынса уты ҙға яҡын шаһит үтә, тимәк енәйәт эшенең тамамланыуы хаҡында һүҙ йөрөтөргә иртәрә к әле. Хөкөм кәмендә июнь айында сығарыласаҡ. "БАШвестЪ" ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барыуын дауам итә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал