6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Баймаҡта" сувенир етештереү киң йәйелдерелә
06.05.05


       "Баймаҡ" халыҡ һөнәрҙәре үҙәге Башҡортостанда ғына түгел , унан ситтә лә билдәлелек яулап өлгөргән предприятие. Уның етәксеһе, күптән түгел генә Рәсәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһы дипломына лайыҡ булыу ысы Вилүр Рәхмәтуллин Көньяҡ Урал өсөн уникаль булған, онотолоп барған халыҡ кәсептәрен тергеҙеү менән шөғөлләнгән производство булдырыу ға өлгәште.
       Сәнәғәт ағымына яраҡлаштырылмаған предприятие ғәҙәттә баш та килемһеҙ эшләүгә дусар була.
       - Теләйһеңме - юҡмы, сувенирҙар етештереүҙе башҡа производ ствонан ингән аҡса менән ҡапларға тура килә, - тип һөйләй Ви лүр Зиннәт улы. - Мин
       сувенирҙар цехы асыу тураһында хыялымды бер ун йыл ғына йөр өткәнмендер. Беҙҙең республика сауҙаһында сит илдән индерел гән төҫһөҙ сувенирҙарға өҫтөнлөк бирелеүен мин бер ҙә хупламайым. Уларҙа олатай һәм оләсәйҙәрҙең фольклорында тәрбиәләнгән рәсәйленең үҙенсәлекл е рухы сағылмай. Штамп буйынса пластмассанан изделиелар етеш тереү ҙә әйберҙең үҙҡиммәтен төшөрөүгә һәләтле, әлбиттә, тик улар һатып алыусыларҙы бары тик үҙенең түбән хаҡы менән генә йәлеп итеүгә һәләтле. Бер һүҙ менән әй ткәндә, үҙәктә сувенирҙар етештереүгә тотоноп, беҙ финанс яғ ынан үҙебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙыҡ тип әйтһәк тә була.
       Вилүр Зиннәт улы - ысын энтузиаст, уйлағанын аҙағына етке рергә ярата.
       Етештереүҙе ойоштороу өсөн талантлы оҫталарҙы ҡайҙан табырғ а тигән проблеманы хәл итеүгә ул ике йыл ваҡытын сарыф итә. Башта пр оизводство өсөн башланғыс капитал туплай, оҫталарҙы буш ваҡыттарында ағ астан төрлө әйберҙәр эшләргә яратыусылар араһынан таба.
       Вилүр Зиннәт улының өҫтәл өҫтөндә ҙур булмаған, һырлап э шләнгән ағас ҡумталар теҙелгән. Улар йүкәнән эшләнгән һәм әлегә лак менән
       ҡапланмаған. Иң ҡыҙығы шунда - уларҙың береһенең дә һүрәте ҡабатланмай. Ул ғына ла түгел, һәр ҡумта үҙенсәлекле, бер төрлө ике ҡумта табыуы мөм кин түгел.
       - Йүкәне Бөрйәндән ҡайтарабыҙ. Алыҫыраҡ, әлбиттә, әммә бы нда башҡа ағас файҙаланыу килешмәй. Йүкә менән эшләү оҫталарҙың сыҙамл ығын һәм эшкәрткән ваҡытта һаҡ тотоноуҙы талап итә. Ҡумталарға беҙ ки лендәрҙең бирнгә һандығы формаһын бирәбеҙ. Әйткәндәй, заказ буйынса ҙу р һандыҡтар ҙа эшләйбеҙ.
       Сувенирҙар етештереү тураһында һүҙ йөрөткәндә, уларҙың ас сортименты ярайһы уҡ бай булыуын әйтергә кәрәк- унлап төр сувенир эшләй беҙ. Һәм был производствоны киңәйтергә тырышасаҡбыҙ. Әлегә т ағы ике изделие тураһында пландар бар.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал