6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Миләшем - миләшкәйем...
06.05.05


       Миләш тураһында бик күп матур йырҙар йырлана. Рус телен дә "Уральская рябинушка" тигән йыр ҙа бар. Тик ни өсөн Урал миләше һуң, был ағас төрлө урында үҫә бит. Баҡһаң, эш уның авторҙарында - сығыштары Све рдловтан булған Евгений Родыгин һәм Михаил Пилипенкола икән. Бына шун ың өсөн был йырҙы бөгөнгө Екатеринбургтың гимны тип тә әйтер гә була.
       2003 йылда йыр 50 йәшен билдәләне. Был юбилейҙы нисек итеп мәңгеләштерергә була һуң Был һорау хатта Екатеринбургтың ҡа ла думаһында ла көн тәртибенә ҡуйыла һәм дума ҡала халҡының йырға ... һәйкәл ҡуйыу тураһындағы тәҡдимен яҡлап сыға. Тик ул ниндәйерәк ҡиәфәттә булырға тейеш Металдан биш метрлыҡ миләш яһап ултыртырҙар, моғайын.
       Дөрөҫ, ҡалала йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре мәңгелек йәшлек билдәһе б улған миләш аллеяһы ултыртырға тәҡдим итә. Ә монумент төҙөү халыҡ төҙөлөшө тип иғлан ителде.
       Йырҙың нисек барлыҡҡа килеүе лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ул Ст алин үлгән йылда яҙыла һәм Волга - Дон каналын төҙөүгә арнала. Әммә Род ыгин шағир Михаил Пилипенкоға яңы текст яҙыуын һорап мөрәжәғәт итә. Һәм
       тап ошо вариант халыҡ араһында популярлыҡ яулай һәм Пилипенкоға билд әлелек алып килә. Уның шиғри йыйынтыҡтары байтаҡ булыуға ҡар амаҫтан, тап бөҙрә миләш тураһындағы ябай ғына шиғри юлдары уның хаҡында иң мат ур иҫтәлек булып һаҡлана.
       Миләш! Ғәжәйеп ағас ул, сөнки үҙенең иң һуңғы япрағы, иң
       һуңғы емешенә тиклем беҙгә йәйҙе хәтерләтә. Инде урамда һал ҡын ҡыш, ә ҡоштар миләштең ҡып - ҡыҙыл емештәре менән һыйлан а. Бик күп витаминдар һаҡлаған ҡайһы бер ваҡыт емештән үҙең дә ауыҙ итмәйенсә түҙмәйһең. Миләш ор ганизмдың
       энергияһын һаҡларға һәләтле. Киптерелгән емештәре лә үҙенең
       сихәтле сифаттарын ике йыл дауамында һаҡлай. Миләш емешенең сөйәлдәр ҙе бөтөрә
       алыуын да барыһы ла белмәйҙер, моғайын. Һәм был ғына ла түг ел. Бер тапҡыр мине тоҙло ҡыяр һәм помидор менән һыйланылар, уларҙың
       тәмен мин бер ваҡыта ла онотмаясаҡмын. Хужалар оҙаҡ ваҡыт м иңә үҙ деликатестарын әҙерләү серен асманы, ә ул бик ябай булған икән. Помидор һәм
       ҡыяр тултырылған банкаға бер ус миләш һалына.
       Һеҙ ҙә шулай эшләп ҡарағыҙ, мотлаҡ оҡшаясаҡ. Һәм һуңғыһы.
       Миләш сихырҙан, күҙ тейеү һәм боҙомдан һаҡлай, тип иҫәпләнә. Миләш
       суҡтарын ғәҙәттә ишек башына эләләр. Британия утрауҙарында йыш ҡына м иләш ағасын йәшендән һаҡланыу һәм сихырға ҡаршы ултырта. Тим әк, "бөҙрә миләште" бик үк ябай ағас тип һанау ҙа дөрөҫ түгел.

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал