6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Нисек итеп имтихан тапшырырға һәм иҫән ҡалырға
06.05.05


       Уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша һәм өлкән синыфтар өсөн сы ғарылыу имтихандары тапшырыуға ла ваҡыт күп ҡалманы. Имтиханды улар
       төрлөсә ҡабул итә, кемдер өсөн ул лотерея уйыны булһа, икенселәре өс өн - үтә яуаплы һынау. Ысынбарлыҡта иһә ҡайһы бер уҡыусылар имтиханды һәр ваҡыт тип әйтерлек уңышлы тапшыра, ҡайһылары йыш ҡына "төшөп ҡала" икә н. Һәм бында кемгәлер бәхет йылмайыуы, кемдеңдер, киреһенсә, һәр ва ҡыт уңмауы төп сәбәп түгел. Имтихандар тапшырғанда интеллек туаль әҙерлектән тыш психологик әҙерлек булыуы ла бик мөһим. Был процедура органи змдың бик ныҡ көсөргәнеш кисереүенә килтереүе аңлашыла. Интенсив аҡыл эшмәкәрлеге, оҙайлы ваҡыт хәрәкәтһеҙ ултырыу, ял итеү һәм йо ҡлауҙың өйрәнелгән норманан кәм булыуы - былар барыһы ла уҡыусының дөйөм хәл - торошона йоғонто яһамай ҡалмай. Медиктар тикшереүе буйынса, имтихан в аҡытында 48 процент малайҙар һәм 65 процент ҡыҙҙарҙың кәүҙә ауырлығы кәмей. Невроз, хәүефләнеү тойғоһо, депрессия барлыҡ ҡа килеүе лә мөмкин. Республиканың ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль - психологик ярҙам күрһ әтеү үҙәгендә эшләүсе юғары категориялы психолог Наталья Дербеко раҫлауынс а, имтихандарға әҙерләнеүҙең дөрөҫ стратегияһын булдырғанда, әй телгән
       проблемаларҙан ҡотолорға була. Белгес фекере буйынса, киҫке н мәлдә башыңды юғалтмаҫ өсөн алдыңа саманан тыш ауыр бурыс ҡуйырға ярамай. Аҡыл һәләтеңде, мөмкинселектәреңде, һаулығыңды ла саманан ар тыҡ баһалама. Хәлдең һләкәткә әйләнеүен көтөргә кәрәкмәй, уға ал дан, тыныс мөхиттә, өлөшләп әҙерләнә башлау мотлаҡ. Әгәр ҙә көс туплауы
       ауыр бирелә икән, иң еңел һорауҙан башлағыҙ.
       Наталья Григорьевна эске көсөргәнеште кәметеү, хатта кәйе фте күтәрергә мөмкинселек биреүсе бер нисә күнекмә тәҡдим итә.
       Билет алғас ( йәки яҙма эш алдынан), уңайлы итеп ултырырғ а, арҡаны турайтырға. Бер нисә тапҡыр "Мин тыныс" тип ысын күңелдән ҡа батларға, тәрән итеп тын алырға. Имтихан алдынан туйғансы йоҡлау һәм а ртыҡ күп ашамау һәм эсмәү ҙә мөһим, ти белгес.
       Наталья Дербеко күҙҙәр өсөн күнекмәләр тәҡдим итә. Әгәр к үҙҙәр арыһа, бөтә организм арыны, уға имтихан һорауҙарына яуап биреүе ҡый ын тигән һүҙ. Беренсенән алмаш - тилмәш өҫкә - аҫҡа ҡарап ал ырға (15 секунд), шул тиклем үк уңға - һулға ҡарарға кәрәк.
       Икенсе күнекмә күҙҙәр менән үҙ исемеңде "яҙыуҙы" талап ит ә. 20 секунд дауамында алыҫтағы бер әйбергә текләп тороу ҙа күҙҙәргә ял и теп алырға мөмкинселек бирә.
       Имтиханда тышҡы ҡиәфәт тә ҙур роль уйнай, тип һанай Натал ья Дербеко һәм артыҡ сағыу, ҡысҡырып торған кейемдән, биҙәнеү әйберҙәре нән баш тартырға тәҡдим итә. Яңы өҫ һәм аяҡ кейеме кейеп килеү ҙә к әрәкмәй, сөнки яуаплы мәлдә улар уңайһыҙлыҡ тойғоһо тыуҙырыу ы ихтимал.
       Һәм бына имтихан мәле етте.
       - Һин әҙер! Һин уңышыңа ышанаһың! Ыңғай һөҙөмтәгә ышаныс - башҡарылған эштең яртыһы, - ти Наталья Георгиевна. - Шулай
       ҙа яуап бирергә йәки яҙма эшеңде тапшырырға ашыҡма. Үтәлгән мәсьәләне ситкә һалып торо п ,күҙҙәреңде йом һәм уйла: "Яуабыма бер нимә лә өҫтәргә тел әмәйемме" Ғәҙәттә иң яҡшы уйҙар хатты яҙып бөтөп, конвертты йәбештергәс килеүсән.
       Үҙ - үҙеңә ышаныс, асыҡланыуынса, уңыштың мөһим бер өлөшө , ул әйткән һүҙҙәрҙә түгел, үҙ - үҙегеҙҙе тотоуҙа күренергә тейеш. Әйтәй ек, әгәр имтихан биреүсе "Был бик ябай!" тип ысҡындыра икән,
       уҡытыусыла үҙ фәненең бик үк ябай булмауын иҫбатлау теләге тыуырға мөмкин.
       Дөйөм белем булғанда, күп кенә һығымталарға үҙаллы килерг ә мөмкин булыуын да онотмағыҙ.
       Шпаргалка күсергән ваҡытта хәтер күләме кәмей. Айырым хәл дәрҙә быға тиклем имтихан биреп сығыусыларҙы тыңлап алыу ҡамасауламай -
       бәлки улар һеҙгә кәрәкле мәғлүмәт бирә алыр.
       Әгәр һынау алыусы һорауҙы шаярыу ҡатыш бирә икән, быға кө лөп кенә ҡуймағыҙ, шаярып яуап та бирегеҙ.
       Һөйләү теленә лә иғтибар бирергә кәрәк. Ул асыҡ, аңлашылы усан булырға тейеш. Наталья Георгиевна мөһим һүҙҙәргә акцент яһарға, һөйл әү тиҙлеген, тауыштың тонын үҙгәртергә, мимика тураһында онотмаҫҡа кәңәш бирә.
       Әгәр имтихан алыусы һеҙгә шелтә яһай йәки, Хоҙай ҡушмаһын , бәйләнә
       икән, бәхәсләшергә түгел, ә яуап әҙерләр өсөн ваҡыт етмәүен ә ишара яһарға кәрәк. Был осраҡта түбәндәге диалогтар яңғыра уы мөмкин: "Һеҙ хаталандығыҙ. - Эйе, мин бутағанмын", "Һеҙ б елмәйһегеҙ. - Эйе, мин иҫкә төшөрә алмайым", "Бында һеҙ хаҡл ы түгел. - Эйе, мин иҫәпкә алмағанмын", "Һеҙ дөрөҫ билдәләмәнегеҙ. - Эйе, мин тулыһынса асыҡламағанмын".
       Яуап аҙағында һығымта яһарға кәрәк. Аҙаҡҡы фразалар мөмки н тиклем сағыуыраҡ булырға тейеш.
       Тик шулай ҙа имтиханды бирә алмаһағыҙ, көслө шәхестәрҙең хаталанғанда ла үҙ хатаһын таный һәм ҡабул итә белеүен хәтергә төшөрөгөҙ.
       Уларҙы төҙәтеүе бер ҡасан да һуң түгел. Әммә ул иртәгә була саҡ, ә бөгөнгә ял итегеҙ. Ҡыл да ҡыбырҙатмай ултырыусыларҙың ғына хаталанмағанын хәтерегеҙ ҙән сығармағыҙ.
       Һәм тағы ла. Наталья Дербеко имтихан алдында булған тулҡынл аныу тойғоһон еңергә ярҙам итеүсе аутотренинг алымдарын тәҡд им итә. Был тойғо, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, берәүҙәргә үҙ көсөн еңеүгә йүнәлтергә я рҙам итһә, икенселәрҙе клиник үлем хәленә алып барып еткерә. Тәүгеләрен ең тулҡынланыу ваҡытында эшмәкәрлек кимәле бер ни тиклем артһа ("стресс
       льва"), икенселәренең, киреһенсә, кәмей ( "стресс кролика") . Тулҡынланыуҙан ҡотолоп булмай икән, ҡасыу урынына көрәшкә ташланырға кәрәк. 1. Үҙ - үҙеңә приказ биреү. Уларҙы әйтеү үҙ - үҙеңде сиктән ысҡындырырға ярҙам итә. 2. "Һөжүм итеү" алымы. Махсус рәүештә тупланған һүҙҙәр ярҙам ында үҙегеҙҙең имтиханға ҡарашығыҙҙы белдерегеҙ (имтихан бар ғанда түгел, әлбиттә). 3. Имтиханды күҙ алдығыҙға килтерегеҙ һәм тулҡынланыу тойғоһ о барлыҡҡа килеү менән асыулы тауыш менән "Туҡта!" йәки "Тыныслан!" тип
       өндәшегеҙ. 4. Һеҙ теләгән барлыҡ сифаттарға эйә булған кеше образына ин егеҙ. 5. Имтиханда ниндәй генә баһа булғанда ла яҡындарығыҙҙың һеҙ ҙе яратыуын онотмағыҙ.
       Наталья Дербеко мәктәп аттестацияһы кеше өсөн тәүге етди , әммә кәрәкле һынау, тип иҫәпләй. Әгәр "ата - әсә - уҡытыус ы - уҡыусы" бәйләнешенә "психолог" та өҫтәлһә, был стресты һөҙөмтәлерәк үткәреп ебәр еүгә ҙур ярҙам булыр ине.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал