6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Валерий Майстренко: беҙ йәштәрҙең намыҫы булдыҡ
05.05.05


       Етмешенсе йылдарҙағы комсомол киҫкенлек һәм килешмәүсәнл ек йәһәтенән үҙҙәренә тиклем булған комсомолдарҙан ҡалышҡан. ВЛ КСМ ниндәй генә ҙур абруй менән файҙаланһа ла, коммунистик й әштәр ойошмаһы йылдан йыл демократик һәм хатта кешелеклерәк була барған. Комсомол халыҡты яратырға һәм уға идара итә белергә өйрәтте. Ленин комсомолын ың уңышын бөгөн күптәр ҡабатларға теләр ине, моғайын. Айырыуса БАМ кеү ек тиңе булмаған төҙөлөштәр йәки коммунизм төҙөүсе йәштәрҙең ғәжәйеп
       дәрте
       хаҡында һүҙ йөрөткәндә. Етмешенсе йылдарҙағы комсомолдың тө п ҡиммәте - уның халыҡ менән эшләй белеүендә, тип һанай 1975
       - 7979 йылдарҙа
       Башҡорт дәүләт университетының комсомол комитетын һәм Башҡо ртостан
       юғары уҡыу йорттарының комсомол комитеттары секретарҙары со ветын етәкләүсе Валерий Майстренко. Бөгөн ул БР тормош һәм эшмәкәр лек хәүефһеҙлеге буйынса ғилми - тикшеренеү институты директоры,
       профессор, химяи фәндәре докторы.
       - Валерий Николаевич, һеҙҙең ваҡытта комсомол үҙенең идео логик өлгөһө - комунистар партияһынан нимәһе менән айырыла и не Үҙ ҡарарҙарығыҙҙы ҡабул итеү хоҡуғына эйә булдығыҙмы
       - Комсомолды партия тәү сиратта кадрҙар әҙерләү өсөн төҙө нө. Һәм коммунистар был системаны бик яҡшы көйләгән ине. Октябрят, п ионер, комсомол ағзаһы, коммунист - дөйөм алғанда, балалар баҡсаһын ан уҡ кешене халыҡ менән һәм халыҡ араһында эшләргә өйрәтә башлайҙар. Һәм беҙ, етмешенсе йылдар комсомолы, идея өсөн эшләнек. Аҡса тураһынд а һүҙ ҙә барманы, барыһы ла үҙ теләгебеҙ менән эшләнә ине. Сөнки идея ға ысын күңелдән һәм ихлас ышандыҡ.
       - Студент комсомолы башлыса нимә менән шөғөлләнде
       - Вуз комсомолы комитеты үҙенең статусы һәм йоғонтоһо йәһ әтенән
       райкомға тиң һаналды. Университетта биш мең комсомол ағзаһы
       иҫәпләнә, был бик ҙур көс. Улар демонстрацияларҙан башлап төҙөлөш отря дтары ойоштороуға тиклем барыһы өсөн дә яуап бирә. Комсомол йәштәр   коллективының намыҫы булды, тиер инем мин, сөнки һәр бер, ха тта иң ваҡ мәсьәләләр, ғаилә эсендәге һорауҙарҙы ла иҫәпкә алып, комсом ол комитетында уртаға һалып тикшерелә ине. Егет һәм ҡыҙҙар йыйы лыша һәм ошо кешеләргә ярҙам итергә тырыша. Мин, секретарь булараҡ, д екандар менән тығыҙ эшмәкәрлектә булдым, улар минең менән кәңәшләшә,
       кәрәк икән, тура ректорға инә инек. Университеттың партия к омитетында минең тауыш
       йәштәр тауышы булды. Хәҙер ундай тығыҙ аралашыу механизмы ю ҡ.
       - Бар студенттар ҙа комсомол сафында инеме
       - 99, 99 процент тип әйтергә була, бәлки ике - өс кешене ң билеты булмағандыр. Был уларҙың мәктәптә насар уҡыуы йәки тәртибене ң ҡәнәғәтләнерлек булмауы хаҡында һөйләй. Шуға күрә беҙ комсом олға ҡабул итмәйбеҙ, әммә пертияға рекомендация бирә инек. Ул ваҡытта б ер уҡытыусыны партияға алыр өсөн, мин иң аҙы ун студентты рекомендацияларға тейеш. Был йәһәттән интеллигенцияға ҡыйынғ араҡ
       тура килде - эшсе - крәҫтиәндәр партияһы тип әйтелә ине би т.
       - Тимәк, һеҙҙең студент комсомолы эшсе комсомолдан айыры лған
       - Вуз комсомолы, беренсе сиратта, партия идеологияһын үтк әреүсе булды. Беҙ дүрт - биш кешенән торған бригадалар йыйып, республиканы ң ауыл һәм ҡасабаларына лекция уҡырға оҙатабыҙ. Партия съезы йәки плену мы үткәндән һуң беҙҙең сират етә - партияның тышҡы һәм эске сәйәсәтен ха лыҡҡа аңлатыу мотлаҡ. Мин ул ваҡытта обком бригадаһы менән йөрөнөм. Ауыл клубтары, район мәҙәниәт йорттары халыҡ менән шығырым тула. Сөнки лекц ияларҙа "Правда" гәзитендә бҫылмаған һәм телевизорҙан ишетелмәгән те малар
       тураһында һөйләнелә. Юҡ, беҙҙең менән бәхәскә инмәнеләр. Ау ылдарҙа, ғөмүмән, бәхәсләшергә өйрәнмәгәндәр бит. Әммә һорауҙарҙы би к күп бирә торғайнылар, айырыуса халыҡ - ара хәл - торош буйынса.
       Ул ваҡытта вуз комсомолында әүҙем тормош позицияһы буйынс а мотлаҡ аттестация үткәрелә ине. Һәр комсомол ағзаһы йыл һайын нимә эшләүе, булған проблемаларға ни тиклем битараф ҡалыу - ҡалмауы хаҡын да отчет бирә. Әүҙем тормош позицияһы булмағандарға ҡыйынға тура килә , әлбиттә. Комсомолдың икенсе мотлаҡ эше - комсомол отрядтары ойоштороу . Һәм өсөнсөһө - студенттар коллективына белем алырға ярҙам итеү, бында мәҙәни ял - конкурс, смотр, ял кисәләре ойоштороу ҙа и нә.
       - Институтта һеҙҙең башҡа конкуренттарығыҙ булманымы
       - Профсоюз ойошмаһы идеологияға ҡыҫылманы. Даими эште ком сомол ойошмаһы башҡарҙы. Ул ваҡытта, мәҫәлән, уҡытыусылар дөйөм ят аҡ буйлап йөрөмәне - бының менән комсомол шөғөлләнде. Мәктәптәрҙе шефл ыҡҡа алдыҡ, пионер лагерҙарында ла вожатый эшен студентка - комсо молкалар башҡарҙы.
       - Комсомол белем алыу барышына йоғонто яһарға тырыша инем е
       - Булғыланы. Мин вуздың партком ағзаһы, факультет секрета рҙары партбюроға инә. Ә инде партбюро ул шундай урын, унда барыһы ла - уҡытыуға, көнкүрешкә ҡағылышлы һорауҙар ҙа тикшерелә. Ә ммә авторитаризм булманы. Беҙ хатта ректорҙан да отчет алыу хоҡуғына эйә булд ыҡ. Ул ваҡытта университетты легендар Шәйхулла Ченбарисов ет әкләй ине. Һәм ул һәр ваҡыт йәштәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалды. Ҡа йһы ваҡыт хатта ҡайһы берәүҙәрҙе комсомолдан сығармаҫҡа үтенеп тә барған саҡтар булды.
       - Ә комсомолдан йыш сығаралар инеме
       - Ундай осраҡтар ҙа булды. Партия ла, комсомол да йәштәрҙ ең әхлаҡи тормошон күҙәтеп кенә торҙо. Мәҫәлән, һеҙ балағыҙ булып та ҡ атынығыҙҙы ташланығыҙ икән - комсомолдан осоп ҡына сығасаҡһығыҙ. Ә был үҙ сиратында 99 процент вуздан ҡыуыласаҡһығыҙ тигәнде аңлата . Шуға күрә тәрбиәүи сара булараҡ был алым үтемле ине.
       - Ә комсомолдың ҡулынан килмәгән эштәр булдымы
       - Ул ваҡыттарҙа партия саҡырыуы буйынса эскеселеккә ҡаршы
       бик ҡаты көрәш ойоштролдо. Әгәр һин дөйөм ятаҡта эскән килеш күҙгә са лынһаң, шунда уҡ комсомол менән хушлашырға тура киләсәк. Етмешенсе й ылдарҙа наркомания тураһында һүҙ ҙә барманы, ул бик бәләкәй күләмдә булғанлыҡтан, ил алдында ундай проблема тормай ине. Дөйөм ят аҡта шприцтар табыу йәки граждандарҙың атыу ҡоралы йөрөтөүе ҡурҡыныс төш кенә булыуы мөмкин.
       Комсомол оператив отрядтар ҙа төҙөнө, хулигандар беҙҙән ҡур ҡа ине.
       - Ә неформалдарға ҡаршы нисек көрәштегеҙ
       - Булманы улар беҙҙең ваҡытта. Етмешенсе йылдарҙа хиппи һ әм стилягаларға теймәйҙәр ине. Рокерҙарҙы ла тәрбиәләргә тыр ышыу булманы. Комсомол ағзалары үҙҙәре "Битлз" менән Высоцкийҙы тыңланы - уның өсөн эҙәрлекләүҙәр булманы, ғөмүмән, был һәр кемдең шәхси эше тип
       һанала ине. Барлыҡҡа килеүсе дини ойошмалар менән проблемал ар булғыланы. Бер егетте комсомолдан сығарыуҙарын хәтерләйем , ул бөгөн дин әһеле (священник). Устав буйынса комсомол ағзаһы Аллаға ышанырға тейеш түгел ин е, аңлағыҙ. Әммә эстән генә барыһы ла ышанғандыр, моғайын.
       - Төҙөлөш отрядтарында эшләргә теләк белдереүселәр эш уры нына ҡарағанда күберәк булған осраҡтарҙы хәтерләйһегеҙме
       - Дөрөҫөн әйткәндә, юҡ. Ул ваҡыттағы разнарядкалар буйынс а студенттар
       йөҙ процент тип әйтерлек төҙөлөш отрядтарында ҡатнашырға те йеш ине. Мин йәй һайын бер начальниктан икенсеһенә йөрөп, за водтарҙан материалдар
       талап итеү менән шөғөлләндем. Йәй эсендә объектты төҙөп бөт өрөргә кәрәк бит. Хәҙер ғорурланырлыҡ урын бар - Белорет - Ш ишмә тимер юлы комсомол, төҙөлөш отряды студенттары тарафына н төҙөлгән. Языковолағы ҡошсолоҡ фабрикаһы - университет комсомолының эше.
       - Шулай ҙа ниңә комсомолдың ғүмере бик ҡыҫҡа булды һуң
       - Мин был турала бик күп уйлағаным бар - идеология көрсөк кә терәлде. Ул ваҡытта комсомол ғына түгел, беҙ барыбыҙ ҙа юҡҡа сыҡтыҡ. Хал ыҡ идеяларға ла, ул ваҡыттағы иҡтисадҡа ла ышанмай башланы. Комсомол үҙенең ойоштороусы башланғысы булған партияһыҙ ҡалғас, таянысын юға лтты.
       - Бөгөн комсомол тәжрибәһенең кәрәге тейер инеме
       - Күп нимәне файҙаланырға булыр ине. Хәйер, сәйәсмәндәр б ылай ҙа тырыша: "Идущие", "Вместе", "Наши" һәм башҡалар барлыҡҡа кил де бит - һулдарҙың да, уңдарҙың да йәштәрҙән торған ҡанаттар ы бар. Йәғни беҙҙең теоретик һәм практиктар йәштәрҙе йәлеп итергә һәм өйрәтергә,
       уҡытырға кәрәклеген аңлай. Сәйәсмәндәр юҡтан барлыҡҡа килмәй, уларҙы үҫтерергә
       кәрәк. Шуға күрә йәштәр ойошмалары булырға тейеш. Мәктәптә лә уҡыусыларҙы нисектер ойоштороу сараһын күреү мотлаҡ.
       - Тимәк, комсомолды тергеҙергә кәрәк тип һанайһығыҙ
       - Мин бөгөн юғары уҡыу йортонда уҡытам һәм студенттарҙың күпселеге үҙ ыңғайына йәшәүен күрәм. Бөгөнгө йәштәр ойошмаларының етди ид еяһы ла юҡ, минеңсә. Бер нисә яҡшы ойошма булһын, теләйһегеҙ
       икән, улар үҙ - ара ярышһын. Тик ниндәй ҙә булһа идея тирәләй. Бушлыҡта оҙаҡ йәш әп булмай. Комсомолды йәлләргә, тергеҙергә маташырға кәрәкмәй. Мауығып һәм теләп эшләгән ваҡытта һәр заманды ла нормаль итергә була.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал