6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Спортсы организмы ҡаты туҡмалыуға бирешмәне
05.05.05


       Беренсе майҙан икенсе майға ҡараған төндә волей болсы, "Нефтяник Башкортостана" клубының элекке капитаны Вла димир Хроменковҡа дүрт билдәһеҙ кеше һөжүм итә һәм спортсыны йыртҡыстарса туҡмай. Асыҡланыуынса, уларҙы бары тик Владимирҙың аҡсаһы ҡыҙыҡһынды ра.
       Хроменковтың тормош иптәше Натальяның һүҙҙәре буйынса, ул
       көнө кис Владимир "Нефтяник Башкортостана" командаһының баш тренеры Ю рий Маричевҡа бара. Төнөн улар фатирҙан икәү бергә сыға. Маричев
       кире өйөнә инеп китә, ә волейболсы фатирына ҡайтып етә алмай. Наталья б еҙгә дүрт кешенең Владимирҙы аяуһыҙ туҡмауҙарының шаһиты булыуы тураһ ында белдерҙе. Һәм инде иҫен юғалтҡан волейболсының аҡсаларын алы п ҡасалар. Дүртәүләп бер кешегә ҡаршы - геройлыҡ, әлбиттә!
       "Тиҙ ярҙам" зыян күреүсене дауаханаға иртәнге сәғәт дүртт әрҙә генә алып килә. Натальяға иренең реанимацияға эләгеүе тураһында кисен генә мәғлүм була. Кисә ниһайәт Владимир иҫенә килә һәм ҡатынын таный. Әл егә ул үҙе менән нимә булғанын йүнләп хәтеренә төшөрә алмай. Хроменковт ың йәрәхәттәре ауыр, әммә,табиптарҙың фекеренсә, спортсының һау лығына ҡурҡыныс янамай.
       - "Нефтяник Башкортостана" клубына ҙур рәхмәтемде белдерг ем килә, - ти Наталья, - улар беҙҙең өсөн бик борсола. Мин В ладимир менән ниндәйҙер хәл булғанын һиҙенгәйнем. Тик насар уйҙарҙы һәр ваҡыт ҡыуырға тырышаһың бит инде. Иң мөһиме - ул
       тере. Хәҙер милиция был эш менән әүҙем шөғөлләнә, ғәйеплеләр үҙ язаһын алыр тип өмөтләнәм.
       Владимир Хроменков күптән түгел генә "Нефтяник Башкортост ана" волейболсыларының иң билдәлеһе ине. Команданың рәсми сайты б иргән мәғлүмәт буйынса, ул 1974 йылдың 26 мартында Калугала тыуған . Рәсәйҙең спорт мастеры. "Нефтяник Башкортостана" клубында 2000 йылдан
       башлап уйнай. Был клуб өсөн суперлигала 150 матч үткәргән. Ҡатыны м енән ике ҡыҙ үҫтерәләр.
       Һуңғы миҙгелдә арҡаһы ауыртыу сәбәпле, Хроменков уйнамай,
       команданың статистикаһы менән шөғөлләнә ине. Был эш буйынса
       ла ул үҙен бик яҡшы күрһәтеп, Мәскәүҙә, Рәсәйҙең Волейбол федерацияһында эшләргә
       саҡырыу
       алды. Әлегә был пландар тормошҡа ашмай ҡала. Владимир Өфөлә дауаланырға ҡалырға мәжбүр буласаҡ, уның дауахана койкаһында
       күпме ятасағы әлегә билдәле түгел.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал