6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Футбол буйынса беренселек йәнләнә
04.05.05


       Футбол буйынса беренселек аҡрынлап йәнләнә бара, футбол к омандалары миҙгелгә инә һәм үҙ уйынын таба. Башҡортостан клубтары старт та бер аҙ тотҡарланып ҡалһалар ҙа, мөһим еңеүҙәргә өлгәшә алды - "Нефт яник" Ырымбур "Газовигына" ҡаршы матчта еңһә, "Содовик" "Ностаны" (Новотроицк) артта ҡалдырыуға өлгәште.
       Миҙгелдә тәүге гол
       Өфө "нефтселәре" беренселек өсөн миҙгелдәге тәүге матчын бик көслө команда - "Ностаға" (Новотроицк) ҡаршы үткәрҙе. Осрашыуға с порттың был төрөн яратыусылар бик күп йыйылды. 3500 кеше - Өфө өсөн ҙур һан. Көйәрмәндәр дәртләндереүе лә үҙенекен иткәндер, хужалар ярай һы уҡ яҡшы уйын күрһәтә алды.
       Осрашыуҙа барыһын да башҡарыусыларҙың оҫталығы хәл итте. Беҙҙең республикала футбол яратыусыларҙың барыһы ла Роман Орещуктың
       кем икәнлеген белә һәм уның гол индереү оҫталығы менән яҡшы таны ш. Тап ошо уйынсы "Ностаны" алға сығарҙы ла инде. Орещукты алмаштырыусы
       Киреев та юғалып ҡалманы һәм шулай уҡ гол индереп дан алды.
       Осрашыуҙа өфөлөләр 0 : 2 иҫәбе менән еңелде.
       Киләһе матчты "нефтселәр" Ырымбурҙа үткәрҙе. Өфөлөләр мен ән осрашыу алдынан урындағы "Газовик" Башҡортостандың төп фу тбол клубының ҡанын күп эсте тип әйтергә була. Осрашыу һөҙөмтәһе 0 : 0, һәм Стәр летамаҡ "Содовигы" ике мәрәй юғалта.
       Рәттән ике тапҡыр еңелгәндән һуң, "Нефтяникка" ныҡыш һәм оҫта командаға ҡаршы тороуы еңел бирелмәне. Бәхеткә ҡаршы, өфөлөл әр, үҙҙәренең билдәле яҡташтарына ҡарағанда отошлораҡ булып сыҡт ы. Суренскийҙың аҡыллы тактика алып барыуы күп командалар алдын а хәл итеп булмаҫлыҡ мәсьәләләр ҡуйғаны бар, һәм бына Ырымбур "Газовигы " уның сираттағы ҡорбаны. "Нефтселәр" 2 : 0 иҫәбе менән еңде һәм ту рнир таблицаһында ун беренсе урынға күсте. Беренсе голды был миҙг елдә Завьялов индерҙе. Беҙ команданың остазы Юрий Суренский менә н элемтәгә индек һәм уның һуңғы осрашыуҙан алған тәьҫораттар ы менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
       - "Носта" һәм "Газовик" менән осрашыуҙар беҙҙең уйынсылар ҙың физик йәһәттән әҙерлеге, футболсылар араһында үҙ - ара аңлашыуҙың яҡшы кимәлдә булыуын күрһәтте. Әгәр шул уҡ Новотроицк командаһы м енән осрашыуҙы иҫкә төшөрһәк, икенсе таймда беҙгә бер гол ғына ет мәне.
       Ырымбур матчында "Газовикка" һәр саҡ проблемалар хәл итер гә тура килде. Беҙҙең уйынсылар үҙҙәрен ышаныслы тотто. Бик матур ике гол индерҙек, күберәк тә була ала ине, әммә уларҙың ҡапҡа һаҡсыһы бер нисә
       тапҡыр хужаларҙы ҡотҡарып ҡалды. Беренсе таймда Завьялов бик шәп го л индерҙе. Был футболсының әле бик яҡшы уйындар күрһәтәсәгенә иманым ка мил.
       "Содовик" көслө конкурентын еңә
       Ырымбур "Газовигы" менән тигеҙ иҫәптән һуң "Содовик"беренсе
       дивизионға инеү буйынса төп конкурентларының береһен - "Нос таны" ( Новотроицк) мотлаҡ еңергә тейеш ине, сөнки алдынғы команда ауыр конкурен тлыҡ шарттарында турнир башында күп мәрәй юғалтырға тейеш түгел. "Содовик" был матчты ҡунаҡта үткәрҙе, был да команданың бурыстарын ҡат марлаштырҙы. 11 - се минутта уҡ Дауытов "Ностаны" алға сығар ҙы. Әммә тәнәфескә тиклем Передня иҫәпте тигеҙләп өлгөрҙө. К иләһе 45 минутта "Содовик" алға сығыу ғына түгел, үҙенең өҫтөнлөгөн нығытып та ҡуйыуға өлгәште. 54
       - се минутта Кудряшов, 65 - се минутта Зацепин гол индерҙе. Был осрашыу т ураһында "Содовиктың" баш тренеры Александр Игнатенко түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - "Газовиктан" еңелгәндән һуң беҙ егеттәрҙе тынысландырыр ға тырыштыҡ, әле чемпионат алда булыуын һәм уйынды дауам итергә кәрәклеге
       тураһында әйттек. Беренсе дивизионда урын өсөн төп конкуренттарҙың бер еһенә ҡаршы көрәш ауыр булды. Беҙҙең ҡапҡаға пенальти ғәҙел тип иҫәпләйбеҙ. Беренсе тайм аҙағында Сережа Передня иҫәпте тигеҙләне. Матчтың икенс е яртыһында өҫтөнлөк беҙҙең яҡта булды. Ивановты Кудряшовҡа алмаштырҙыҡ - һәм уйын көйләнде. Передняны ла Зацепин да бик уңышлы алмаштыра алды ®     Хәҙер "Содовик" "Урал - Волга буйы" зонаһының турнир табл ицаһында "Ладанан" (Тольятти) ҡала икенсе урында килә.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал