6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Дәртле, лирик, ихлас... торғаны ысын грузин инде!
04.05.05


       Башҡарыусының халыҡ араһында популярлығы нимәнән тора Яҙ ылған йырҙарының күплеге, төрлө янъялдарҙа ҡатнашыуы йәки бер туҡт ауһыҙ телевизор экранында күренеүенәнме Һанап үтелгәндең дә ниндә йҙер кимәлдә йоғонтоһо бар, әлбиттә. Тик шулай ҙа иң мөһиме - уны ң ихласлығы һәм "тере" сығыштарының сифатынан торалыр, моғайын. Ҡайһы бе р "йондоҙҙарҙың" концерттарҙа үҙ - үҙен тотошо йәһәтенән бик ү к яҡшы тәьҫорат ҡалдырмауы сер түгел.
       Был юлы нисегерәк булыр икән тип уйлана - уйлана уның кон цертына әҙерләнәм. Йырҙары матур, тик бик аҙын ғына хәтергә төшөрә а лдым, экранда ла был артист йыш күренмәй, шау - шыулы "тусов каларҙа" ҡатнашмай тип әйтерлек, өҫтәүенә - тәҙрә артында ямғырлы моңһоу көн, күңел де лә ҡыуаныс тойғоһо биләй тип әйтеүе ҡыйын...
       Ысынбарлыҡта иһә көтөлгәндән күпкә яҡшыраҡ килеп сыҡты. Үҙенең "Мирони" тип исемләнгән музыкаль "ғаиләһе" менән Сосо Павлиа швили Өфөгә "Мөхәббәт магияһы" тигән программа әҙерләп алып килгән . Ул ҡатын - ҡыҙға, тыуған илгә, кешеләргә, ижадҡа мөхәббәт тураһында й ырланы бөгөн... Йырсының һәр композицияһын тамашасылар алҡыш лауҙар һәм "браво!" тип
       ҡысҡырыуҙар менән ҡаршы алды.
       Ул шат күңелле ине, күп шаярҙы:"Хәҙер мин һегә тост әйтәм , сөнки тост әйтмәгән грузин әрмәнһеҙ Мәскәү менән бер".
       Етди лә булды ул:"Дуҫтарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Ҡайһы ваҡыт дуҫ терәге донъяла барыһынан ҡәҙерлерәк".
       Үҙен лирик һәм нескә күңелле лә итеп күрһәтте: "Мин йырҙа рымды әсәләргә, беҙҙең балалар һәм ейәндәребеҙҙең әсәйҙәренә
       арнайым. Бәхетле булығыҙ, эргәгеҙҙә һәр ваҡыт лайыҡлы ир - егеттәр булһын".
       Моңһоу ҙа булды: "Беҙ халыҡтар милләт буйынса бүленмәгән ваҡытта йәшәп ҡалдыҡ. Бөгөнгө һымаҡ түгел. Дин һәм милләт бү ленмәй. Бер генә милләт бар - яҡшы кеше. Мин был милләттең е ңеп сығыуын теләр инем, шул ваҡытта ғына изгелек яуызлыҡтан өҫтөнөрәк буласаҡ".
       Ул төрлө яҡлы, шул уҡ ваҡытта ысын ир - егет.
       "Бөгөн эстраданан ысынлап та көслө тойғоларҙы белдерә алы рлыҡ ир - егеттәр юғалды... Тойғо тураһындағы йырҙар еңел холоҡло тип әйтер инем мин. Ысын ир - аттар мөхәббәт арҡаһында ғазап сигергә һәм ош о ғазапты элек һөйгәндәренең тәҙрә төбөндә серенадалар арнап йырлаған кеүек, саф күңелдән сағылдырырға тейешлегенә иманым камил". Башҡа ир - егеттәрҙе белмәйем, әммә ул тап ошоноң өсөн тыуғандыр был донъяға. Уны ң тауышындағы мөхәббәт тойғоһон, ҡарашындағы ут - ялҡынды әй теп кенә аңлатырлыҡ түгел. Һәм зал һәр нотаны, һәр интонацияны мәңгегә ятлап ҡал ырға теләгәндәй тыңланы. Концерттан һуң был байрам тойғоһон оҙайтыр өсөн барыһын да үҙеңә һеңдереп өлгөрөргә кәрәк ине.
       Мин үҙемде һис бер кимәлдә беҙҙең эстрада белгестәре йәки
       тәнҡитселәре иҫәбенә индермәйем, әммә минеңсә, Сосо Павлиаш вилиның ижады бик тә үҙенсәлекле һәм башҡа "йондоҙҙарҙың " ижадынан айырыла. Уның
       көйҙәре иҫ киткес матур һәм уларҙы Владимир Калюжныйҙың са ксофонда башҡарыуы һис бер кемде битараф ҡалдыра алмай. Йырҙарҙың һүҙҙәре ябай,
       әммә уның һайын күңелгә ятышлы. Ә артистың темпераменты, ҡа батланмаҫ колориты, тауышы һәм башҡарыу манераһы тураһында әйтергә лә түгел. Уны
       күрергә һәм ишетергә кәрәк!
       Концерт бары тик ҡатын - ҡыҙҙарға ғына оҡшаны тип уйлайһы ғыҙмы Хаталанаһығыҙ. Баһаларға һаран ир - аттар ҙа түҙмәне: "Эйе -
       е - е, афарин! Ысын ир - ат ниндәй булырға тейешлеген күрһәтте был", - тиеш теләр.
       Концерттан һуң Сосо үҙенең ижадын яратыусылар менән фотоғ а төштө, автографтар өләште һәм журналистар менән аралашты.
       - Һеҙ һәм Меладзе, икегеҙ ҙә грузиндар. Популярлығыҙҙың т өрлө кимәлдә бюулыуын нимә менән аңлатаһығыҙ
       - Беләһегеҙме, миңә инде 15 йыл дауамында үтә яҡшы йырҙар
       башҡараһың, тип әйтәләр. Бәлки уны барыһы ла аңлап, ҡабул и тә алмайҙыр. Ағалы - энеле Меладзеларҙың ижады миңә оҡшай, т ик улар икенсерәк юл менән китте.
       - Һеҙ үҙегеҙҙе гениаль тиһегеҙ Был нимә Һеҙ үҙегеҙҙе шу л тиклем яратаһығыҙмы
       - Был шаяртыу (көлә). Мин бит һеҙҙе, тамашасыларымды ла г ениаль тип әйтәм.
       - Үҙенең интервьюһында Ирина Понаровская һеҙ уны һаман да
       ярата тип белдерҙе. Был турала нимә уйлайһығыҙ
       - Комментарийҙар юҡ. Улай тип әйтеү уға нимәгә кәрәктер, аңламайым. Мин дә мине яратыусы ҡатын - ҡыҙҙар тураһында һөй ләй алыр инем, тик ниңә Минең ғаиләм бар, һәм был шул тиклем шәхси эш...
       - Пасханы ғәҙәттә нисек байрам итәһегеҙ
       - Бөгөн кис бер бокал ҡыҙыл шарап эсәсәкмен.
       - Сосо, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған концертта һеҙ
       улығыҙ Леван менән бергәләп йыр башҡарҙығыҙ. Был мода артын ан ҡыуыу, ата маһайыуымы, әллә улығыҙ ҙа музыка менән етди ш өғөлләнергә ниәтләйме
       - Юҡ. Минең улым Суворов училищеһында уҡый. Мин дә үҙ өлө шөмдө индерергә һәм был уҡыу йортоноң малайҙарҙан ысын ир - егеттә р яһау өсөн бик яҡшы урын булыуын күрһәтергә теләгәйнем. Тирә - яғығыҙға
       әйләнеп ҡарағыҙ, урамдарҙа йәш егеттәр һыра эсә, тәмәке тарта. Һәм б ында беҙ үҙебеҙ ғәйепле. Улым Мәскәүгә килгәндә русса һөйләшмәй ҙә ин е, хәҙер тырыша, уҡый. Мин уға шунда уҡ әйттем: 22 йәшкә тиклем мине тыңлайһың, артабан - теләһәң нимә эшлә. Әммә ул ваҡытҡа һин үҙеңдең яҡш ы кеше булып үҫкәнеңде аңлаясаҡһың һәм мин һинең өсөн тыныс буласаҡмын. Ә беҙ йырлаған йыр - яҡшы егеттәр өсөн үҙенсәлекле гимн ул.
       - Тимәк, балаларҙы һәр ваҡыт ҡаты ҡулда тоторға кәрәкме
       - Һәр ваҡыт түгел. Балалар менән дуҫ булырға кәрәк. Беҙ у лым менән ысын
       дуҫтар. Әммә әгәр ҙә бала насар ҡылыҡ ҡыла икән, быны шунд а уҡ тамырынан йолҡоп ырғытырға кәрәк.
       - Һеҙҙе шулай тәрбиәләнеләрме
       - Минең атайым билдәле архитектор, әсәйем - бик аҡыллы ҡа тын. Беҙҙең дә конфликттар булмай торманы, әлбиттә. Тик ул в аҡытта заман икенсе, бөгөнгө бысраҡлыҡ юҡ ине. Әгәр өлкәнерә к егеттәр үҫмерҙәрҙең тартыуын күреп ҡалһа, эргәһенә килеп ауыҙына һуға ине. Ә бөгөнгө йәштәр йүг әнһеҙ, алкоголь, наркотиктар - улар быға ҡаршы тора алмай, т ормошта үҙҙәренең нимә теләүен аңламай, ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләй белмәй.
       - Һеҙҙең хыялығыҙ бармы
       - Мин ғөмүмән хыялға бай, әммә ерҙә ныҡ баҫып тороусы кеш е. Мин бәхетлемен, минең ғаиләм һәм яратҡан эшем бар.
       - Ә хобби
       - Быны хобби тип тә әйтеп булмай. Мин профессиональ рәүеш тә шарап
       етештереү менән шөғөлләнәм - Грузияла минең виноград баҡсал арымдан ете төр ысын кахетин шарабы сығарыла ла инде. Күптән
       түгел тыуған яғымда булып, сәскә атып ултырған виноград баҡасаларын күргәс, был илаһи матурлыҡҡан хатта ... илап ебәрҙем. Бәлки тиҙҙән минең шарап тарым Рәсәйгә лә килеп етер. Беләһегеҙме, улар минең йырҙары м кеүек кеүек үк таҙа.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал