6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Балалар өсөн мәктәп формаһы кәрәкме
04.05.05


       Бөгөн беҙҙең балаларға мәктәп формаһы кәрәкме Ваҡытында был тема тирәләй һөйләшеүҙәр бик күп булды. Балалар униформаһы яҡлыл ар һәм уға
       ҡаршы тороусылар тамаҡтары ҡарлыҡҡансы бәхәсләште. Һөҙөмтә булараҡ,
       бер заман мәктәпкә форма кейеп йөрөү бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Т ик, минеңсә, был яңылыҡ яҡшыға алып килмәне. Барыһы өсөн дә яуап бирә алмайым - нисә кеше, шул тиклем үк фекер йөрөтөүҙә р, - әммә миңә тап "формала" һәм "формаһыҙ" ваҡытта мәктәптә белем алырға тура килде һәм форм аның юҡҡа сығыуын беҙ, үҫмерҙәр, ҙур ваҡиға тип ҡабул иттек
       һәм үҙебеҙ өсөн "демократияның" бер төрөн "ура" ҡысҡырып ҡаршы алдыҡ.
       Ул ваҡытта ата - әсәләребеҙҙең мәктәп формаһы алыу өсөн а ҡса түгеүҙән
       ҡотолоуын аңланыҡмы икән Юҡтыр, моғайын. Беренсе сиратта, форманы бөтөрөү ғәҙәти мәктәп тормошона төрлөлөк индерҙе. Әммә кеше барыһына ла өйрәнә. Һәм, уҡыусылар үҙҙәренең гардеробтарында
       булған бар кейемен өсәр - дүртәр ҡабат кейеп арығандан һуң, ҡыйынлыҡтар башланд ы ла инде.
       Үҫмерҙең психологияһы бик нескә һәм ҡатмарлы. Һәм уның ме нән шаярырға ярамай. Әммә байтаҡ балаларҙың психология йәһәт енән проблемалары тап ошо форма бөтөрөлгәндән һуң башланды. Дөрөҫөрәге, улар киҫке нләште. Кейем - һалым барыһынан да бигерәк ғаиләнең етеш йәшәү - йәш әмәүен сағылдырыусы көҙгө сифатын үтәй. Һуңынан, көтөлмәгән иректән
       баш әйләнеүҙәр үткәс, үткәнгә кире ҡайтырға кәрәкмәйме икән, тиг ән аҡыллы һорауҙар тыуа башланы. Һәм дөйөм формаға әйләнеп ҡайтылды. Ә ммә инде советтар ваҡытының аҡлы - ҡаралы формаһына түгел. Хәҙер мага зиндарҙа йәнең теләгәнен һайлап алырға була, улар төрлө зауыҡҡа ярашт ырып етештерелә. Мәктәптәр ниндәй кейем кейергә икәнлеген үҙҙәрен ең теләге буйынса һайлай ала. Ҡайҙалыр тотош мәктәп бер өлгө буйынса к ейенә, кемдәрҙер - синыф буйынса бер төрлө кейем һайлауҙы хуп күрә.
       Һәм еңел сәнәғәт ҙур теләк менән яңы коллекциялар өҫтөндә эшләргә тот ондо. Сираттағы уҡыу йылы аҙағына яҡынлашҡанда был эш айырыу са йәнләнә. Бөгөн бик үк көнләшерлек хәлдә булмаған еңел сән әғәт өсөн мәктәп формаһы тегеү - етештереү ҡеүәтен тултырыу өсөн тағы бер мөмкинселек булып т ора.
       Республиканың еңел сәнәғәте бөгөн үҙе мәктәптәр буйлап йө рөй. Әммә башта "Башлегпром" тармаҡ берләшмәһе республиканың бөгөнгө м әктәптәре өсөн ниндәй форма кәрәклеген асыҡлау өсөн соиологи к һорау алыу, дөрөҫөрәге, маркетинг тикшереүе үткәрҙе, сөнки предприятиены
       беренсе сиратта етештереү һәм һатыу перспективаһы ҡыҙыҡһындырыуы аңл ашыла. Һәм бына ниндәй һөҙөмтәләргә килтерҙе ул. Һорау алыу барышын да мәктәптәрҙең 70 процентында мәктәп формаһын ... дәрәжәле тип
       һанауҙары асыҡланды. Уҡыу йорттары коллективтарының 80 проценты форма уҡыусылар тормошон хәүефһеҙерәк һәм тыныс итә, тип билдәләй - мәктәп һағы бындай шарттарҙа ҡайҙа "үҙенеке", ҡайҙа "сит" балалар икәнен еңел а сыҡлай. 82 осраҡта респонденттар форма мәктәптә эш мөхите булдырырға һ әм балаларҙа белем алыуға ынтылыш тыуҙырырға ярҙам итә тип һана й. Һәм 55 процент форма балалар араһында кәрәк булмаған конкурентлыҡты
       кәметеүгә булышлыҡ итә тип белдерҙе.
       Ә уҡыусылар фекеренә килгәндә, формала улар үҙҙәрен "өлкә нерәк һәм олпатыраҡ" тоя.
       Был яуаптар еңел сәнәғәт предприятиеларында ышаныс тыуҙыр ҙы һәм улар өҫтә әйтелгән "Башлегпром" ассоциацияһы етәкселе гендә "Мәктәп формаһы" акцияһын иғлан итте һәм мәктәптәр буй лап маркетинг тикшереү үткәрергә тотондо. Башта баш ҡаланың унлап мәктәбендә һәм ике - өс Дүр төйлө мәктәптәрендә була улар.
       Был акция барыһы өсөн дә файҙалы килеп сыға. Уҡытыусылар һәм ата - әсәләр предприятиеларҙың тәҡдимдәре менән танышыу, үҙ теләкт әрен белдереү һәм урында уҡ заказ эшләү мөмкинселегенә эйә була. Предприятиелар үҙ сиратында буласаҡ һатып алыусылар менән ар алашып, уларҙы нимә ҡыҙыҡһындырыуын төшөнә һәм хатта тәүге заказдар ҙа ала. Артабан, яңы коллекциялар өҫтөндә эшләгәндә, был теләктәр иҫ әпкә алынасаҡ.
       Беҙгә "Башлегпромдан" хәбәр итеүҙәренсә, "Мәктәп формаһы"
       акцияһына Эш кейеме комбинаты, Салауаттан "Содис - Стиль" т егеү фабрикаһы, Октябрьский ҡалаһының "Стиль" тегеү фабрикаһы, Стәрлетамаҡта н "Одежда" тегеү фабрикаһы, Бөрө тегеү фабрикаһы, Ишембай тр икотаж изделиелар фабрикаһы һәм Өфө трикотаж фабрикаһы әүҙем ҡушылған. Уларға Нефтекаманың мәктәп уҡыусылары өсөн ранец - сумка етештереүс еләре лә өҫтәлгән.
       Тәҡдимдәр сифат йәһәтенән дә, төрлөлөк һәм хаҡтар яғынан ҡарағанда ла ысынлап та ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ. Реклама менән шөғөлләнәләр, тип уйламаһындар өсөн бында һандар килтереп тормайым, бары тик кейем өсөн хаҡтарға сауҙа өҫтәмәләре булмауы еңел сәнәғәтселәребеҙҙең т әҡдимен ысынлап та ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ итә тип кенә әйтәм. Өҫтәүенә тотош синыф йә мәктәпте сауҙала түгел, производствола кейенд ереү арзанғараҡ төшә. Тимәк мәктәптәргә заказдарҙы тура предприятиеларҙа эшләү ото шлораҡ
       буласаҡ. Акция дауам итә.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал