6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Килешеүгә аҙым яһалды
04.05.05


       Баш ҡалабыҙҙың төп майҙанында үткән беренсе май митингы һы төрлө
       тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йәкшәмбенең йонсоу иртәһенән һуң һауа
       торошо бер аҙ тәнәфес иғлан итте, буғай - ямғыр яуыуҙан ту ҡтаны, ел баҫылды, хатта болоттар араһынан май ҡояшы ла күренгеләне. Митинг башланған ға тиклем үк вертолет майҙанында оптимистик рухтағы лозунгылар күтәргән б ашҡа ҡала һәм райондарҙан килеүселәрҙең колоннаһы теҙелә башланы. Парк һуҡмаҡтарында аҡ футболка һәм аҡ кепка кейгән йәштәр йыйылды . Улар үҙҙәре аңлатыуынса, аҡ кейем уларҙың уй - хәрәкәттәренең саф лығына ишара икән.
       Берләштерелгән байрам митингыһы ниндәйҙер кимәлдә оппозиц ия һәм рәсми сәйәсәт яҡлыларҙы килештерергә тейеш ине. Йыйылыусылар
       араһында һуңғылары күберәк булып сыҡты. Рус драма театры һә м Ленин һәйкәле араһындағы майҙанда совет заманындағы демонстрацияларҙы хәте рләтеп биш меңгә яҡын кеше йыйылды. Был юлы уларҙы киң йәйелгән бай рам сауҙаһы ҡыҫырыҡланы, шешлек еҫе лә халыҡтың уйын бөтөнләй ба шҡа юҫыҡҡа йүнәлтте. Һуңынан үҙ ҡарарҙарын нисек кенә аңлатыуҙар ына ҡарамаҫтан, митингыға тиклем идеологик оппоненттар бер - бер еһенә ҡаршы аҙым яһаны. Сәйәси фирҡәләрҙең төбәк бүлексәләре , йәмәғәтселек һәм дини берекмәләр, берләшкән оппозицияның К оординация советы етәкселәре май байрамдары ваҡытында республикала сәйси тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыу һәм байрам кәйефен ебәрмәҫ өсөн сәйәси саралар һәм сәйәси манифе стациялар үткәреүгә мораторий иғлан итеп уртаҡ ғариза һәм пр отоколға ҡул ҡуйҙы. Етәкселәр экстремислыҡ күренештәренә кәртә ҡуйҙы ла ул, ә бе ренсе май митингыһында улар яҡлыларға ла "берләшергә" ваҡыт етте.
       Дөйөм алғанда, шулай килеп сыҡты ла. Беренсенән, бер нинд әй ҙә хәүефле камуфляж төҫтәр күренмәне, киреһенсә, аҡ төҫ м итингыға йыйылыусыларҙың
       татыулыҡҡа йүнәлтелгән кәйефтә булыуы тураһында һөйләй ине.
       Коммунистарҙың һирәк - һаяҡ күренгән ҡыҙыл флагтары бөгөнгө
       режимға ризаһыҙлыҡ белдереүҙә бигерәк, совет демонстрацияларын иҫкә төшөрөү бул ды, ахыры. Икенсенән, милиция бер - береһенә йәбешергә әҙер тороусыларҙ ы оператив рәүештә айырҙы. Сираттағы трибун микрофон янына яҡынлашҡанда
       барабан һуғыуҙарға ризаһыҙлыҡ белдереп геүләгән тауыштар өҫтәлде. Әм мә теләүселәр барыһы ла сығыш яһауға өлгәште. Тик уларҙың ба рыһын да тыңламанылар. Ораторҙарҙаың күбеһе - Башҡортостан в етерандар советы рәйесе Марат Муллағәлләмов, БР Профсоюздар федерацияһы советы рәйесе урын баҫары Валерий Апокин, "Родина" фирҡәһенең төбәк бүлексәләре етәксе ләре һәм башҡалар бөгөн йәмәғәтселекте борсоған социаль һәм иҡтисади проблемалар тураһында һүҙ алып барҙы, етеп килгән Еңеү байра мы менән ҡотланы. Профсоюздар үҙҙәренең "халыҡҡа ҡаршы закон проекттарына" ҡар шы көрәше һәм "үҙ халҡы өҫтөнән аңлайышһыҙ социаль экспериме нтты ҡабул итмәүе" тураһында иғлан итте. Сәйәси фирҡә һәм хәрәкәттәр, йәмәғәтсе лек ойошмалары вәкилдәре ҡасандыр берҙәм булған льгота менән
       файҙаланыусылар армияһын бер нисә өлөшкә айырған 122 - се закон менән ҡәнәғә тһеҙлеген белдерҙе. "Ярлылыҡҡа ҡаршы һөжүмде киң йәйелдерергә кәрәк ти п һанайбыҙ. Был мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн йәмғиәттә социаль
       тыныслыҡ һәм татыулыҡ булыуы мөһим!" - тине Валерий Апокин.
       Ике аҙна элек үткән митинг менән сағыштырғанда, йәкшәмбе көнө йыйылыусылар аҙыраҡ ине. Сәйәси сығыштарға ҡыҙыҡһыныу к әмей, күрәһең. Ә яҡын арала улар бөтөнләй көтөлмәй. Сәйәси оппоненттарҙы бергә тап
       килтереү
       уңышлы барып сыҡты тип билдәләргә мөмкин. Бер - береһен күр еп тә һуғышмай ҡалыу үҙе үк яҡшы һөҙөмтә. Алда бәлки уртаҡ мәғәнәл әр ҙә табылыр әле. Ни тиһәң дә Рәсәйҙә үткәрелгән социаль - иҡтиса ди реформалар ике яҡҡа ла борсолоу менән бергә теләктәшлек ө сөн дә етерлек сәбәптәр
       өҫтәп тора. Кешеләрсә килешеп хәрәкәт иткәндә, йәмәғәтселек тең айырым вәкилдәре генә түгел, тотош йәмғиәт отошта ҡалһын өсөн күп э ш башҡарырға мөмкин. Был һәр кемгә ҡағыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал