6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Бөгөн Литвала документаль фильмдар модала
03.05.05


       Литва мәҙәниәте бөгөн нимәнән ғибарәт Был турала беҙ б ик аҙ беләбеҙ. Бары тик Өфө тамашасыларын төрлө спектаклдәр ҡуйып ҡыуандырыусы литва режиссеры Линас Заукаускастың ижады
       буйынса ғыналыр, моғайын. Тағы ла театр һәм кино актеры, күптәрҙең кумиры Юозас Будрайтис аша
       таныш ул беҙгә. Инде туғыҙ йыл дауамында ул - Литва Республикаһының Р әсәй Федерацияһындағы илселегенең мәҙәниәт буйынса атташеһы. Ошо көндәрҙә актер рәсми делегация составында Башҡортостанға килде һәм "Р одина" кинотеатрында тамашасылар менән осрашты һәм Литва кинематогр афияһы һәм үҙе менән таныштырҙы.
       Юозас Будрайтис етмештән ашыу фильмда төшкән. Улар араһын да "Король Лир", "Битва за Москву", "Подранки", "Европейская
       история"... Ижад юлының башында Юозасҡа кире геройҙар, әйтә йек, фашист ролдәрен башҡарырға тура килә, һуңыраҡ комик ролдәргә күсә ( "Опасный возраст", "Карусель", "Грешник"), артабан кинороман геройҙарын уйнай ("С тобой и б еҙ тебя").
       - Рәсәй киноһының гүзәл примадонналары - Марина Неелова, Алиса Фрейндлих, Марина Вертинская минең кино буйынса партнершалар ым, - тип ғорурлыҡ менән һөйләй Юозас Будрайтис.
       - Илселектәге эшмәкәрлек - ижадтың айырым бер төрө ул, сө нки проекттарҙы булдырырға, унан һуң - уларҙы тормошҡа ашыры у юлын табырға кәрәк. Проектты тормошҡа ашырыу ҡатмарлы, шуға күрә мауыҡтырғыс та.
       Кинолағы эшмәкәрлегенә күсеп, Юозас Станиславович үҙе өсө н өлкән йәш - ҡарттар, олпат ағайҙар, пенсионерҙар ваҡыты ет еүен билдәләне. Актерға кинола һирәк, хеҙмәттән буш ваҡытта ғына төшөргә тура килә. Һуңғы эше - йәш режиссер Лебедевтың "Волкодав" фильмы. Киң экрандарға ул кил әһе йылда
       ғына сығасаҡ.
       - Фильмды Словакияла төшөрҙөк, унда бер эпизодта беҙ атта рҙа ете метрлыҡ яр буйынан барабыҙ. Ҡурҡынысыраҡ булды, әммә фильмды
       һуңынан, компьютер оҫталарының эшкәртеүенән һуң ҡарап башым
       әйләнде, унда ете түгел, 27 метр бейеклек! Мөғжизә инде!
       "Волкодав" "Турецкий гамбит" йәки "Ночной дозор" фильмына  ҡарағанда мауыҡтырғыс фильм, тип уйлайым, сөнки уның нигеҙендә боронғо
       Рәсәй тематикаһына фантастика сюжеты ята.
       Литва кинематографияһына килгәндә, ул әлеге ваҡытта режис сура алмашыныуы ваҡытын кисерә. Әгәр элекке кино һәм уның авторҙа ры көслө драматургия эҙләһә, үҙ халҡының тарихына конфликт а ша инһә, был йоланың йәш оппоненттары әлегә киноны эксперимент булараҡ ҡабул итә.
       Литва киноһында бөгөн документаль фильмдар модала, күп ке нә йәш режиссерҙар документалистарға әйләнде, иң яҡшы операт орҙар ҙа ошо өлкәлә эшләй. Документаль кино - литва кинемато графының көҙгөһө, ул ярайһы уҡ юғары сифатлы һәм халыҡта абр уй менән файҙалана. Өфөлөләр Инесса Курклетитеның "Легкая во рожба" фильмына төрлөсә ҡарашта ҡалды, әммә картина нисек ке нә булмаһын, көслө тәьҫорат ҡалдыра. Фильм һыуҙа бала табыу тураһында. Был алым ҡайҙалыр Көнбайышта барлыҡа килеп, артабан еңел ген ә Литвала ҡабул ителә. Бер литва ҡатыны бының менән шул тикл ем мауыға, хатта океан аръяғында ла абруй яулай, уны айырыуса Канада ҡатын - ҡыҙҙар ы ярата. Уның ярҙамында һыу эсендә 450 сабый барлыҡҡа килгән . Фильмды ҡарағандан һуң берәүҙәр "О, был бик мауыҡтырғыс!",
       икенселәр" Мин дә баламды һыуҙа табырға теләр инем" тиһә, и кенселәр бала тыуыу серен ата - әсә генә белергә тейеш, уны бар йәмғиәткә асып һалыу килешмәй, тип тапты. Тик, нисек кен ә булмаһын, битарафтар булманы.
       Литва киноһының яңы тулҡыны барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан,
       Юозас Станиславович үҙенең Рәсәй кинематографын, Смоктуновс кий, Юрский, Петренко менән бергә уйнаған ваҡыттарын һағыныу ын белдерҙе.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал