6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Билдәһеҙ гражданка депутаттарҙы ҡурҡыта
03.05.05


       Июнь айына билдәләнгән урындағы үҙидара органдарына һайл ауҙар бик йәнле булырға оҡшай. Ошо көндәрҙә Өфө ҡала Советы депутаттары яңы барлыҡҡа
       килгән "Өфө ҡалаһы" муниципаль берәмегенең һайлау комиссияһ ына (ИКМО) ҡаршы көрәш иғлан итте. Ҡала советы президиумы а шығыс рәүештә сираттан тыш ун өсөнсө сессияһын йыйҙы - был һайлау комиссия һы эшләй башлауының ун өсөнсө көнөнә тура килде. Быға сәбәп булып, Со вет рәйесе Мәхмүт Ҡасимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, "яңы һайлау комиссияһ ының
       үҙ эшен насар башҡарыуы" торҙо.
       Сәйәси пиарҙың иң яҡшы йолаларына ярашлы, сессия башланыр
       алдынан депутаттар һәм сессияла ҡатнашыусыларға "Ҡала советы депутат тарының Өфө һайлау комиссияһына барыуы тураһында" видео ролигы күрһә телде. Һайлау комиссияһы ағзалары урынлашҡан бинаны эҙләп ғазап сиг еү, бикле ишектәргә шаҡыу, ризаһыҙлыҡ белдергән тауыштар - былар барыһ ы ла дәғүәләрҙең ғәҙел булыуына инандырырға тейеш ине. Баш ҡала һайланыусыларының яңы депутатлыҡҡа кандидат сифатында теркәү гә документтар тапшыра алмайынса йонсоуы тураһында драматизм ту лы хикәйәләүҙәре бер - береһен алмаштырҙы. Бер нисә цитата ғына
       килтереп китәм: " Комиссияның урынлашҡан урынын күрһәтеүсе бер ниндәй
       белдереү
       юҡ", "Билдәһеҙ гражданка документтар ҡабул итә һәм һорауҙар ға тәғәйен генә яуап бирә алмай", "...ул бинаға килеп мин бикле ишеккә төртөлдөм...", " ... документтарҙы ҡабул итеү тураһында расписканы яртылаш ҡағыҙ битенә яҙып бирҙеләр, "был ниндәйҙер йәшерен ойошма, уны кем тәғәйе нләүен белергә ине", "...партизандар комиссияһы һәм унда ярҙам күрһ әтмәйҙәр...", "... ойошма ауыр тәьҫорат ҡалдыра, кешене кәмһетә".
       Дөйөм алғанда, һайлау комиссияһына ҡарата ризаһыҙлыҡ белд ереүсе
       эпитеттар бөткәндән һуң, "кәмһетелгән" депутаттар, ниһайәт , үҙҙәрен борсоған төп имәсьәләне билдәләне - комиссия эшендә күҙәтелг ән бәләкәй генә етешһеҙлектәр ҙә кандидаттарҙы депутатлыҡҡа теркәүҙә үҙ енең хәүефле ролен уйнауы ихтимал. Ҡағиҙәләр һинең ғәйебең арҡаһында боҙолмауын раҫлап ҡара һуңынан. Ҡала советының бөгөнгө депутаттары "тәҡ дим ителгән кандидатураларҙың береһе лә һайлау комиссияһына индерелмәүе "йәһәтенән борсолоу белдерә. Һайлау комиссияһында лояль кеше
       булдырыу теләге көслөлөр, күрәһең.
       Ҡала депутаттарының ҡыҙыулығы арҡаһында баш ҡаланың хаким иәт башлығы Павел Качкаеҡа ла эләгә яҙҙы. Уны Путиндың һуңғы хат ындағы цитатаны тыңларға мәжбүр ителәр, йәнәһе "чиновниктар - һауал ы каста". Ҡаланың власть органдарына ҡала депутаттарының дәғүәһе түбән дәгесә яңғырай - йәнәһе, һайлау комиссияһының эше өсөн тейешле шарт тар ойошторолмаған, комиссияға ирекле инеү тәьмин ителмәгән, ком иссияның урынлашҡан урынынан сер яһағандар һәм башҡалар. "Һайлауҙарға
       артҡы ишектән йөрөтәләр", - тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе депутаттар һай лау комиссияһы урынлашҡан рус драма театрына алғы ишектән инеү ойошторолмағанына ишаралап. Ә унда тағы килеп вахтер ултыра һәм барыһын да үткәрмәй, алама. Өҫтәүенә ошо көндәрҙә милици я һағы ла барлыҡҡа килгән.
       Хакимиәт башлығы барыһына ла яуап бирергә тырышты. Һайлау к омиссияһына бина, техника, телефон һәм машина бирелгән. Әлег ә булмағаны - тейешле ваҡытта буласаҡ. Һайлау комиссияһы эшмәкәрлегенә килгәндә,
       комиссия мэр алдында яуап бирмәй һәм закон буйынса ул комиссия эшенә ҡыҫыла алмай.
       "Әгәр беҙҙең үҙ эшебеҙҙе башҡара алыуыбыҙға шик белдерәһе геҙ икән, суд йәки прокуратураға мөрәжәғәт итегеҙ" - депутат тар өсөн киләһе "мишень" - һайлау комиссияһы секретаре Азат Ғәлимханов шулай тип белдер ҙе. Ул һайлау комиссияһы адресына яңғыраған шелтә һәм үпкә һүҙҙәрен
       кире ҡағып, һорауҙарҙы технологик мәсьәләләр юҫығына күсере ргә тырышып ҡараны. Әммә Өфө ҡала советы депутаттары "Өфө ҡалаһы" муниципаль бер әмек һайлау комиссияһын законды боҙоуҙа, "асыҡлыҡ булмауҙа" һәм " үҙ эшен башҡара алмауҙа" ғәйепләп, БР Президенты Мортаза Рәхимовҡа м өрәжәғәт итергә булды. Бер ыңғай сессия ҡарары менән һайлау комиссияһ ына ышанмау белдерҙе.
       Быға ҡаршы реакция үҙен оҙаҡ көттөрмәне. "Өфө ҡалаһы" мун иципаль берәмегенең һайлау комиссияһы Өфө ҡала советының айырым деп утаттары тарафынан үҙенә баҫым яһалыуы сәбәпле, республика прокуратур аһына мөрәжәғәт итте.
       Яңы ҡала Советына быйылғы һайлауҙарҙа конкурентлыҡ элекке ләре менән сағыштырғанда көслөрәк буласаҡ. Ниңә икәне аңлашы ла, сөнки урын кәмей - район Советы депутаттары булмай, ә ҡала Советында урындар һа ны 60 - тан 35 - кә тиклем ҡыҫҡартыласаҡ. Ҡайһы бер күҙаллау ҙар буйынса, республикабыҙ баш ҡалаһында һайлауҙарҙа ҡатнашы усы кандидаттар ике йөҙҙән дә кәм булмаясаҡ. Ошо көндәрҙә генә Өфөлә үтәсәк һайлауҙарҙа ҡатнаш ырға теләк белдереп 65 кеше мөрәжәғәт итте, уларҙың өстән бер өлөшө - ҡ ала Советының әлеге ваҡытта эшләүсе депутаттары. Белдереү бу лмауы һәм вахтер ултырыуы уларҙың иң ныҡышмалдары өсөн тотҡа рлыҡ булманы. Әгәр Өфөлә һайлау кампанияһының башы ошолай ик ән, һайлауҙарҙың дауамы бик тә ҡыҙыҡлы булмаҡсы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал