6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

"Янғантау" - Монако лауреаты
03.05.05


       Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының
       шифахана - курорт системаһында "Янған тау" шифаханаһы тәүг е тапҡыр юғары халыҡ - ара наградаға лайыҡ булды. "EVENAZUR" халыҡ - ара агентлығы
       үткәргән "Монако Миҙалы" халыҡ - ара программаһы йомғаҡтары буйынса, "Янғантау" шифаханаһы "Динамизм һәм прогресс" өсөн Монаконың
       алтын миҙалы менән наградланды.
       Быйылғы йылдың апрель айында Монако кенәзлегенең баш ҡала һында үткән тантанала шифахана директоры Рәмил Бәҙретдиновҡа
       Рәсәйҙең 25 ҙур предприятиеһы етәксеһе иҫәбендә Монако Миҙалы һәм награда се ртификаты тапшырылды. Халыҡ - ара программала ҡатнашыу һәм М онако Миҙалына лайыҡ булыуын компания һәм уның етәксеһенең юғары кимәлдә эш ләүен таныу тип аңларға кәрәк. Ғөмүмән алғанда, программаның маҡса ты - үҙҙәре етештергән продукцияның донъя талаптарына яуап биреүен, конк урентлыҡ һәләтен арттырыуға өлгәшкән халыҡ - ара эшҡыуарлыҡтың иң лай ыҡлы вәкилдәрен билдәләү. Был юғары награда лауреаттарҙы бөтә дон ъя сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, фән һәм мәҙәниәт өлкәһенең алдынғы вәкилдәре мен ән бер рәткә ҡуя һәм биш континентта ла продукция һәм номинанттар хеҙмәтләндереүенең алға барыуына булышлыҡ итә. Бөгөн "Янған тауҙың" ғорурланыр өсөн сәбәптәре етерлек. Быйыл шифаханала ял итеүс еләр өсөн яңы объекттар төҙөлә, кометологик хеҙмәтләндереү һәм һыу мен ән дауалау урыны, мунса - кер йыуыу комплексы быйыл уҡ файҙаланыуға тап шырыласаҡ. Бынан тыш шифахана биләмәләрендә мәсет төҙөү тама мланыу алдында тора.
       "Янған тауҙың" филиалы - "Сулпан" пансионатында ла үҙгәре штәр етерлек, унда бөгөн республиканың ветерандары һәм пенсионерҙары өсөн 100
       урынлыҡ дауалау - профилактика базаһы төҙөлә.
       Беҙгә иһә шифахананың сираттағы еңеүенә шатланырға, яңы н аградалар һәм пациенттарына сәләмәтләк теләргә ҡала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал