6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Мәғәнәләр кире әйләнеп ҡайта
03.05.05


       Май айы Рәсәйҙә тәбиғәт, баҡсасылар һәм хеҙмәтсәндәр уяны уы менән билдәле. Май айында тарих түңәрәкләнә. Әле 120 йыл элек бере нсе май
       сығыштары иҡтисади көрәш сифатында була, тап Рәсәйҙә уны сә йәси плакатҡа әйләндерәләр. Бөгөн, баҙар капитализмы беҙгә "етди һәм оҙаҡҡа"
       ҡайтҡан ваҡытта, Беренсе май флагтары үҙенең тәүге төҫөнә ҡ айта. Әммә элеке берҙәмлек юҡ һәм булмаясаҡтыр ҙа инде.
       Советтар Союзында синыфтар ҡапма - ҡаршылығы күҙәтелмәне - шуға күрә байрамдарҙа беҙ башҡа, бик үк үҫешмәгән илдәрҙең
       хеҙмәтсәндәр менән берләшә, шул уҡ ваҡытта донъяға социализмдың өҫтөнлөгө хаҡын да ла хәбәр итә инек. "Хеҙмәт!" - һәйбәт, әммә бер ни тиклем
       демагогия һиҙелә ине. "Тыныслыҡ!" - һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Ә бына "Май!" - ниндәйҙер мәжүсилек менән һуғаралғын, был атеистар илендә шулай тейеш кеүек ҡабу л ителде. Шулай ҙа: был көндө протет белдереүсе һәм ыңғай йәки ҡаршы т ауыш биреүселәргә төрлө ҡарашта булырға мөмкин, әммә күпселектең мәнфәғәттәрен беренсе планға сығарыусы башҡа бындай байрам ю ҡ.
       Тарихҡа мөрәжәғәт итәйек. "Бөтә донъя полетариатының" 1 м айҙы байрам итеүе хаҡында ҡарарҙы Париждың Интернационал Конгресы Америк а хеҙмәтсәндәренең Чикагола капиталист һәм эксплуататорҙарға ҡ аршы батырҙарса көрәше хөрмәтенә ҡабул итте. Бөгөнгө Евросоюз бер енселеккә
       дәғүә итә ала, сөнки 115 йыл элек уны дөйөм халыҡ байрамы б улараҡ, Бельгия, Германия, Дания, Испания, Италия, Норвегия,
       Франция, Швеция һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә билдәләнеләр. У ның талаптары ла, лозунгылары ла бер нисә тапҡыр үҙгәреш кисерҙе, әммә байрам оҙаҡ ваҡыт эшселәр хәрәкәтенең атрибуты булып ҡалды. Рәсәйҙә иҡтисади лозунгыла р тиҙ арала сәйәси талаптар менән алмашынды. Бына Өфөлә лә теүәл йөҙ йыл элек о шо көндө тәүге күмәк сәйәси хөкүмәткә ҡаршы демонстрациялар үтә, шул уҡ ваҡытта ошондай сығыштар Рәсәй империяһының 200 ҡалаһында уҙа. Һуғыш тан һуңғы
       Беренсе майҙа социалистик илдәрҙә халыҡ социализм һәм комму низм төҙөү өсөн "көрәште". Колониаль бығауҙарҙан ҡотолған, с әйәси бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшкән үҫешеүсе илдәрҙә Беренс е май империализм һәм эске реакцияға ҡаршы, үҙаллы иҡтисад булдырыу өсөн көрәш көнө бул араҡ билдәләнә. Бөгөн элекке көнсығыш демократия илдәре 1 май көн ө сәскәләр тотоп колонна булып үтергә кәрәклеге тураһында онотто. Испан ияла был көн сәскәләр көнө булараҡ билдәләнә. Әйткәндәй, байрамдың башынд а тороусы Америкала был йола юҡҡа сыҡты - 1 май унда эш көнө иҫәпләнә.
       Европала ла шулай уҡ. Англияла ғына 1 майҙа халыҡ ял итә. Б ыны 1977 йыл өлгөһөндәге лейбористарҙан бүләк тип ҡабул итергә була. Томанлы Альбионд а социализм үҙенә урын тапманы, әммә байрам һаҡланып ҡалды. Ун биш йыл э лек Советтар Союзы етәкселеге һәм КПСС һуңғы тапҡыр Мавзолей три бунаһына күтәрелде һәм һуңғы тапҡыр рәсми рәүештә Беренсе май демонст рацияһын үткәрҙе. 1992 йылда Халыҡ - ара хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө Яҙ һәм Хеҙмәт көнө тип үҙгәртелде. Шунан башланып китте лә инде: Яҙ
       байрамы өлөшөндә - мәҙәни программа, күмәкләп күңел асыуҙар, саҡ ҡын а ситтәрәк - алыштырғыһыҙ гайд - паркы менән Хеҙмәт байрамы.
       Бөгөн Беренсе майға тәүге мәғәнәһе - хеҙмәт кешеләренең и ҡтисади мәнфәғәтен яҡлау ҡайтырға тейеш. Һәм, әлегә хеҙмәт беҙҙе тул ыһынса баррикадаларҙың төрлө яғына айырмаҫ элек, 1 майҙың беҙҙе бер ләштереүен танырға тура килә. Берәүҙәр - артыҡ ял көндәре өсөн рәхмәтле , икенселәре - үҙҙәренең бөйөк ил тарихында урын алыуы, өсөнсөләр - граждан дар берҙәмлеген һаҡлап ҡалыуға өмөт көнө итеп ҡарай. Хеҙмәтсән х алыҡ тик пролетарит ҡына түгел бит. Үҫешкән илдәрҙә был көндө хеҙмәтс әндәр үҙҙәренең тормош һәм эш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелг ән талаптар ҡуя. Йәғни бергәләп төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә, алға бара. Беҙгә лә ошо ға өйрәнергә
       ваҡыт. Иң башта башҡа ил хеҙмәтсәндәре менән бергә улар кеү ек лайыҡлы эш хаҡына гарантия алырға кәрәк. Өҫтәүенә Рәсәйҙә эш хаҡы бу йынса бурыстар биҙгәк тотоп ауырыусы кешенең температураһы кеүек ү ҙгәреп тора. Илебеҙҙә тигеҙлек булмауы сәбәпле, төрлө синыфт ар ҙа барлыҡҡа килә буғай. "Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!" һүҙҙәре sk`pға айырым социаль төркөмдәр билдәле мәғәнә һалғанға тиклем генә нейтраль күренә. Шулай ҙ а 1 май байрамының ирек, ғәҙеллек, теләктәшлек принциптары элекке к еүек үк көнүҙәк булып яңғырауы менән ризалашаһығыҙҙыр. Беҙ тағы ла һ әр кеше үҙен кәрәк итеп тойорлоҡ социаль ғәҙеллек йәмғиәте өсөн сығы ш яһайбыҙ. Дөрөҫ, бында иҡтисадҡа ҡарағанда сәйәсәт күберәк күренә. Йәғ ни барыһы ла яңынан башлана.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал