6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Бәлә кеше башынан йөрөй
03.05.05


       Башыңа төшкән бәләнең иң ҡурҡынысы ниндәй Бер йөҙ йы л элек был һорауға күпселек, моғайын, янғын тип яуап бирер ине. Биналар
       ағастан һалынған ваҡыттарҙа ут сығып тотош ҡалаларҙы юҡ иткән осраҡт ар йыш булған. Батша йәй көнө ут яндырыу һәм мунса яғыуҙан тыйыусы указ да сығарған хатта. Уның ҡушыуын тыңламағандарҙы ҡаты язаға тарт ырғандар.
       Был указға 1649 йылдың 30 апрелендә ҡул ҡуйыла. Шул көндә н башлап янғынға ҡаршы көрәшеүселәр үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй башлай әммә янғын да көнүҙәк проблема булыуҙан туҡт амай. Рәсәй Ғәҙәттән
       тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Төп идаралығы начальни гы Марат
       Мәһәҙиевтың журналистар менән осрашҡан ваҡытта әйткән һүҙҙә ре буйынса, йыл һайын дүрт мең ярым янғында республикала 300
       - 350 кеше һәләк була. Төбәктә көнөнә унар янғын осрағы теркәлә. Дөйөм алғанда, хәл дәр төрлөсә булырға мөмкин, мәҫәлән, үткән йәкшәмбе, 24 апрель көнө 26 я нғын теркәлгән.
       Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл башынан Башҡортостанда 1215 янғын осрағы булған. Уларҙың иң аяныслыһы - Илеш районының Я ңы Күктау ауылындағыһылыр, һәләкәттә дүрт кеше: пенсионер ҡа тын, уның килене һәм ике балаһы, ун
       йәшлек малай һәм ете йәшлек ҡыҙ тереләй яна.
       Ғафури районының Үтәк ауылында ут өс бәләкәс ҡыҙҙың ғүмер ен өҙә, уларҙың иң өлкәненә биш, уртансыһына - өс, бәләкәсенә - бер йәш кенә була. Ата - әсәләре уларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдыра, бала лар шырпы менән уйнай.
       Ошо көндәрҙә генә Өфөлә сыҡҡан янғында дүрт кеше һәләк бу лды. Йорт хужаһы ҡотолоп ҡала, уның ҡарт әсәһе, 26 йәшлек ҡатыны һәм и ке балаһы, 14 йәшлек ҡыҙ һәм 12 йәшлек малай һәләк була. Сәб әп - һыуытҡыс электр үткәргесенең төҙөк булмауы.
       Йыл башынан янғындарҙа 136 кеше һәләк булған, уларҙың 14 - е - балалар, 100 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Ут эсендә 106 мал янып үлгә н, 281 ихата ҡоролмалары, 16 техника берәмеге юҡҡа сыҡҡан.
       Янғын ғәҙәттә торлаҡ йорттарҙа, ихата ҡоролмаларында (һар ай, мунса, гараж) һәм баҡса йорттарында сығыусан.
       - Янғын хәүефһеҙлегенең ябай ғына талаптарын үтәгәндә лә күпме үлемдән ҡотолоп ҡалырға була ине, - ти Марат Мәһәҙиев.
       - Тәҙрәләрҙәге рәшәткәләрҙе генә алайыҡ. Беренсе ҡатта йәшә үселәрҙе улар бурҙарҙан һаҡлауы аңлашыла, әммә уны бит асылм алы итеп тә эшләп була. Эйе, бөгөнгө янғын һүндереүселәрҙең тимер рәшәткә һәм ишектәрҙе емереп асыу өсө н тәғәйенләнгән махсус ҡорамалдары бар, әммә янғын ваҡытында һ әр минут ҡәҙерле булыуын оноторға ярамай.
       Заман янғын һүндереүселәре хаҡында улар ут һүндереүҙән ты ш "ҡотҡарыу хеҙмәтләндереүенең" тулы комплексын башҡарырға әҙер тип әйте ргә була. Янғын һүндереүселәрҙең функцияларын киңәйтеү 2001 йылда, янғ ын хәүефһеҙлеген һаҡлаусыларҙы Эске эштәр министрлығынан Ғәҙәтт ән тыш хәлдәр министрлығына күсергәс башланды. "01" номеры буйынса хәҙер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда ла шылтыратырға бу ла.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал