6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

"Литваға тәҙрә" асылды
29.04.05


       Башҡортостанда Литва Республикаһы Көндәре һәм "Башҡортост ан - Литва" эш форумы тамамланды. Литва делегацияһының респу бликабыҙҙа үткәргән дүрт көнөндә беҙ уларҙың ғәжәйеп иленә тәҙрә астыҡ. Үҙ сират ында ҡунаҡтар шулай уҡ беҙҙең гүзәл баш ҡалабыҙ менән танышт ы, рәсми һәм эшлекле һөйләшеүҙәр үтте, потенциаль партнерҙар менән иҡтисад, мәғар иф, мәҙәниәт өлкәһендә элемтәләргә юл һалынды... Делегация в әкилдәре шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, республикан ың һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов менән осрашты, Башҡорт дәүлә т университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән аралашты, Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды, ҡалабыҙҙың иҫәтәлекле урындарын
       күреп
       йөрөнө.
       Литва Республикаһының Рәсәй Федерацияһында Ғәҙәттән тыш һ әм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Римантас Шидлаускас менән бергә "Башинформ" агентлығына журналистар менән осрашыуға Литва Республикаһыны ң Рәсәй Федерацияһындағы мәҙәниәт буйынса илселек атташеһы Юозас Б удрайтис, БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, республ иканың мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев килд е.
       - "Литваға тәҙрә асыу" программаһы барлыҡҡа килеүенә ике йылдан ашыу, - тип һөйләй Римантас Шидлаускас. - Ул республ ика хөкүмәте менән яңы элемтәләр, эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәр булдырырға ярҙам и тә. Унда ҡатнашыусылар араһында эшҡыуарҙар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
       лә бар.
       Литва делегацияһының республикабыҙға килеүе рәсми осрашыу ҙар менән генә сикләнмәне. Өфөлөләр "Ҡунаҡтар һарайы" комплексында Лит ва рәссамдары һәм фотоға төшөрөү оҫталарының ижады менән таныша
       алды. "Родина" кинотеатрында Литва кинематографистарының документа ль эштәре менән танышыу һәм талантлы актер, күптәрҙең кумиры
       Юозас Будрайтис менән осрашыу ойошторолдо.
       Өҫтә әйтелгән программаһы менән Литва делегацияһы бик күп
       урындарҙа - Мәскәүҙә, Санкт - Петербургта, Воронежда, Төмән дә... булған. "Әммә тап Башҡортостанда беҙ йылы, дуҫтарса ҡабул итеү тойҙоҡ, - тип б илдәләне Римантас Шидлаускас. - Бында халыҡ асыҡ һәм ҡунаҡсыл..." Арт абан илсе был сәфәр иҡтисади һәм мәҙәни аралашыуға этәргес к өс булырына ышаныс белдерҙе. Евростандарттар буйынса "Литваға тәҙрә" проекты ик е яҡҡа ла асыла. Иҡтисад йәһәтенән Литва яғы республиканың еңел сәнәғә т предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса ҙур мөмкинсе лектәр күрә, үҙ сиратында беҙгә транспорт хеҙмәтләндереүе тә ҡдим итә.
       Литва халҡының мәҙәни тормошо көнбайыш коллективтары конц ерттары менән тулған, әммә унда көнсығыш элементтары етмәй, ошоға б әйле илсе һәм атташе башҡорт фольклор коллективтарын Вильнюсҡа саҡырыу
       идеяһы менән сығыш яһаны, артабан инде, йола буйынса, яуап сәфәре м енән улар үҙҙәре беҙгә киләсәк. Был тәҡдимде беҙҙең вице - премьер Илд ус Илешев та хуплап ҡаршы алды. Шулай уҡ фән һәм мәғариф өлк әһендә лә хеҙмәттәшлек өсөн урын бар, тип билдәләне ул.
       Милли сәйәсәт мәсьәләләренә килгәндә, беҙҙең яҡтан улар х әл ителерлек. Илдус Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, әгәр литва диаспораһы ойошор ға теләк белдерә икән, беҙҙең етәкселек ярҙамдан баш тартмаясаҡ. Бынд ай берләшмә республикала йәшәүсе литва халҡына Литва Республ икаһынан ярҙам алырға мөмкинселек бирәсәк. "Литва халҡы - аҙ һанлы, шуға күрә улар ҙың бында йәшәүсе һәр береһе беҙгә ҡәҙерле", - тине Римантас Шидлауска с. Башҡортостанда, һуңғы тапҡыр халыҡ һанын иҫәпләү буйынса, 31 6 литва кешеһе йәшәй.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал