6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Урта мәктәптә яңы эксперимент
25.09.03


       Уҡыусылар, студенттар һәм уларҙың ата - әсәләре мәғариф өлкәһендә үткәрелгән экспериметтарға өйрәнеп тә бөттө инде. Һәм бына көн тәртибендә тағы яңылыҡ: урта мәктәптәрҙә профил ле белем биреү.
       Кисә Дәүләт йыйылышы -- Ҡоролтай йортонда Рәсәй Федераци яһы субъекттарының мәғарифҡа идара итеү органдары етәкселәре
       Советы ултырышында һүҙ ошо турала барҙы. Унда БР Президенты
       Мортаза Рәхимов һәм РФ мәғариф министрының беренсе урынбаҫа ры Виктор Болотов та ҡатнашты.
       Республикалағы сәйәси һәм социаль - иҡтисади ситуация ту раһында һөйләгәндән һуң Президент мәғариф темаһына күсте. -- Беҙҙең мәктәптәрҙә балалар 15 тел өйрәнә, алты телдә беле м бирелә, -- тип билдәләне Мортаза Рәхимов. -- Барлыҡ мәктәп тәрҙә лә тиерлек уҡытыуҙа заманса компьютерҙар ҡулланыла.
       Виктор Болотов өлкән синыфтарҙа профилле уҡытыу тураһын да һорау күтәреп сыҡты. Уның сәбәптәре түбәндәгеләрҙән ғибәр әт: мәктәпте тамамлаусылар юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү
       өсөн өҫтәлмә дәрестәргә, төрлө курстарға йөрөргә, репетитор ҙар ялларға мәжбүр. Министрҙың беренсе урынбаҫары фекере буй ынса профилле белем биреү уларға һөнәр һайларға һәм уға алда н әҙерлек алып барырға ярҙам итәсәк.
       -- Туғыҙынсы синыфҡа тиклем уҡыусыларҙың күбеһе ниндәй һ өнәр һайларға белмәй, шуға күрә беҙ барлығы йөҙ сәғәтлек про филь алды дәрестәре индерергә планлаштырабыҙ. Ул ваҡытта бал аға һөнәр һайлауы еңелерәк буласаҡ.
       Яҡын киләсәктә Башҡортостан был тейешле федераль һынауғ а ҡушылырға иҫәп тота. Был мәғарифтың барлыҡ дәрәжәләрендә п едагог кадрҙарын килешенгән әҙерләүҙе һәм ҡабаттан әҙерләүҙе
       тала итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал