6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Бөгөнгө армия хаҡында бер нисә һүҙ, йәки Патриотлыҡ тураһынд а легенда
29.04.05


       Ниңә "патриотлыҡ" һүҙе тыныслыҡ йә һуғыш, армияға са ҡырылыу йәки хеҙмәт итеүҙән ҡасып ҡалыу тураһында һүҙ барғанда ғына иҫкә төшә Был ғәҙелме Миңә ҡалһа, беҙҙең илдең ысын патриоттары - уҡытыус ылар, табиптар. Һуғышта баһалап бөтмәҫлек батырлыҡ күрһәтеп, бөгөн
       дә ҡулдарын ҡаушырып ултырмаҫҡа, бәләкәй генә пенсия алып т а өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә тырышҡан һуғыш ветерандары, пенсионерҙар хаҡында әйтергә лә түгел. Төптән уйлап ҡараһаң, үҙ эшен бирелеп башҡ арған һәр кемде патриот тип атарға мөмкин. Ә армия һуң Логикаға таянғанда, ул, нисе к кенә пафослы яңғыраһа ла, йәш егеттәрҙе хәрби эшкә өйрәтеү
       һәм "Ватан", "Тыуған илде һаҡлау" төшөнсәләрен аңлатыу өсөн булдырылғандыр.
       Алексейға 28 йәш, ул элекке хәрби хеҙмәткәр. Алеша бөг өн армия юҡ тип бара. Һәр хәлдә бөгөнгө армия Ватанды һаҡлау сы булыу теләген уятмай ти ул.
       - Юҡ, һин нимә, бөгөн армияла бөтөнләй икенсе хәл, - ул м инең һүҙҙәремә ихлас ғәжәпләнә. - Патриотлыҡ күп осраҡта бары тик легенда ғ ына. Унда һалдаттар нимә менән шөғөлләнә Ҡойма буяй. Армия профессион аль, йәғни контракт буйынса булырға тейеш, хәҙерге кеүек, һу ҡырҙарҙы ла, сатандарҙы ла, һаңғырауҙарҙы ла саҡырған армия армиямы ни ул. Бәлки мин
       аҙыраҡ арттырамдыр, әммә ғәмәлдә был шулай.
       Патриоттар бар, мин үҙемде лә улар иҫәбенә индерәм. Әммә
       улар өсөн дә армияла тейешле шарттар һәм мөнәсәбәт булырға тейеш. Ул ваҡытта "дедовщина" бөгөнгөләй ҡаты булмаҫ ине.
       - Алеша, ул ваҡытта "Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары феном ены" һәм "чечен синдромын" нисек аңлатырһың Уларҙың тәүгеләре Аллаға
       ла, кешеләргә лә ышана, уларҙың үҙ ҡиммәттәре бар, ә икенселәре нормаль донъяла йәшәй алмай. Уларҙан дәүләт кенә түгел, туғандары, я ҡындары ла баш тарта. Тодоровский үҙенең "Мой сводный брат Франкенштейн " фильмында был проблеманы асыҡ күрһәтә...
       - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм бөгөнгө йәштәр - ике
       төрлө быуын. Элек халыҡ нимәгәлер ынтылған, нимәгәлер ышанғ ­, әйтәйек, шул уҡ яҡты киләсәк, коммунизмға... Ә бөгөн йәштәрҙең күпселеге бер нимә гә лә ышанмай, уларҙың төп маҡсаты - еңел юл менән аҡса эшлә ү. Ваҡыт, менталитет, быуын - барыһы ла үҙгәрҙе. Малайҙар ни мә өсөн, ниндәй идея өсөн һәләк булыуын,
       ниңә уларҙы пуля аҫтына оҙатыуҙарын аңламай. Улар идеалдар өсөн һуғышмай, ата - әсәһен яҡлар өсөн көрәш алып бармай. Ә инде әйләнеп ҡайтҡас, уларға ҡайҙа беҙҙекеләр, ҡайҙа ситтәр икәнлеген аңл ауы ҡатмарлы. Тыныс тормошта йәшәүселәр дошман һәм дуҫтарға бүленмәгәнлеге н онота
       улар.
       - Идеалдар, патриотлыҡ тойғоһо ҡайҙа юғалды һуң
       - Егеттәр был һуғышта Тыуған яҡтарын түгел, ә ҙур аҡса эш ләүсе уларға билдәһеҙ ниндәйҙер әҙәмдәрҙең мәнфәғәтен яҡлап һуғышыуын аңл ай...
       - Армияға саҡырыуҙың "Рәхим итегеҙ, йәш һалдаттар! Армияғ а килеп яҡшы иткәнһегеҙ, сөнки патриотлыҡ - модала!" тигән лозунгыһына ҡа рашың нисек
       - Патриотлыҡты яһалма рәүештә барлыҡҡа килтереп булмай. У л тойғо бит күңелдә яралырға тейеш!
       - Ә нисек күренә ул, патриотлыҡ тойғоһо
       - Мәҫәлән, барыһы ла, бер кеше кеүек, Рәсәйҙе тышҡы дошма ндан һаҡларға ташлана. Ул ваҡытта мотлаҡ еңәсәкбеҙ. Әммә үҙе ңдән үҙең һаҡланыу - бер нимәгә лә алып килмәй.
       - Армияла хеҙмәт итеү төрмә булып күренмәһен өсөн армияла
       ниндәй үҙгәрештәр булырға тейеш
       - О, һалдаттарҙа патриотлыҡ рухы тәрбиәләү һәм хәрби әҙер леккә өйрәтеү армияла бик тәрән үҙгәрештәр талап итә. Элекке хәрби булараҡ
       әйтәм, армияға саҡырылыусылар ҡайҙан берәй тәгәрмәс йәки башҡа ҡаҙн а мөлкәтен һатып бер аҙ аҡса эшләргә була, тип уйламаһындар өсөн нормаль эш хаҡы индерергә кәрәк. Армияла бындай осраҡтар бик күп. Мәҫәлән, б еҙгә ике йыл хеҙмәт итеү барышында бөтөнләй түләү булманы... Бынан тыш те хник база юғары кимәлдә үк булмаһа ла, ярайһы уҡ булырға тейеш, көнкүр еш шарттары ла кешесә булһын ине. Иҫтәлектәргә төшөп китһәк,
       мин бик күп нимә һөйләй алам: мин хеҙмәт иткән яҡта климат насар, ашау бик алама бул ды, казармала ноль градус, түбәнән боҙбармаҡтар аҫылынып тор а. Ошо шарттар ғына һәйбәт кимәлгә күтәрелһә лә армия һәм па триотлыҡ темаһы тураһында етди һөйләшергә мөмкин булыр ине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал