6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тундраға ғашиҡ яҙыусы
29.04.05


       Башҡортостан мәктәптәренең музейҙарында уникаль экспонатта р осратырға мөмкин. Ҡыйғы районына күптән булған командировк аларымдың береһендә мин Ләүзә урта мәктәбе музейында булып, яҙыусы Иван Николаев ич Меньшиков тураһындағы материалдар менән таныштым. Ул беҙҙә а ртыҡ билдәле тип әйтеп булмай. Ә мин ҡулымда Евгений Долматовский ҙың "Зеленая брама" китабын тотоп торам, ундаяҙыусы "Дуҫым Иван Меньшиковтың яҡташтарына. Уның тураһында хәтерләүегеҙ өсөн р әхмәт"тип
       яҙған, бына Юрий Сотниктың "Вовка Грушин и его друзья" кита бы һәм автограф - "Иван Меньшиковтың яҡташтарына сәләм!". Сергей Б ородин, Николай Бирюков, Василий Песков, Ольга Чечеткинаның Меньшико в тураһында очерктары яҙылған китаптарын ҡарап сыҡтым. Яҡташыб ыҙ уларҙың ҡайһы берәүҙәре менән бергә эшләгән, әҫәрҙәренең мөхәррире булған.
       Иван Меньшиков 1914 йылдың 23 июлендә Уралдың Әйле ҡасаба һында тыуа, бала һәм үҫмер йылдарын Ләүзәлә үткәрә. Ошонда у ҡый, комсомолға инә. 1930 йылда уның атаһын, етен тарағыс (льнотеребилка) уйлап с ығарыусыны, Мәскәүгә, ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтына саҡырал ар. Меньшиков унда ғаиләһен дә алып бара. Малай әсәһе менән берг ә фабрикала булып эшләй, әҙәбиәт түңәрәгендә мауығып шөғөлл әнә, шиғырҙар яҙа. Тиҙҙән гәзиткә әҙәби хеҙмәткәр булып эшкә инә. Журналист, яҙ ыусының юлы ошонан башлана ла инде.
       Ҡыҫҡаса әҙәби энциклопедияла Меньшиков тураһында былай яҙ ылған: "... Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый... Һуңыраҡ "Шарьяна вындер" ненец гәзитендә хәбәрсе булып эшләй".
       Яҙыусы тундраға ғашиҡ була. Тәүге хикәйәләре - төнъяҡ хал ыҡтары, ненецтарҙың үҙаңы үҫеше тураһында яҙыла. Ненец фольклорына т аянып яҙылған "Легенда о Таули из рода Пырерко" повесының авторы л а ул. Бынан тыш байтаҡ хикәйәләр йыйынтыҡтары баҫыла.
       Алыҫ төнъяҡ Меньшиковты нимәһе менән йәлеп итә һуң Быны Константин Симонов түбәндәгесә аңлата:
       "Мин Меньшиковты ун йылдан ашыу белдем. Беҙ бергә яҙа баш ланыҡ һәм бергәләп тәүге әҫәрҙәребеҙ менән Дәүләт әҙәбиәт нәшриәтенә ә ҙәби консультацияға килдек. Ул ваҡытта уҡ йәш егет Меньшиков үҙен ең етдилеге, эште таҙа һәм ентекле итеп башҡарырға яратыуы, һәр һүҙен уйл ап һөйләүе, үҙе яҡшы белгән темаға ғына яҙыуы менән айырылып тора ине.
       Меньшиков Төнъяҡҡа ҡарар өсөн түгел, эшләр һәм йәшәр өсөн
       китте, сөнки халыҡты белер өсөн улар менән бергә булырға кә рәк тип һанай ине. Меньшиковтың Төнъяҡ тураһында яҙылған өс китабындағы хикәйәл әрендә теманы белеү генә түгел, Алыҫ Төнъяҡта ауыр хәлдә йәшәүсе ха лыҡтың психологияһын аңлау ҙа ярылып ята".
       Хикәйәләрен беренсе булып Иван Меньшиков уҡыған, тикшергә н Юрий Нагибин үҙ остазының журналист батырлығы тураһында былай ти:
       "Тундра ҡары һәм мүге буйлап Меньшиков саналарҙа меңәр са ҡрым юл үтте, уны иң алыҫ ауылдарҙа, иң ярлы чумдарҙа күрәлә р. Ул төрлө хәүефтәргә юлыға, цинга менән ауырый, асыға һәм туңа. Был сәфәренән ул ҡар һәм тундра төтөнө еҫе аңҡыған бер донъя, сағыу образдар донъяһы алып ҡайта, улар араһында Явтыкай - тәүге ненец колхозы рәйесе, Яптэко -
       шатлыҡ һәм ҡайғы хәбәрен килтереүсе, Тоня Вылко - Сюррембай - Яга йылға һы ҡыҙы, ҡурҡыу белмәҫ Тэкэко, комсомол эше менән тундраға килеүсе ру с ҡыҙы Тоня Ковылева...
       Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Иван Меньшиков "Комсо мольская правда" гәзитендә эшләй башлай. Ул фронтҡа ашҡына, әммә уны ебәрмәйҙәр. Гәзит биттәрендә уның совет халҡының геройлығы х аҡында очерк һәм хикәйәләре доъя күрә, Лиза Чайкина тураһынд а пьеса тамамлана... Һәм тағын СССР Яҙыусылар союзының Хәрби
       комиссияһы өҫтәленә Меньшиковтың ғаризаһы ята.
       Тылда һәм фронтта иң ауыр һәм яуаплы урындарҙа "Комсомоль ская правда" күсмә мөхәрририәттәр ойоштора. "Комсомолканың" махсус сығарылыштары, мәҫәлән, Өфө моторҙар төҙөү заводында ла сыға. Хәрби комиссия тәҡдиме буйынса Иван Меньшиков "Комсомолканы" дошман тылында сығарыр ға тейеш булған мөхәррирәт составына индерелә.
       1943 йылдың 21 апрелендә Меньшиков үҙенең көндәлегенә ошо ндай һүҙҙәр яҙа:
       "Бөгөн - иртәгә немец тылына китәбеҙ. Белоруссия һәм Укра инала "Комсомолка" сығарасаҡбыҙ. 19 апрелдә партияға кандидат итеп
       ҡабул ителдем һәм был миндә нимәнелер үҙгәртте. Бала, үҫмер саҡтар ым үтеп, ир
       ҡорона аяҡ баҫҡандай булдым. Эшләйһе эштәр күп. Ғәжәп, әммә
       билдәһеҙлеккә юл тотһам да үҙем өсөн ҡурҡыу тоймайым. Ҡыҙыҡ
       өсөн булһа ла үҙемә
       некролог яҙырға кәрәк. Нисек кенә булмаһын, мин бик насар е гет түгелмендер бит..."
       Полесск партизандары Ҙур Ер вәкилдәрен ҡаршы ала алмай. 1 943 йылдың 28 апрелендә һәләкәт була. Яҙыусы Константин Лапин үҙенең "У л ҡартаймай, минең дуҫым Ваня" очеркында былай тип яҙа:
       "Дуглас" урман артынан ҡапыл ғына килеп сыға, ул бик үк ю ғары осмай. Фронт һыҙығын аша үткәндә аталармы, әллә машина ағасҡа эләгә ме, әммә ултырыр урынына еткәс самолет ҡапыл өҫкә күтәрелә һәм ергә ҡ олай. Кешеләр багорҙар тотоп йүгерешеп килә, әммә яҡын киерлек бул май: шартлатҡыстар, яғыулыҡ тултырылған бактар яна..."
       И. Н. Меньшиков Белоруссияла ерләнә. Ундағы ауылдарҙың бе реһенә уның исеме ҡушылған. Силәбе өлкәһендә, Нарьян - Марҙа
       ла Меьшиков исемендәге урамдар бар. Үҙәк әҙәбиәтселәр йорто нда һәм "Комсомольская правда" гәзите мөхәрририәтендә яҙыусының исеме алтын менән уйып яҙыл ған.
       Егерме туғыҙ йылының ун өсөн Иван Николаевич Башҡортостан дың Ҡыйғы районында үткәрә. Ләүзәлә буласаҡ яҙыусы йәшәгән ҡартатаһыны ң кирбес йорто әле лә һаҡлана. Унда таҡтаташ асыу бик изге эш булыр и не.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал