6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Еңеү парадында 700 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡатнашасаҡ
28.04.05


       Еңеү байрамына бик аҙ ваҡыт ҡалып килә. Бөйөк Ватан һуғыш ы ветерандары был байрамды, 60 йыл элек кеүек үк, ҙур тулҡы нланыу менән көтә. Парадҡа кейә торған мундирҙарын әҙерләй,
       бер- береһенә барып хәлдәрен белешә, һуғыш йылдарын хәтерләй. Күптәре Еңеү парадында хәрбиҙәрсә б аҫып үтмәйәсәгенә үпкә тойғоһо ла белдерә. Уларға Башвоенкоматтың
       бүлек начальнигы Валерий Гета былай тип яуап бирә.
       - Иң йәш ветеранға бөгөн 80 йәш булыуын онотмаҫҡа кәрәк, уларға трибуналарҙа почетлы урын бүленәсәк.
       Валерий Гета менән беҙ "Башинформ" агентлығында Еңеү юбиле йын байрам итеүгә арналған матбуғат конференцияһында осрашты ҡ. Бөйөк датаға арналған парадта меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр - Алкино гарниз оны, Эске эштәр министрлығы органдарының сержант һәм офицерҙары, Өфө ю ридик институт курсанттары ҡатнашасаҡ. Улар Башҡортостанда булдыры лған ете атышсы һәм дүрт кавалерия дивизияһы, ике айырым атышсы брига да, дүрт бронепоезд һәм 13 айырым артиллерия полкының хәрби байраҡтар ын, шулай уҡ Дәүләт Оборона Комитетының республика сәнәғәт п редприятиеларына
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн тапшыр ылған Ҡыҙыл Байраҡтарын тантаналы маршта күтәреп үтәсәк.
       Әлеге ваҡытта байрамға әҙерлек- тамамланыу этабында. Респ ублика хөкүмәте Еңеү парадына 700 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын саҡы рырға ҡарар итте, улар араһында фронтовиктар ғына түгел тыл хеҙмәтсәндәре лә бар. Ҡунаҡтар ике шифахана - "Йәшел сауҡалыҡ" һәм "Йоматауҙа" урынлаштырыласаҡ һәм һаулыҡтарын нығытып, ял да итеп ҡайтаса ҡ. Шунда уҡ байрам саралары ла ойошторола. Бынан тыш олатайҙ арыбыҙ Өфөнөң иң яҡшы музейҙарында, 112 - се Башҡорт кавалерия дивизияһы музе йын һәм маршал Жуковҡа бюст асыуҙа ҡатнашасаҡ. Башҡортостандың һуғыш , хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының республика сове ты рәйесе Марат Муллағәлләмовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, үткәре лгән барлыҡ сараларҙың төп бурысы - донъяны фашист илбаҫарҙа рынан ҡотҡарған миллионлаған
       яугирҙарыбыҙ батырлығын йәш быуындың аңына алып барып еткер еү, ауыр ваҡытта еңеүгә бары тик патриотлыҡ һәм халыҡтар дуҫлығы арҡа һында өлгәшергә насип булыуын төшөндөрөү.
       - Был төшөнсәләр идеология түгел, фронтта һәм тылда кешел әрҙең үҙ - ара мөнәсәбетенең ысынбарлығы. Советтар Союзында
       йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре бер окопта һуғышты. Ул ауыр йылдарҙа Башҡортостан,
       Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан миллиондарса эвакуацияланға н халыҡты, йөҙәр мең предприятиены үҙҙәрендә ҡабул итте.
       Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың исемдәре онотолм аһын өсөн республикала Еңеүҙең 55 йыллығына "Хәтер китабы" сығарылды, ә күптән түгел "Улар еңеү менән ҡайтты" тигән тағы бер китаптың 13 һә м 14 - се томдары донъя күрҙе. Унда яҙмыш ҡушыуы буйынса үҙ яҡындары һ әм туғандары менән яңынан осрашыу бәхетенә эйә булғандарҙың исе ме теркәлгән, ундай бәхетле йәндәр 258010 иҫәпләнә.
       - Был китап ветерандарҙың туғандары, яҡындары, ауылдаштар ы өсөн ҙур бүләк булыр тип уйлайым, - тине журналистар менән осрашыу ва ҡытында китаптың мөхәррире Рафиҡ Вәлиев.
       Китаптың һуңғы 13 - 14 - се томдары фронттан Өфөгә иҫән ә йләнеп ҡайтыусыларға арналған.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал