6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Өфөлә сығыш яһау Спиваков өсөн ҙур әһәмиәткә эйә
28.04.05


       Матбуғат баҫмалары атауынса, "скрипка аристократы" йәки
       "фәрештәләр йырын тыңлаусы" Владимир Спиваков "Башҡортостан " ҡунаҡхана
       комплексында үткән матбуғат конференцияһына бер аҙ һуңлабыр аҡ килде, әммә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында маэстроның к онцерты ваҡытында башланды һәм Өфөлә Халыҡ - ара камера һәм симфоник
       музыка фестиваленә сағыу һәм лайыҡлы нөктә ҡуйҙы. Ғөмүмән, Владимир
       Теодоровичтың килеүе үҙе етәкләгән Рәсәй Милли филармония о ркестры турына бәйле. Оркестрҙың илебеҙ ҡалалары буйлап үткән гастролдәре, Өфө фес тивале кеүек үк, Еңеүҙең 60 йыллығына арнала. Шуға күрә журн алистарҙың концертҡа билетарҙың ҡиммәт булыуы йәһәтенән ризаһыҙлыҡ белдереүе аңла шыла - һуғыш ветерандары өсөн был ысынлап та ҙур аҡса! Теләүселәрҙе ң барыһының да концертҡа эләгә алмаясағы көн кеүек асыҡ, тик
       ниңә ул ваҡытта Өфөлә Халыҡ - ара камера һәм симфоник музыка фестивален ойоштороус ыларға филармония алдындағы майҙанда концертты тура трансляциялаусы
       ҙур экран ҡуймаҫҡа ине, был күп кенә ҙур ҡалаларҙа шулай эш ләнә.
       - Мин концерт программаһы өсөн генә яуап бирәм, билетҡа н индәй хаҡтар ҡуйылыуына минең ҡыҫылышым юҡ, - тип тыныс ҡына яуап бирҙе В ладимир Спиваков. - Экранға килгәндә... Минең ундай экраным булһа, м отлаҡ алып килгән булыр инем. Барыһы ла концертҡа эләгә алмай, әлбиттә,
       әммә беҙ сифатлы башҡарыуҙа музыка тыңларға теләп тә аҡса түләй алмағ андар өсөн йыш ҡына ишектәрҙе асып ҡуябыҙ. Мөмкинселек булһа, ветеранда р һәм башҡа тамашасыларға сәхнәлә лә урын табабыҙ. Өфөлә концертыб ыҙҙы ойоштороусылар был йоланы боҙмаҫ һәм бер ни тиклем халыҡты б ушлай индерер тип ышанам.
       Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Данир Ғәйнуллин был
       һүҙҙәр менән ризалашып баш ҡаҡты, әммә, һуңынан асыҡланыуынса, ул и шектәрҙе ябырға һәм бер кемде лә индермәҫкә ҡушҡан. Филармония алдынд а йыйылған халыҡ, башлыса Өфө сәнғәт академияһы студенттары,
       аҡрынлап тарала башланы, ә иң ныҡышмалдары аҙаҡҡа тиклем торҙо: билет эйәләр енән программка алыуын үтенде, һуңынан был пограммкаларҙы тотоп, автограф алырға өмөтләнеп, һуңға тиклем маэстроны ҡарауылланы.
       Спиваков үҙен гениаль һәм виртуоз музыкант тип атай ала һ әм был ысынлап та шулай. Уның етәкселегендәге Рәсәй Милли филармони я оркестры берҙәм, яҡшы көйләнгән механизмды хәтерләтә. Уға ҡарата "үтә күренмәле яңғырау", "башҡарыу нескәлеге", "иҫ китмәле еңеллек" һәм "ғә жәйеп азатлыҡ" эпитеттарын ғына ҡулланаһы килә. Был илаһи кө й илһам донъяһында йөҙҙөрә, өндә төштәр күрергә мәжбүр итә. Тамашасылар күҙ алд ында үҙгәреш кисерә: уларҙың күҙҙәрендә нур барлыҡҡа килә. Һ әм бары тик Сергей Рахманиновтың фортепиано менән оркестр өсөн концертының бере нсе бүлеге тамамланғасҡына зал үҙ мөхәббәтен сәхнәгә сығары уға иреште: музыканттар алҡыштарға һәм бик ҙур гөлләмәләргә күмелде. Әле генә бармаҡтары күҙ эйәрмәҫлек тиҙлектә фортепиано телдәре буйлап йүгергән Х алыҡ - ара конкурстар лауреаты, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы сол исы Денис Мацуев тамашасылар алдында баш эйә һәм ҡотлауҙар ҡ абул итә.
       - Беҙҙең тур Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына арналған һәм беҙ ҡалаларҙы Еңеүгә индергән өлөштәре буйынса бүлеп ҡарамайбыҙ,
       Еңеү һәр кем өсөн уртаҡ,
       тип һанайбыҙ, - тип аңлата Милли филармония директоры Георг ий Агеев. - Беҙҙең өсөн һәр төбәктә мөмкин тиклем күберәк урында сығыш я һау мөһим, сөнки исем өсөн генә түгел, ғәмәлдә Милли оркестр булғыбыҙ к илә.
       Пианист Денис Мацуевтың һүҙҙәренсә, был составта ул ҡайҙа
       ла барырға әҙер, өҫтәүенә Өфө - "бик шәп ҡала", Владимир Теодоровичтың тыуған яғы.
       Эйе, тип раҫланы маэстро, Өфөлә сығыш яһау уның өсөн ысын лап та ҙур әһәмиәткә эйә. Юҡ, был ябай концерт түгел, уның ябай концерт тары булмай. Спиваков уны был ҡала менән бик күп нимә бәйләүен белдерҙе -
       бында уның атаһы авиация заводында өлкән мастер булып эшләгән, бында ун ың бала сағы үткән.
       - Мин бер ваҡыт Лос - Анджелеста Рудольф Нуреев менән гри мерка бүлешеүем тураһында һөйләгәйнем инде. Уның сығышы иртән булы рға тейеш, минеке кисен. Ул мине күреп ғәжәпләнде һәм һин ыс ынлап та Владимир Спиваковмы тип һораны. Эйе, мин, тинем. Ә һеҙ - Рудольф Нуре евмы "Эйе, - тине ул һәм - Өфөнән ҡайһылай шәп егеттәр йыйы лған бында!" - тип өҫтәне.
       Концерт тамамланғандан һуң да тамашасылар оркестрҙы бик о ҙаҡ ебәрергә теләмәне...
       - Йыш ҡына миңә үтенестәр яҙылған хаттар килә: операцияға
       аҡса кәрәк һәм башҡалар, - Владимир Теодоровичтың һүҙҙәрен хәтерләйем. - Мин ярҙам итергә тырышам, сөнки донъя йөҙөндә ҡайғы бик күп. Әммә минең ярҙамымдан һуң йәш талант яҡшы музыкант буласаҡмы - был уның үҙенән тор а. Мәҫәлән, Денис Мацуев - "Яңы исемдәр"фонды асышы, хәйер, был фондты б улдырыуҙа минең дә ҡыҫылышым бар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал