6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Волейбол: суперлиганың дүртенсе клубы
28.04.05


       "Башинформ" агентлығында "Нефтехимик" (Салауат) клубының с уперлигаға сығыуына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Жу рналистар менән осрашыу барышында клуб вәкилдәре үҙҙәренең киләһе миҙгелгә б урысын бер нисә тапҡыр ҡабатланы: төп дивизиондың абруйлы ко мандалары араһында юғалып ҡалмаҫҡа. Конференцияға саҡырылыусылар араһында Салау ат ҡала хакимиәте башлығы, ҡаланың Волейбол федерацияһы президенты Ю рий Алимов, "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең
       генераль директор урынбаҫары Рәшит Хужин, баш тренер һәм "Нефтехимик"
       клубы рәйесе Валерий Багметов.
       Беренсе булып һүҙҙе Юрий Алимов алды:
       - Беҙҙең команда өс йыл элек Башҡортостан Республикаһы Хө күмәте тәҡдиме менән барлыҡҡа килде. Бөгөн Салауат халҡы алтмышҡа я ҡын спорт төрө менән яратып шөғөлләнә. Тамашасыларҙы йәлеп итеүсе төрҙ әр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, йәй көндәре ҡалала спидвей
       менән теләп шөғөлләнәләр, беҙҙең коллектив БДБ илдәрендә өс өнсө урын биләй. Хоккей ҙа популяр - үҙебеҙҙең "Алмаз" клубыбыҙ бар. Һәм бына "Салау атнефтеоргсинтез" менән берлектә волейбол командаһын төҙөнөк .
       Оҫта спортсыларҙы һәр ваҡыт ситтән һатып алыу дөрөҫ булма уын беҙ бик
       яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә үҙ уйынсыларыбыҙҙы тәрбиәләү мотла ҡ, ә бының өсөн биш - алты йыл кәрәк. Өҫтәүенә йөҙ тәрбиәлә неүсенән суперлига кимәленә ғәҙәттә ике кеше генә барып етә. Шуға күрә ситтән к илгән оҫталарһыҙ булмай. Әммә беҙ барыбер интернат астыҡ, унда бер
       төркөм балалар шөғөлләнә. Өмөтлө егеттәребеҙ ҙә бар. Ә ҡалғандары и нде волейбол йондоҙона әүерелмәһәләр ҙә физик яҡтан нығый, в аҡыттарын да бушҡа үткәрмәй. Ҡалабыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә тип әйтерлек во лейбол секциялары астыҡ. Был спорт төрө салауаттарҙың күңеленә ятты , "Нефтехимиктың" уйындарына ике - өс мең тамашасы килә. Клубт ың оҫталығы торған һайын үҫә һәм һөҙөмтәлә ул суперлигаға ба рып етте. Хәҙер Салауатҡа Рәсәй йыйылма командаһы һәм башҡа lhkkh командаларға ингән иң көслө уйынсылар киләсәк. Ә клубтың төп бағыусыһы - "Салауатнефтеор гсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙен бар илгә күрһәтә аласаҡ.
       "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең гене раль директор урынбаҫары Рәшит Хужин:
       - Предприятие ҡала менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Беҙ күп кенә спорт төрҙәрен үҫтереүгә ярҙам итәбеҙ. Команданың хәҙер суперлигал а уйнаясағына бик шатбыҙ. Предприятиеның үҙ командаһы бар ик ән, был уның перспективалы һәм ышаныслы булыуына дәлил.
       Баш тренер һәм клуб рәйесе Валерий Багметов:
       - Йәштәр тураһында әйткәндә, киләһе миҙгелдә нигеҙҙә үҙеб еҙҙең резервта булған өмөтлө егеттәр йәлеп ителәсәген өҫтәрг ә кәрәк.
       Әлеге ваҡытта беҙ суперлигала үҙгәрештәр алдында торабыҙ:
       Професиональ волейбол лигаһы төҙөү мәсьәләһе тикшерелә. Был
       яңы структураға юғары кимәлдә уйнаусы командалар инәсәк, һәр клубтың үҙ ҡалаһындағ ы спорт һарайында урын кәмендә өс мең көйәрмән һыйҙырырға тейеш. Күп
       кенә ҡалаларҙа бындай комплекстар бар. Әммә мең тамашасыны ла ҡаб ул итә алмаған клубтар ҙа етерлек. Салауаттағы Нефтехимиктар һарайы
       был талаптарға яуап бирә, әммә түбә бейеклеге нормаға тура килмәй. Шуға күрә киләсәктә бына тигән яңы комплекс барлыҡҡа
       килер тип өмөт итәбеҙ.
       - "Нефтехимиктың" киләһе миҙгелгә пландары ниндәй
       Юрий Алимов:
       - Беҙ быны юғалып ҡалмаҫҡа тип атайбыҙ. Тырышасаҡбыҙ. Осо п сығыу тураһында һүҙ бармай, әлбиттә.
       Валерий Багметов:
       - Барыһы ла бюджеттың ниндәй булыуынан тора. Тик ысынлап та - беҙ көслөләр лигаһында юғалып ҡалырға теләмәйбеҙ. Уйынс ылар менән контракт 25 майға тиклем төҙөлгән. Был датаға тик лем киләһе миҙгелгә составты билдәләргә кәрәк.
       - "А" юғары лигаһында ышаныслы еңеү тәьмин иткән бөгөнг ө уйынсыларығыҙ менән һеҙ суперлигала ниндәй урынға дәғүә ит ер инегеҙ
       - Мин төп дивизион командаларын яҡшы беләм һәм 12 - нән д ә түбәнерәк урын алмаҫ инек, тип ышанам. Беҙҙең волейболсыла р ҡайһы яғы менән яҡшы Бик тәжрибәле һәм оҫталар.
       Юрий Алимов:
       - Быйылғы составтан киләһе миҙгелгә сама менән биш уйынсы
       ҡалыр тип күҙаллайбыҙ.
       - Кластары күтәрелеүгә бәйле "Нефтехимиктың" бюджеты күпм егә артасаҡ
       Рәшит Хужин:
       - Бында эш "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғи әтенең "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тапшырылыуында тора. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, етәкселек Мәскәүҙә, һәм мәсьәл Ь хәл ителгәнсе бер ни тиклем ваҡыт үтәсәк. Әле улар тәҡдим ителгән сметаны өйрәнә.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал