6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Иғтибар! Апрель бесәйҙәре!
27.04.05


       "Машинка" хеҙмәткәрҙәренең хәтерендә 23 апрель көнө бик оҙаҡ
       һаҡланасаҡ әле. Сөнки иртә менән Черниковка биҫтәһенең был мәҙәни үҙәге апрель бесәйҙәре менән тулды... Аптыранығыҙмы Борсолмағыҙ, "МЧС" саҡыртырға тура килмәне - бесәйҙәр үҙҙәрен тәртипле тотто. Һ еҙҙең дә Турандот Принцесса Перси Виктория, Августин Алонсо, Валдис Виктория А рчи кеүек өс ҡатлы исемдләрегеҙ булһа, бер ҙә сиктән сығырға
       ашыҡмаҫ инегеҙ, моғайын. Өҫтәүенә улар үҙҙәре генә килмәгән
       бит, хужалары алып килгән.
       Булды - булды, серҙе асам. Үткән шәмбе көнө Өфөлә унын сы Халыҡ - ара бесәйҙәр күргәҙмәһе үтте, уны Башҡортостан Ре спубликаһының Фелинология федерацияһы ойошторҙо. Федерация п резиденты Вера Авсарагова был сара тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Был сараны үткәреүҙең төп әһәмиәте ҡатнашыусыларҙың ҙур
       титул һәм исемдәр алыуында түгел, ә иҫ киткес матур йорт хайуандары ме нән мөмкин тиклем күберәк балалар, йәштәр һоҡланыуында, кешеләрҙең йөрә генә изгелек орлоҡтары һалыуҙа. Әгәр ҙә беҙ йәмғиәтебеҙ түҙе млерәк, яҡшыраҡ булыуын теләйбеҙ икән, тимәк балаларға йәш саҡтан уҡ башҡа йән эйәлә ренә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләргә кәрәк. Йортта бер генә бесәй балаһ ы йәшәһә лә, ул ниндәй тоҡомдан булыуына ҡарамай, хужаһына бәхет, изгелек , ихтирам тойғоһо алып килә, яҡындары тураһында хәстәрлек күрергә өйрә тә. Бына шуның өсөн беҙ уларҙы яратабыҙ ҙа инде.
       Шәмбе сараһында йөҙҙән ашыу бесәй ҡатнашты ( күргәҙмәлә 1 5 тоҡом күрһәтелде). Хәйер, ябай Фроська һәм Васькалар ҙа иркен ҡатн ашты. Ни өсөн тигәндә уларҙы хужалары шул тиклем ярата һәм т оҡомло бесәйҙәрҙән бер ере лә кәм түгел тип иҫәпләй. Күргәҙм әгә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Екатеринбург, Һа мар, Силәбе, хатта Новосибирск ҡалаһынан да килгәндәр ине. О йоштороусылар әйтеүенсә, уларҙың географияһы тағы ла киңерәк
       була ала ине, әммә үткән ял көндәре ошондай уҡ күргәҙмәләр Мәскәү һәм Кустанайҙа ла үткән икән.
       Конкурсанттарҙы көн буйына алдынғы Мәскәү эксперттары баһ аланы. Ашыҡмай ғына, тантаналы рәүештә улар күргәҙмәгә килгән тоҡом дарҙың иң яҡшы вәкилдәрен асыҡланы.
       Сараны ойоштороусыларҙың күргәҙмәне мауыҡтырғыс итеп үткә рергә тырышыуҙарын билдәләп үтергә кәрәк. "Иң оҙон ҡойроҡ", "Иң ҙу р күҙҙәр", "Хужаһына иң оҡшағаны" һәм башҡа конкурстар тамашасыларҙың д а, ҡатнашыусыларҙың да күңеленә хуш килде.

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал