6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Республика эшҡыуарҙары берләшә
27.04.05


       Рәсәйҙә кесе эшҡыуарлыҡты ҙур проблемалар һағалай. Быны бер кем дә кире ҡаҡмай, әммә, кем әйтмешләй, барыһы ла сағыш тырып ҡарағанда күренә. Баҡһаң, кесе эшҡыуарлыҡ өсөн иң имен булмаған мөхит Мәскәү һ әм Санкт - Петербург, ә эшҡыуарҙар өсөн иң уңайлы шарттар Ямал - Ненец автономиялы округы һәм Башҡортостанда икән. Рәсәй эшҡыуарҙар ының эш шарттарын тикшереп ҡарағандан һуң, Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйр әнеү үҙәге социологтары бына шундай көтөлмәгән һығымтаға килгән. Был йә һәттән федерацияның 80 субъектында 4350 респондентҡа һорау бирелгән .
       Асыҡланыуынса, алдынғы төбәктәрҙә эшҡыуарҙарға үҙ эшен ойош тороп, үҙ продукцияһын баҙарға сығарыу еңелерәк бирелә, уларҙы контрел ерҙар тикшереп йонсотмай, чиновниктар ҡыҫырыҡламай һ. б. Респонден ттарҙың яртыһы уларҙың төбәгендә чиновниктар яһалма рәүештә эшҡыуарҙ арға ҡамасаулаған тармаҡтар барлығы тураһында белдерҙе. Теге йәки
       был ярҙам өсөн уларға ҙур ғына сумма сығарып һалырға кәрәк. Һәм социол огтарҙың тағы бер асышы: һалым һалыусылар эшмәкәрлегенә ялыу ҙар арта бара. Һалым инспекторҙарының предприятиеларға план буйынса тикшереү менә н килеүҙәре ябай аҡса таптырыуға әүерелә икән. Йыл һайын Рәсәй ҙең кесе предприятиеларында унарлаған тикшереү үтә, ә сит илдәрҙә урт а ҡул
       эшҡыуарҙарҙы бер - ике йылға бер тапҡыр ғына тикшереү аша ү ткәрәләр.
       Күптән түгел үткән БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһын ың йыллыҡ отчет - һайлау йыйылышында ошондай мәғлүмәт яңғыра ны. Ысынлап та, беҙҙең республикала кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау өсөн
       күп эш башҡарыла. Иҡтисад үҫешендә кесе эшҡыуарлыҡтың роле ни тикле м әһәмиәтле булыуын аңлап, БР Хөкүмәте, Башҡортостан Президент ы ла уға етерлек иғтибар бүлә. Йыйылышта ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров барлыҡ ыңғай яҡт арын иҫәпкә алғанда ла, республикала кесе эшҡыуарлыҡ тигеҙ үҫешмә й тип белдерҙе. Бынан тыш, ҡайһы бер тармаҡтарҙа, мәҫәлән, етештер еү өлкәһендә шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар, сауҙа һәм хеҙмәтләндер еү өлкәһе менән сағыштырғанда, аҙыраҡ. Социаль яуаплылыҡ йәһәтенән дә етешһе ҙлектәр бар: һалым түләүҙән ҡасыу осраҡтары күҙәтелә. Бер һү ҙ менән әйткәндә, Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһына етди уйланырға урын бар.
       Быйылғы йылыштың иҫәп буйынса бишенсе булыуын билдәләп үт ергә кәрәк. Ассоциацияның генераль директоры Лариса Алексеев а әйтеүенсә, биш йыл элек власть менән диалогҡа инеүҙән башлап, эшҡыуарҙар үҙҙәре
       лә бөгөн власть органдары составына инә: Ассоциация Советындағы 31 ағ заның бишәүһе - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, улар эшҡыу арҙар мәнфәғәтен әүҙем яҡлай. Эшҡыуар - депутаттар ҡатнашлығында ү ткәрелгән "түңәрәк өҫтәлдәр", Лариса Александровнаның фекеренсә, БР Ке се эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы программаһын тормошҡа ашырырға бу лышлыҡ
       итә. Тағы бер факт ҡыуандыра: бөгөн ҡала һәм райондарҙа эшҡ ыуарҙар союзы рәйестәренең 60 проценты - урындағы Совет депутаттары.
       Ассоциация һан йәһәтенән дә арта бара: ҡала һәм район эшҡ ыуарҙарының 63 территориаль союзы уның ағзаһы булып тора, тармаҡ ассоциа цияларының һаны - 39.
       Лариса Алексеева ассоциацияның тағы бер ағзаһы - Республи каның Йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам итеү үҙәге һәм уның директо ры Валентина Сөләймәнова тураһында ла бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. 2000 йыл дан алып был үҙәк йәш эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән дөрөҫ стратегия һайл арға булышлыҡ итеүсе социологик тикшереүҙәр үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡа ршы, кесе эшҡыуарлыҡтың үҫешен тотҡарлыусы проблемалар араһында респон денттар бюрократия ( 68 процент) һәм урындағы власть органдары корру пцияһын (73,3 процент) атаны.
       Ыңғай күренештәрҙән йыйылышта БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһ ы менән хеҙмәттәшлек нығыуы, уртаҡ түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелеүе әйтеп
       кителде. Тик элеккесә милек ресурстарына инеү юлы булмауы ҙ ур проблема булып тора, был кесе эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә хосуси милекселәр класына ин ергә ҡамасаулай. Урын арендалауға хаҡтар туҡтауһыҙ арта.
       Был фекер йөрөтөүҙәрҙең һығымтаһы бер: БР Эшҡыуарлыҡ ойош малары ассоциацияһы - йәмәғәтселек ойошмаһы һәм уның өсөн иң мөһиме эшҡыуарҙар һәм власть араһында профессиональ аралашсы булыу.
       Эшҡыуар
       үҙ эшен булдырыу һәм үҫтереүҙең һәр этабында яҡлау тойорға тейеш, сөнки ул продукт, эш урындары булдыра, урындағы бюдже ттың тулыландырылыуын тәьмин итә.
       Көн тәртибендә шулай уҡ мөһим һорау булып БР Эшҡыуарлыҡ
       ойошмалары ассоциацияһы рәйесен һайлау торҙо, сөнки республ иканың Дәүләт Йыйылышы депутаты, "Рэйд" компаниялар төркөмөнөң директорҙар
       советы рәйесе Алексей Щербацкий рәйеслектән үҙ теләге менән баш тар тты. Ул ассоциацияға йыл дауамында етәкселек итеп, был ойошманың абр уйын тағы ла күтәреүгә өлгәште. БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советының яңы етәксеһе итеп республиканың Дәүләт Йыйылышы де путаты, Башҡортостан сауҙа - сәнәғәт союзы директорҙары советы рәйес е Андрей Назаров һайланды.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал