6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Яҡташыбыҙ - кикбоксинг буйынса донъя чемпионы
27.04.05


       Өфөлө Дамир Йосопов WKN федерацияһы версияһы буйынса кик боксинг ярыштарында 72,6 килограмға тиклем ауырлыҡта донъя чемпионы исемен яуланы. Уның Бельгия спортсыһы Север Асим менән осрашыуы баш ҡалабыҙҙың Дәүләт циркында үткән көрәштәрҙең иң сағыуы булды .
       Профессионалдар көрәшен алып барыусы итеп ойоштороусылар б илдәле
       актер, шоумен Дмитрий Нагиевты һайлаған. Турнир хужалары ун ың ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы ла үткәрергә ҡарар итте . Журналистар менән осрашыу ваҡытында Нагиев спортҡа үҙенең мө нәсәбәте тураһында һөйләне
       - Беләһегеҙме, мин элек самбо көрәше һәм дзюдо менән шөғө лләндем. Һәм уңышлы ғына, һаман да мин был спорттың ярҙамын тоям. Мине еңеп булмай тип әйтмәйем, әммә аяҡтан йығыр өсөн ныҡ ҡына тырышырға тура
       киләсәк .
       - "Окна" программаһында һеҙҙең танауығыҙҙы һындырғайнылар , был алдан уйланған шоу булдымы ни
       - Дөрөҫөн әйтәм, ул кеше миңә арттан һөжүм итте, танау ыс ынлап та һынды. Мейе һелкенеүе лә асыҡланды. Дауаханаға алып
       барғас, миңә программаны палатанан алып барырға тәҡдим иттеләр.
       - Спортта иң юғары өлгәшеүегеҙ
       - Илебеҙҙең самбо буйынса йәштәр йыйылма командаһы состав ына инеүем.
       - Бөгөнгө көрәштәр хаҡында нимә уйлайһығыҙ
       - Беҙҙе дүрт яҡшы һәм бер үтә яҡшы көрәш көтә. Тамаша шәп
       булырға оҡшай.
       - Ниңә һеҙ бокс ярышын алып барырға булдығыҙ
       - Үҙ ваҡытында мин Рәсәйҙә барлыҡ матурлыҡ конкурстарын а лып барҙым. Артабан йә бер проект, йә икенсеһе сығып торҙо.
       Бына хәҙер "Окна" программаһы ябылды, бер аҙ буш ваҡыт барлыҡҡа килде.
       - Һеҙ спортсылар менән таныштырып ҡына сығасаҡһағыҙмы әлл ә Нагиевтың комментарийҙары көрәш барышында яңғыраясаҡмы
       - Кикбоксинг һәм бокста спортсыларҙың хәрәкәтен бар стади онға ҡысҡырып һөйләү килешмәгән эш һанала. Был башҡа төрҙәрҙ ә, әйтәйек, ҡағиҙәһеҙ һуғышта, мөмкин. Мин көрәшкә тиклем, унан һуң һәм тәнәфес ва ҡытында ғына һөйләйәсәкмен.
       - Ҡалабыҙ һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы
       - Ситтән килгәндәрҙең ҡалаларҙы маҡтағанын күрә алмайым. Кешегә ҡарайһың һәм уның уйлағанын әйтмәүе йөҙөндә ярылып ята. Әммә
       Өфө мине таң ҡалдырҙы! Өмәләр ваҡытына тура килеүемде аңлайым, әммә м иңә был ҡалала һәр ваҡыт шулай таҙа тинеләр.
       - Кинола ролдәрегеҙ менән хәлдәр нисек "Турецкий гамбит"
       фильмында ролдән баш тартыуығыҙ дөрөҫмө
       - Дөрөҫ, мин баш тартҡан ролде Гоша Куценко башҡарҙы. Мин ең пландар икенсерәк ине.
       - "Ночной дозор - 2" фильмында төшәсәкһегеҙме
       - Белмәйем, бәлки күренеп ҡалырмын. Сценарийын уҡыным. Ун ың ҡарауы "Мастер һәм Маргарита" сериалында мауыҡтырғыс роль
       башҡарҙым. Ниндәй роль тип уйлайһығыҙ
       - Воландты!
       - Мин дә уны уйнарға теләгәйнем, әммә режиссер күҙҙәр ҡар ашын грим менән генә ҡартайтып булмай, тине. Иуда буласаҡмын.
       Шоу барышында тамашасылар Нагиевты ысын күңелдән алҡышлан ы. Ул ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән үҙ стилендә шаярҙы. Мәҫәлән, Дмитр ий күҙен дә йоммайынса, раунд номерҙарын күрһәтеүсе Өфө ҡыҙҙ арын үҙ "әхирәттәре" иҫәбенә индерҙе: "Был ҡыҙҙар - Санкт - Петербургтан бүләк, м ин һәр ваҡыт улар менән бергә йөрөйөм".
       Беренсе булып рингҡа 90,7 килограмм ауырлыҡ категорияһынд а Өфөнән Александр Гуков һәм Олег Болкисев (Екатеринбург) сыҡты. Гуко втың нокаутҡа
       ебәрә алмауы генә көрәштең дүрт раундҡа һуҙылыуына килтерҙе . Әммә һөҙөмтәлә Өфө боксеры еңеүсе, 40 : 36.
       Ошо уҡ ауырлыҡтағы икенсе көрәштә ике спортсы ла тамашасы
       күңелен яулай алды. Силәбенән килгән йәш спортсы Михаил Насиров бары һын да үҙенең "МИХА" тип сигелгән халаты менән әсир итте. Рингтың ҡ аршы яҡ мөйөшөндә яҡташыбыҙ - 35 йәшлек өфөлө, СССР спорт мастеры, б окс буйынса СССР чемпионы Альберт Карпов урын алды. Тамашасылар
       үҙ яҡташтарын дәртләндереп торһа ла, Миха көрәш майҙанында үҙен ышаныслыраҡ тойоуын күрһәтте һәм икенсе раундта уның йоҙроғо
       маҡсатына иреште.
       Өсөнсө көрәштә кикбоксинг буйынса элекке донъя чемпионы 30 йәшлек Алексей Соловьев ( Чебоксар) һәм 24 йәшлек Валерий Замиралов
       ( Силәбе) осрашты. Өҫтөнлөк был юлы тәжрибәле көрәшсе яғында булды. За миралов батырҙарса һуғышты, әммә өсөнсө раундта уға ҡаршы яҡтан ныҡ ҡына эләкте һәм боксер рингты ҡанға батырҙы. Врач уны көрәшт е артабан дауам итеүҙән тыйҙы һәм еңеү Чебоксар егетенә эләкте.
       Киләһе осрашыуҙы халыҡ - ара көрәш тип әйтергә мөмкин: Вл адимир Зыков (Рәсәй) һәм Георгий Исаков ( Украина). 66,9 кил ограмға тиклем ауырлыҡта улар бокс буйынса БДБ һәм Балтия илдәре чемпионы титулы өсөн
       көс һынашты. Тамашасылар, әлбиттә, әүҙем рәүештә рәсәйле өсөн та уыш бирҙе, ҡайһы берәүҙәр уның "а ля Костя Дзю" толомон күреп нокаут та лап итеп тә маташты, әммә Владимирҙың йыш ҡына хәлдән тайыуы ҡайһы бер в аҡытта Исаковҡа өҫтөнлөк алырға булышлыҡ итте. Әммә һөҙөмтәлә барыб ер Зыков еңеп сыҡты (80 : 72, 79 : 74, 80 : 73).
       Зыков һәм Исаковтың көрәше менән бокс тамамланды һәм көнд өң төп
       осрашыуы - 72, 6 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында
       кикбоксинг буйынса донъя чемпионы титулына биш раундлыҡ көрәш башланды.
       Беренсе булып рингҡа Бенилюкс илдәренең профессионалдар а раһында чемпионы Север Асим сығырға тейеш ине. Тик фанфарҙар һәм фей ерверк бер нисә тапҡыр ҡабатланһа ла, ул тамашасылар алдына баҫырға ашыҡманы. Һуңынан ғына бының сәбәбе - тауыш операторының Асим теләгән көйҙө уйнатмауы асыҡланды.
       Уға ҡаршы Ишембайҙан Александр Кшенский сығырға тейеш ине . Тик уның температураһы 39 градус булыу сәбәпле, ойоштороусылар ике кө н эсендә уға алмаш эҙләп тапты - ул да булһа WAKO версияһы б уйынса донъя чемпионы
       Дамир Йосопов.
       Север Асим көрәш башында үҙенең оҙон аяҡтары менән Дамирғ а эләктерергә маташты. Йосопов иһә беренсе раундты ҡаршы яҡты өйрәнеүгә бағышланы. Артабан өфөлө Асимға яҡшыраҡ яуап бирә башланы, б ер нисә тапҡыр һуғып алыуға ла өлгәште. Дамирҙың бокс техникаһы яҡшы раҡ икәне күренеп тора ине. Һөҙөмтәлә беҙҙең файтер Асимды нокдаунға е бәрҙе. Дүртенсе раундта техник нокаут яҡташыбыҙға эләкте - х әҙер ул WKN федерацияһы версияһы буйынса донъя чемпионы!
       Север Асим:
       - Ойоштороу яҡшы кимәлдә булды. Тик көрәш алдынан күп йөр өргә тура килде. Бынан тыш минең көйҙө ҡуйманылар һәм мин рингҡа сығыр ға кәрәклеген белмәй ҡалдым, был да бик яҡшы түгел. Тәнәфестә м ине йыуындырған һыуҙары рингтан йүнләп һөртөлмәне, шуға иҙән тай ғаҡ булды. Иң мөһиме - ҡаршы яҡ көслө тура килде. Ул бик шәп көрәште, т ик мин уның менән матч - реванш үткәрергә теләр инем. Әйтәйек, Бельгияла . Тамашасыларығыҙға рәхмәт - мине дәртләндереп ҡысҡырғандарын ишетеп торҙом.
       Дамир Йосопов:
       - Әгәр ул реванш алырға теләй икән, рәхим итһен! Мин был көрәш тураһында күптән түгел генә белдем, бөтөнләй әҙерләнмәнем ти п әйтергә
       була. Еңелермен тип уйлағайным... Еңеүемде ҡыҙым Каринаға б ағышлайым, уға бөгөн теүәл ете ай булды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал