6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Ҡулдарынан нурҙар түгелә
25.09.03


       Сигеү, тегеү менән мауығыусылар үҙ ҡулдары менән матур әйберҙәр ижад итә алһын өсөн башҡалабыҙҙа яңы офоҡтар асылы уын дауам итә. Ошо көндәрҙә "Урал" галереяһында авторҙарының
       таланты һәм оҫталыҡтары тураһында һөйләүсе яңы күргәҙмә асы лды. Экспозиция авторҙары -- өс ҡатын - ҡыҙ -- Светлана Стре моухова, Галина һәм Алиса Скворцовалар.
       Светлана үҙенең хеҙмәтен атаһына бағышлыуын белдерә һәм
       үҙе тураһында ошоларҙы һөйләй: 1966 йылда Өфөлә тыуған, бе ренсе художество мәктәбендә уҡытыусы Юрий Григорьевтың ҡул аҫтында уҡыған, Репин исемендәге институттың архитектура, БД ПИ - ның художество - графика факультеттарында белем алған.
       Беренсе һанлы художество мәктәбендә рәсем һәм сәнғәт тарихы
       дәрестәрен алып барған. Хәҙер ул "Ижад" галереяһында һәм Не стеров исемендәге музейҙа экскурсовод вазифаһын башҡара. Си геү менән 1997 йылдан шөғөлләнә, "Ағиҙел" тип аталған йәштәр
       күргәҙмәһендә ҡатнаша. Светлананың "Илһам" галереяһында пер сональ күргәҙмәһе лә үткән.
       Әсәле - ҡыҙлы Галина һәм Алиса Скворцовалар ҙа ысын тал ант эйәләре. Галина Өфөлә 1962 йылда тыуған. Икенсе һанлы ху дожество мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия униве рситетында художество - графика факультетында белем алған. Алисаға 15 йәш. Ул, әсәһе әйтмешләй, "аҡыллы, сибәр һәм тала нтлы ҡыҙ". Был һүҙҙәр бер ҙә арттырыу түгел. Алиса бер ыңғай
       ике мәктәптә -- ябай һәм художество мәктәбендә белем ала, " Триумф" хореография студияһында бейей. Бынан тыш сигеү һәм т егенеү ҙә уның яратҡан шөғөлдәре иҫәбенә инә.
       Күргәҙмәләге эштәр аҫтына ҡултамға ҡуйылмаған, шуға күрә
       ҡайҙа кемдең эше икәнләген тиҙ генә әйтеп булмай. Хәйер, бы л мөһим дә түгел. Улар барыһы ла һоҡланыу тойғоһо тыуҙыра. Т ик картиналар майлы буяу менән түгел, ә еп һәм энә, төрлө тө ҫтәге сепрәк киҫәктәре ярҙамында "яҙыла". Ижади төркөм тик ҡатын - ҡыҙҙарҙан торғанғалыр, моғайын, күргәҙмәлә әкиәттән
       принцессалары, матур - матур ҡыҙҙар һүрәттәре күп урын билә й.
       Төҫтәр уйыны ла бик урынлы ҡулланыла был ижади төркөмдөң
       эштәрендә. Галина һәм Алиса мифтар менән дә бик мауыға икән . Был турала уларҙың ҡайһы бер эштәре бик асыҡ һөйләй. Ә Све тлана Стеремоухова ... иконалар яҙа. Бының өсөн ул төҫлө ебә к, бәрхәт һәм парса материалдары ҡуллана.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал