6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Разведчик күҙҙәре менән һуғышҡа бер ҡараш
27.04.05


       Һуғыш ветерандары менән осрашыу Әхмәт - Зәки Вәлиди исемен дәге Милли китапхананың музыкаль бүлек залында барҙы. Уны БР
       Композиторҙар союзы һәм Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы ойошторҙо. Өҫтәлдәр ҙә һый
       әҙер, гимнастерка кейгән артистар ( Башҡортостандың сәнғәт оҫталары) һуғыш йылдарында яңғыраған йырҙарҙы һуҙып ебәрҙе, гармун моң о яңғыраны... Ветерандар - башлыса ыҡсым кейенгән, орден - м иҙалдар таҡҡан инәйҙәр килгән бында бөгөн. Тағы бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ла бар - бейек, киң яурынлы, мөһабәт олатай. Ул элекке разведчик, күптән түг ел сыҡҡан "Сталин репрессиялары ҡорбандары" китабы авторы Әсхәт Асҡар улы Минһажетдинов булып сыҡты, ул юғары категориялы табип, СССР Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты, медицина һәм һ аулыҡ һаҡлау өлкәһендә төрлө көнүҙәк һорауҙарға арналған илленән а шыу ғилми эш авторы. Бөгөн уның китабының исем туйы.
       - Мин барыһы кеүек үк. Эйе, Көнбайыш, Брянск һәм Икенсе Б елоруссия фронттарында ҡатнаштым. Бынан аша бик күптәр үтте, уларҙың к үпселеге хәҙер инде икенсе донъяға күсте. Ә китап - ул олатайым, Рәсә й Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһы ағзаһы Минһажетдин Миңлеғәлиевт ың, ата - әсәйем - Ғәлиәскәр һәм Ғәлиәнең яҡты иҫтәлегенә ар налды.
       Тәүге иҫтәлектәр китабым сыҡҡас, күптәр ни өсөн разведчик
       булыуың тураһында яҙманың тигәнерәк һорауҙар бирҙе. Минең һөнәрем бе р нисек тә әҙәбиәткә бәйләнмәгән, һәм мин үҙемде яҙыусы тип тә һанамайы м, шулай ҙа әлеге ваҡытта беҙҙең эргәлә булмағандар иҫтәлеге нә башлаған эшемде тамамлап ҡуйырға тырыштым.
       Бөйөк Ватан һуғышында еңеү татлы ла ул, асы ла, сөнки уны ң хаҡы бигерәк ҡиммәткә төштө. Еңеүселәрҙең күбеһе сәйәси зо лом ҡорбаны, әсирлектән ҡасҡандары хыянатсы тип иғлан ителеп үлем язаһына дусар булд ы. Әсхәт Асҡар улы үҙ яҙмышына төшкән һынауҙар менән дә уртаҡлашты.
       - Һуғыштың бик тә ҡурҡыныслығын мин 18 йәшемдә, Ҡыҙыл Арм ияға саҡырылғас уҡ аңланым. Белоруссияла беҙ миномет - артиллерия
       уты аҫтында ҡалдыҡ. Пулялар эргәнән һыҙғырып үтә. Ул һуғыш та мин дә яраландым. Күршеләге операция өҫтәлендә бер ҡатын - беҙҙең полк элемтәс еһе ята ине. Барыһына ла уның тере ҡалмаясағын мәғлүм. Яралы ҡатын бик оҙ аҡ иланы, ыңғырашты, һуңынан бөтөнләй тынып ҡалды. Уның мәйетен аҡ япм а менән ҡаплап, туғандар ҡәберлегенә алып киттеләр. Мин ул ваҡытта м алай ғына булһам ла, бер ҡатын - ҡыҙ үлеме илле ир - ат үлеменә торош иткәнен аңланым. Уның яфаланыуҙарын һаман булһа онота алмайым.
       Һуғыштан һуң миңә бер сал әбей, дуҫымдың әсәһе менән осра шырға тура килде. Мин уға ҡайғылы хәбәр алып килдем һәм нисек итеп уны әйтергә
       баҙнат итә алмай йонсоном - бер ниндәй арттырыуһыҙ был мине ң тормошомда иң ауыр мәлдәрҙең береһе булды тип әйтә алам.
       Уның улы һәм минең дуҫымдың исеме Виталий Чушков ине. Ул
       һуғышҡа тиклем инженер - геолог булған, Алыҫ Көнсығышта, Магаданда, Чукоткала эшләгән, күп кенә асыштар уның исеменә бәйле. Ул бик үҙенсәл екле шәхес
       булды, беҙ танышҡанда ул ҡырҡҡа етеп килә, миңә иһә 18 генә
       ине. Әммә фронт дуҫлығы беҙҙе бер - беребеҙгә ныҡ бәйләне һәм беҙ иҫән
       ҡалһаҡ, тыныс тормошта ла бер - беребеҙҙе ҡалдырмаҫҡа, ғүмеребеҙҙе б ашҡаларға ярҙам итеүгә арнарға вәғәҙә бирештек. Ә инде беребеҙ генә иҫ ән ҡалһа, иптәшебеҙҙең ата - әсәһен эҙләп табып уға был хәбәрҙе еткере ргә һөйләштек. Виталий штабта хеҙмәт итә ине, мин - разведчи к: уйлап ҡараһаң, ул түгел, мин һәләк булырға тейеш, әммә яҙмыш тигәнең үҙенсә хәл итә ш ул. Миңә вәғәҙәмде үтәргә тура килде. Һаман да күҙ алдымда - әсәһе ме нә инәһе, сал сәсле ҡатындар үкһеп илай, ә мин, үҙем инвалид, ҡултыҡ таяҡт арында, йыртыҡ шинелдә, уларға бер нимә менән дә ярҙам ит әа лмайым. Әммә Виталийға биргән һүҙемде үтәнем: ветеринар һәм медицина институтын там амлап, ғүмеремде башҡаларға ярҙам итеүгә бағышланым.
       "Сәйер, - тип уйланым мин, - был кешеләр һуғышты, шул тик лем күп ҡайғы һәм хәсрәт кисемреп тә, утлы йылдар аша был изгелек тойғоһон , кешеләргә булған ышаныс һәм мәрхәмәтлелекте юғалтмай алып сыға алды ик ән!" Ирекһеҙҙән мин бөгөнгө инәй - олатайҙарҙы Чечня һуғышынан ҡа йтып бар донъяға асыулы ҡараш ташлаусы егеттәр менән сағыштырҙым һәм яуап таба алманым. Был минең өсөн шулай йомаҡ булып ҡалыр, моғайын...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал