6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Республика һеҙҙең менән ғорурлана"
27.04.05


       Һуғышҡа тиклем Мишкә районының Яңы Сәфәр ауылы ғәҙәти эш лекле тормош менән йәшәй. Ауыл халҡының төп хәстәре - икмәк үҫтереү. Башҡа ауыл малайҙар кеүек үк, Хәйернас Чикаев та хеҙмәт тәмен белеп үҫә . Ун йәшенән баҫыуға сыға - яҙын ололарға ер һөрөргә ярҙам итә, көҙөн аш лыҡ һуғыуҙа эшләй.
       Уларҙың колхозы "Динамо" исемен йөрөтә - утыҙынсы йылдарҙ а ҡалалағы шефтар бүләк иткән тарихта беренсе динамомашиналар хөрмәтенә
       ҡушыла был исем. Һуғышҡа тиклем Хәйернас тимерселеккә уҡый, Благове щен арматура заводында һөнәре буйынса эшләп тә өлгөрә. Армияға у ны тыуған ауылынан, көҙөн колхозсыларға игенде элеваторға сығарырға яр ҙам иткән еренән алып китәләр.
       Чикаев Аҡтүбәлә пехота училищеһында уҡый башлай, әммә тиҙ ҙән курсанттарҙы фронтҡа оҙатыу хаҡында приказ сыға. Уҡыуының да уамы булып окоп фәндәре курсы, ә һалдат фатихаһы булып Твард овскийҙың:"Алдамаҫҡа, ҡурҡмаҫҡа. Халыҡҡа тоғро булырға" һүҙәре тора.
       Еңеүгә тиклем барып еткән алдынғы һыҙыҡ яугирҙарының, айы рыуса пехота һалдаттарының полкташтары, окопташтары ҡалмай, тигән фекер йөрөй - имен ҡалыусылар проценты бик аҙ. Был һүҙ ҙәрҙе Чикаев үҙендә лә һынай. Ун һигеҙ йәшлек автоматсы һуғы шҡа 43 - сө йылдың аҙағында инә. Әммә бер ай ҙа үтмәй, яралана. Төҙәлгәс, тағы үҙенең пехота часенә ҡайта, т ик тиҙҙән тағы ла йәрәхәт ала, аҫҡы иренендә фашист пуляһыны ң эҙе ғүмерлеккә иҫтәлек булып ҡала. Һуғышты яҡташыбыҙ артполкта дауам итә, Румыния, Венгрия, Австрия, Чехословакия юлдары буйлап үтә.
       Бөйөк Ватан һуғышы тарихынан беҙ Будапешт өсөн һуғыштарҙы ң айырыуса ҡаты барыуын беләбеҙ. Артиллерист Чикаев тап ошо ҡаланы алғанда "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградлана. Ә һуғыш тамамланыуы
       Хәйернас Чикаевтың күңелендә туғыҙынсы түгел, 14 май менән бәйле. Чехословакия биләмәләрендә фашист ҡалдыҡтарын дөмөктөрөп бөтөргәнсе, урма ндарҙан власовсыларҙы ҡыуып сығарғансы, еңеү байрам итергә ваҡыт та булмай. Ә бына 14 майҙа үҙ орудиеларынан еңеү салюты биреп, улар ҙа ба шҡалар кеүек үк Еңеү көнөн билдәләй.
       Үҙ батареяһы менән Алыҫ Көнсығышҡа 38 тәүлеккә һуҙылған " марш - бросок" яһау, кесе сержанттың башҡа наградаларына "Яп онияны еңгән өсөн" миҙалын өҫтәгән Маньчжуриялағы һуғыштарҙы онота аламы һуң фр онтовик
       Чикаев 1945 йылғы еңеүҙән һуң тағы дүрт йыл буйы Курил утра уҙарының береһендә хеҙмәт итә.
       ... Һуғыштан ҡайтҡас Хәйернас Чикаев туған заводына әйләне п ҡайта, токарь - универсал һөнәрен үҙләштерә. Эш көнө дауам ында Хәйернас Ильяс улы өс тиҫтәгә яҡын деталь эшләп өлгөрә. Чикаев һәм уның иптәштәре моторҙар төҙөү берекмәһендә ювелир эшен башҡара тип әйтергә була. Уны ң эргәһендә Александр Светлаков, Николай Лепин һәм башҡа эле кке фронтовиктар эшләй.
       Цехтарҙың береһендә Хәйернас Ильяс улы үҙенең буласаҡ тор мош иптәше Роза Исламетдинованы осрата. Уның менән татыу, мөхәббәтле то рмош кисерә, балалар тәрбиәләйҙәр.
       Изге йөрәкле һәм оҫта ҡуллы Хәйернас Ильяс улының тиҫтәлә гән уҡыусылары бар. Уның тәрбиәләнеүселәре остазынан өлгө ал а. Йыллыҡ заданиены ул ярты йылда, биш йыллыҡты - ике йыл ярым эсендә үтәй. 1980 йы лда Чикаев фиҙакәр хеҙмәте өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройының Алтын Йон доҙо менән наградлана. Уның исеменә авиация сәнәғәте министр ы ҡултамғаһы аҫтында Мәскәүҙән телеграмма килә.
       Хәйернас Ильяс улы бер ваҡытта ла йәмәғәтселек эшенән баш
       тармай. Производство алдынғыһы күп йылдар буйы Өфөнөң Калинин районы
       судында заседатель була, ун өс йыл дауамында Өфө моторҙар т өҙөү берекмәһе ветерандары советына етәкселек итә. 2004 йылда Мәскәүҙә үткә н Бөтә Рәсәй тыл эшсәндәре һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандар ы кәңәшмәһендә ҡатнаша.
       Бөгөн дә ветеранды өйөндә тап килтереү мөмкин түгел. Ул ү ҙ советы ағзалары менән бергәЕңеү көнө юбилейына әҙерлек эштәре менә н мәшғүл.
       - 1941 йылдан 1945 йылға тиклем беҙҙең завод 97 мең авиац ия моторы етештергән, - ти Хәйернас Ильяс улы, - предприятиеның әле иҫ ән булған 1700 - ҙән ашыу тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш ветера ндары Еңеүҙең 60 йыллығына юбилей миҙалдары менән наградланд ы. Предприятиеның генераль директоры Юрий Леонидович Пустовг аровтың ҡушыуы буйынса, һәр ветеранға хөкүмәт наградаһына ҡушып 1000 һум тапшырыласаҡ.
       317 - се дивизия ветераны, Кавказ һәм Украинанан Чехослов акияға һәм артабан Японияға тиклем юл үткән Хәйернас Ильяс улы Чикаев Ө фөнөң почетлы гражданины. Ветеранға БР Президенты Мортаза Рәхимовт ың ҡултамғаһы аҫтында тапшырылған адреста: "Тыуған яғыбыҙ үҫеше нә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Иң юғары ҡиммәт булар аҡ, һеҙ Ватанға, хеҙмәткә, хеҙмәт кешеләренә һөйөү тойғоһон быуындан быуынға
       тапшыра киләһегеҙ. Республика һеҙҙең менән ғорурлана" тип яҙылған.

Виталий Чемляков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал