6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ат өсөн ярты батшалыҡ йәки фатир өсөн икеләтә хаҡ
26.04.05


       Торлаҡ мәсьәләһе бөгөн рәсәйлеләрҙең 60 проценты өсө н иң ауыр һорауҙарҙың береһе. Социологтар биргән мәғлүмәт буйынса, тап
       ошо процент үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу хаҡында хыялла на. Хәйер, ысынбарлыҡта был һан тағы ла күберәктер, кешенең булғаны менән ҡәнәғәтләнә белмәүе һәр кемгә мәғлүм.
       Халыҡтың тәбиғи теләк һәм ихтыяждары криминаль таланты бу лған бәғзе әҙәмдәр өсөн һәр ваҡыт үҙ кеҫәһен ҡалынайтыу юлы булып торҙо . Бындай хәл республикабыҙҙы ла урап үтмәне.
       Был нисек башланып китте...
       Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса республика п рограммаһын тормошҡа ашыра башлауҙы Башҡортостан Хөкүмәте һи геҙ йыл элек хәл итте. Был Рәсәй хөкүмәтенең рәсәйлеләрҙең т орлаҡ мәсьәләһе тураһында баш вата башлағанына тиклем үк бул ды. Илдә булып үткән пертурбация һәм реформалар артабан да э лекке кеүек йәшәп булмаясағын күрһәтте. Һәм 1987 йылда әле э шләп килгән СССР Торлаҡ кодексы Рәсәй граждандарына бушлай т орлаҡ вәғәҙә итһә лә, баҙар үҙ төҙәтмәләрен индереп өлгөрҙө: башҡа
       бушлай фатир булмаясаҡ. Шулай ҙа республика халҡы торлаҡ ал ыу мөмкинселегенә эйә ине әле. Шул уҡ 1997 йылда БР Президен ты эргәһендә Торлаҡ төҙөү фонды булдырылды. Был республикала йәшәүселәргә төҙөлөштә өлөшләтә
       ҡатнашыу килешеүе буйынса торлаҡ алырға ярҙам итеүсе дәүләт
       мунициаль учреждениеһы.
       Был схема ул ваҡытта эшләүсе закондан алда барҙы тип әйте ргә була. Эш түбәндә: Фонд (хәҙер - ФЖС) граждандар менән үҙе килешеү төҙ өү хоҡуғына эйә түгел. Был осраҡта Фонд 20 процент һалым түләргә тейеш. Ә фатир хаҡтарын ошо уҡ суммаға күтәреү Фондтың һәм республика Хөкүм әтенең пландарына инмәй. Шуға күрә Фонд "Своими руками" ҡулланыусыл ар кооперативы менән килешеү төҙөй, һуңғыһына граждандар менән килешеүҙәр төҙөү һәм фатир аҡсаһын Фонд иҫәбенә күсереү бур ысы йөкмәтелә. Тәүге взнос сифатында фатир хаҡының 30 проценты һәм төҙөлгән графи к буйынса айлыҡ түләүҙәр күҙ уңында тотола.
       Фондтың эшләй башлауынан алып бөгөнгө көнгә тиклем 8,88 м иллиард һум үҙләштерелә. Халыҡ һәм өлөшсө - предприятиеларҙ ың средствоһын иҫәпкә алып, 1,706 миллион квадрат метр торлаҡ - 27 370 фатир файҙа ланыуға тапшырылған. Фатирҙарҙы һатыуҙан тыш Фонд социаль тәғәйенлә нештәге муниципаль торлаҡ фондын формалаштырыу өсөн ҡала һәм район хакимиәттәренә бушлай торлаҡ та тапшыра. Был йылдар эсендә у л 218, 6 мең квадрат метр - 3,5 меңдән ашыу фатир - тапшырға н. Республикала һигеҙ йыл элек булдырылған ошо эш схемаһы бөгөнгө Рәсәй торлаҡ сәйәсәт енең нигеҙен тәшкил итә тип уйларға ҡала.
       ... Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт механизмы уңышлы эшләй башлай. Был йылдар эсендә Фонд байтаҡ проблемал арҙы хәл итә, республика халҡына фатир алыуҙы еңелләштерә төшә, 21,6 мең кеше кооперативҡа инә, уларҙың 18 меңе Фонд аша фатирлы була. Хәт ерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был ваҡыт эсендә килешеү буйынса фатирҙар ко оператив милкендә була, һәм пайсы уның хаҡын тулыһыса индергәндән һуң
       ғына хужа була ала. "Своими руками" кооперативы ҙур дәүләт механизмынд а бер шөрөп ролен үтәй. Тик бына тап ошо шөрөп эште боҙа ла инде. Йәғни 2002 йылдан
       башлап, граждандарҙың күбеһе бурыстарын ваҡытынан алда түлә п бөтһә лә, ул Фондҡа тулы күләмендә аҡса күсереүҙән туҡтай. Быға өҫтә п кооператив, дөрөҫөрәге, уның етәкселеге (Таһир Исмәғилев һәм уның туғанд ары) "Исмерита"Күсемһеҙ милек үҙәге" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт е менән килешеү төҙөй, уның буйынса үҙәк граждандарҙы фатир табыу йә һәтенән мәғлүмәт менән тәьмин итә. Хәлдең мәғәнәһеҙлеге: Фонд менән өлөштә тороптөҙөгән фатир өсөн өҫтәмә хаҡ түләү башта гражда ндарҙа аптырау тойғоһо ла тыуҙырмай. Уларға "Исмеритаға" мөр әжәғәт итергә ҡушалар һәм улар мөрәжәғәт итә. Әммә тиҙҙән бы л хәл менән Башҡортостан Республикаһының Контроль - иҫәпләү палатаһы ҡыҙыҡһына башлай, тикшереү һөҙөмтәһендә күп кенә ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡлана һәм енәйәт эше асыла.
       Кооперативтың отчет - һайлау конференцияһы 23 апрелендә б улып үтте. Тик унда кооператив рәйесенең дә, ревизия комисси яһының да отчетын, йәки 2004 йыл буйынса йомғаҡлау һүҙҙәрен ишетергә тура килмәне, Сөнки кооператив етәкселәренең береһе лә пайсылар менән аралашыуҙы
       кәрәк тип тапмаған, ә һуңғыларының уларға ҡарата һорауҙары күп булды. Нисек кенә булмаһын, әммә конференция үтте һәм унда кооперативтың яңы с оветы һайланды, унда күпселек дәүләт хеҙмәтсәндәре - кооператив ағ §«°» инде.
       Артабан бер ниндәй шөрөп тә дәүләт программаларына зыян кил терә алмаһын өсөн.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал