6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ҡыҙамыҡтан ҡотолайыҡ!
26.04.05


       - Беҙ бында һеҙҙән ярҙам һорар өсөн йыйылдыҡ, - ти не "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында
       врачтар журналистарға мөрәжәғәт итеп. - Киң мәғлүмәт саралары аша хөкүмәтебеҙгә ха лыҡ араһында вакцинация үкәреүгә аҡса бүлеүҙәрен һорап мөрәж әғәт итергә булдыҡ, сөнки ошо сара ғына инфекцияның ауыр эҙе мтәләре һәм матди сығымдарҙан һаҡлап ҡала аласаҡ, - тине "БР
       Гигиена һәм эпидемиология үҙәге" баш врачы вазифаһын башҡарыусы Геннадий Минин. - Өлкән синыфтар араһын да иммунизация үткәреү өсөн 100 мең доза вакцина кәрәк - был 7, 5 миллион һум тигән һүҙ. Ә бар ерҙә лә вакцинация үткәреү өс өн - 15 миллион һум бүлергә кәрәк. Европа һәм Рәсәй, башҡа бик күп ауырыуҙарҙы бөтөргән кеүек, был сирҙе лә тамырынан йолҡоп ташлау маҡсатын ҡуйҙы. Беҙ ҙә тыры шабыҙ, әммә барыһы ла средство етмәүенә барып төртөлә. Беҙҙе
       ишетһендәр һәм ярҙам итһендәр ине.
       - Ҡыҙамыҡ - вирус ауырыуы, - тип аңлата Өфө хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы Виталий Викторов. - Яҙ миҙгеле уның тар алыуы өсөн иң уңайлы мәл икәнлеген әйтеп тороу кәрәкмәйҙер, моғайын. Бәхеткә ҡаршы, ул йыл һайын көсәймәй, әммә медицина
       энциклопедияһы әйтеүенсә, 6 - 10 йыл һайын да түгел, йышыраҡ. Башҡортостанда бындай хәл 1995 йылд а булды, ул ваҡытта 14900 кеше зыян күрҙе, 1999 йылда - 22 м ең, 2000 йылда - 17 мең һәм, ниһайәт, 2005 йылда 2569 кеше ҡ ыҙамыҡ менән ауырыны, уларҙың 1592 осрағы Өфөлә теркәлгән. Һәм был "әлегә" генә, әммә үткән йыл
       менән сағыштырғанда 11 тапҡыр күберәк. Шуға күрә эпидемия тураһынд а һүҙ ҡуҙғаттыҡ та инде - халыҡтың 10 проценты ҡыҙамыҡ менән ауыры маһа ла, һан хәүефле билдәгә яҡынлаша: аҙна һайын был төркөм гә илле кеше өҫтәлә.
       Медиктарҙың әйтеүе буйынса, бындай хәл балалар араһында т отош прививкалау булмауына ла бәйле.
       - Беҙҙәге хәлде эпидемия тип шартлы рәүештә генә атайбыҙ,
       әммә хәүефләнер өсөн сәбәп бар, - Виталий Викторов ҡыҙамыҡ сирене ң тәүге билдәләрен әйтә, - был юғары температура ( 38 градусҡа тикле м), баш ауырта, ауырый башлағандың икенсе көнөнә тәнгә сабыртма сыға , биҙгәк тота, елкәләге лимфа төйөндәре шешә. Сабыртма сығыуға ете кө н алдан һәм ете көн һуңынан был ауырыу йоғошло һанала. Сабыр тма сығыуын аллергия йә диатезға һылтау мөмкин. Әммә ул бер нисә көн буйына үтмәгәндә лә ата - әсәләр хәүефләнергә ашыҡм ай, ә был ваҡыт эсендә бала әллә күпме йәштәштәрен зарарлауы
       ихтимал. Һәр осраҡта ауырыуҙы врач тикшерергә тейеш, ә туғы ҙ айҙан ҙурыраҡ балаларға вакцинация үтеү мотлаҡ.
       - Сирҙең йәш структураһы үҙгәреүен билдәләргә кәрәк, - ти
       БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең эпидемиология бүлеге етәксеһе Елена Рожкова. - Хәҙер ҡыҙамыҡ менән йәштәр һәм үҫмерҙәр ауырый. Был сир ай ырыуса ауырлы ҡатындар өсөн хәүефле, баланың һуҡыр, һаңғырау, йөрәк
       ауырыулы булып тыуыу ихтималы бар.
       Милли прививкалар календәренә ҡыҙамыҡҡа ҡаршы иммунизация
       ниңә бары тик 2002 йылдың 1 ғинуарынан башлап ҡына индерелгән һуң  Матбуғат конференцияһы ҡунаҡтары былай тип аңлатты: ҡыҙамыҡҡа ҡаршы и лебеҙҙә вакцина етештерелмәй. Был йүнәлештә эштәр алып барыла, әлбит тә, тик препарат оҙайлы тикшереү аша үтергә тейеш. Шуға күрә вакцина
       сит илдән ҡайтарыла.
       - Дүрт миллион һум - республика бюджеты иҫәбенә 2005 йылғ а үҫмер ҡыҙҙарға вакцинация үткәреүҙе тамамлау өсөн бүленгән был аҡс а етмәй, - тип билдәләй Медицина профилактикалау үҙәгенең ба ш врачы Фоат Вәлиәхмәтов. -Бюджеттан бүленгән аҡсаға Өфөнөң өлкән синыф уҡыусылары өсөн 13685 доза вакцина һатып алынды. Өлкәндәр өсөн бушлай иммунизация ҡаралмаған. - Ни тиһәң дә беҙҙең медицина хеҙмәтләндереүе с истемаһы яйға һалынып бөтмәгән, - тип өҫтәй Елена Рожкова. - Әсә кеше үҙенең балаһ ын француз вакцинаһы менән 20 йылға прививкаларға теләй, ә уға "был тей еш түгел, инструкция буйынса балаларға һинд вакцинаһы менән бушлай 6 й ылға прививка эшләйбеҙ" тип яуаплайҙар. Ошондай бюрократия тормош обоҙҙан тиҙерәк юҡҡа сыһын ине.
       - Иң бәләкәстәр менән проблема юҡ тип әйтерлек: мәктәпкәс ә йәштәге балаларҙың 95 процентына прививка эшләнгән, шуға күрә балала р баҡсаларында ҡыҙамыҡ сире осрамай, - ти Виталий Викторов. - Башҡа балалар тураһында етди уйларға кәрәк. Иң башта - үҫм ер ҡыҙҙарҙы вакцинациялау тора: уларҙың 70 процентына эшләнде, тағы 30 процент - 10 меңгә яҡ ын кеше ҡалды. Ә өлкәндәр өсөн һәр поликлиникала махсус при вивка кабинеттары булыуын хәтерҙәренә төшөрәм.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал