6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

"Родина" ишетә, Рогозин белә
26.04.05


       "Родина" сәйәси партияһы рәйесе Дмитрий Рогозиндың Ба шҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәре барышында ул республикалағ ы оппозиция хәрәкәтен анализланы. Өфөлә Рогозин һигеҙ сәғәт, осрашыуҙарға бай эш к өнө үткәрҙе. Был ваҡыт оппозицияны операция өҫтәленә һалып т икшереп ҡарарға мөмкинселек бирҙе.
       "Башҡортостанға килеүебеҙ ниндәйҙер ғәҙәттән тыш маҡсатта р ҡуймай. Һеҙҙең республикаға килергә теләк күптән бар ине, Дәүләт Дум аһы фракцияларының береһенән булараҡ, беҙҙең өсөн Башҡортост андың ижтимағи тормошо менән танышыу мөһим", - сәфәр барышын да Рогозин һәр осрашыуҙы ошондай һүҙҙәр менән башланы.
       Башҡорт оппозицияһы сығышы тирәләй үҙәк матбуғатта шау - шыу ҙур булыуын билдәләп үтер кәрәк - ул 2003 йылғы президент мәғлүм әт кампанияһын хәтерләтә. Был федераль үҙәкте хәүефләндермәй ҡа лмай. Пиар - эшмәкәрлек сәнғәтен децибелдар һаны буйынса баһ аларға мөмкин, әммә ысынбарлыҡ кадр артында ҡала. Дмитрий Рогозин үҙенең сығышын да "Үҙәк матбуғат саралары, республикала үткән "оппозиция" митингылар ын файҙаланып, республикалағы хәлде боҙоп күрһәтте", тип билдә ләне һәм партияның республикалағы хәл - ваҡиғаларҙы дөрөҫ яҡтыртыусы объектив мәғлүмәтте баҫмаға сығарыу йәһәтенән Башҡортостанға ярҙам ит әсәге тураһында белдерҙе.
       Төп конфессия вәкилдәре менән Дмитрий Рогозин уларҙың бил әмәләрендә осрашты. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назарат ында "Родина" етәксеһе дәүләт проблемалары хаҡында хәстәрлек күреүсе Дәүлә т Думаһы фракцияһы башлығы булараҡ сығыш яһаны. Рәсәй мосолмандарының
       Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға ул түбәндәге һ орау менән мөрәжәғәт итте:
       - Башҡортостанда экстремислыҡ күренештәре йәки дини сығыш тар өсөн нигеҙ бармы
       - Динде үҙ файҙаларына ҡулланырға маташыу осраҡтары һәр в аҡыт булалыр, моғайын. Һуңғы 15 йыл эсендә бында төрлө радик аль дин формаларын таратырға маташыуҙар булды. Башлыса йәштә рҙе йәлеп итергә тырыштылар, - тип яуапланы Тәлғәт Тажетдин.
       Ошо уҡ һорауҙарҙы Рогозин Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы етәксеһе урынбаҫары игумен Симеонға ла йүнәлтте. Ул сәйәсмән гә яуабында 14 йыл эсендә дини - ара ғына түгел, дин тотоусы ларҙың үҙ - үҙен тотошонда ла ниндәйҙер айырым фобиялар күҙәтергә тура килмәүен белдерҙ е. "Республикала дини нигеҙҙә конфликттарға урын юҡ, тик мин ик енсе нимә борсой: һәр конфликтҡа дини төҫ биреүҙәре ихтимал", - тине и гумен Симеон.
       Республика Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашыуҙарҙан
       һуң да Дмитрий Рогозин билдәле генә һығымта яһауын белдермәне.
       - Әлбиттә, республикала барған хәлдәрҙең, был ваҡиғалар а ртында кемдәр тороуын, оппозиция позицияһынан сығыш яһаусыларҙың реаль маҡ саттарының айышына төшөнөргә, был йәһәттән республика етәксе легенең фекерен белергә кәрәк. Беҙ үҙе хаҡында төп оппозицион көстәрҙең бере һе булараҡ белдергән үҫә барыусы федераль сәйәси партия булып торабыҙ. Килеп тыуған хәлдә ҡайһы йәһәттән файҙалы була алыуыбыҙҙы ас ыҡлау беҙгә бик мөһим. Күп милләтле республикағыҙҙа талаш - тартыш ҡуптармаҫҡа кәрә к. Уның эҙемтәләре бик етди булыуы ихтимал. Оппозиция ла, власть орг андары ла йәмғиәттә тыуған проблемаларҙы аҡрынлап, ғәли йәнәптәре Зак онға таянып хәл итеү өсөн яуаплы, тип һанайым. Беҙ оппозицияға үҙ талапт ары менән Рәсәй парламентының федераль власть органдарына "ишек шаҡырғ а" ярҙам итергә әҙер, тик шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен тейешле сиктә, тыныс
       тотоуҙарын, йәмғиәт һәм власть араһындағы ышаныс нигеҙҙәрен юҡҡа сығарма уын һорайбыҙ.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, Дмитрий Рогозин үҙе лә аңғармаҫта н федераль власть органдарының республикалағы ижтимағи - сәйәси хәлгә ҡ арата тәғәйен генә уйы булмауын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта "Ро дина" партияһы етәксеһе төбәк менән яҡындан танышлығы партияға үҙ проблемаларын хәл итергә лә ярҙам итеү мөмкинлеген йәшермәне: " Беҙ республика Президент ы менән беҙҙең республика парламентына, урындағы үҙидара органдарына
       һайлауҙа ҡатнашыуыбыҙ тураһында һөйләштек, киләсәктә , 2007 йылғы һай лауҙарҙа "Родина" партияһы исемлектәрендә Башҡортостандың лайыҡлы вәк илдәре булыуы тураһында ла уйлайбыҙ". Әгәр ҙә Кремлдең Рогозин парт ияһына ыңғай ҡарашта булыуы тураһындағы күҙаллауҙар дөрөҫ ик ән, тимәк "Родинаның" дәғүәләренә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Әлеге ваҡытта партия ла һикһән мең ярым кеше, уның съезына тиклем, Рогозин әйтеүе нсә, партияла тороусылар һаны 100 меңгә етәсәк, ә йыл аҙағына улар 150 меңгә барып ба ҫасаҡ. Бөтә Рәсәй өсөн был һан күп түгел. Әммә Рогозиндың алдынғы, олиг архтарҙы яратмаған һәм төбәктәрҙе эреләтеү өсөн сығыш яһаусы партияғ а әйләнеү тураһындағы планы халыҡтың эре капиталды күрә алмау фонында тормошҡа ашыуы мөмкин.
       Республиканың берләшкән оппозицияһы менән дә Рогозин тәүг ә осрашты. Ул быға тиклем оппозиция алдынғылары менән контактҡа инмәүен
       махсус рәүештә һыҙыҡ аҫтына алды. Хәйер, Рәмил Бигнов менән Дәүләт Думаһында "Халыҡ депутаты" төркөмөндә эшләү буйынса таныш ик әнлеген кире ҡаҡманы. Үҙ сиратында оппозиция үҙенең хаҡлығын
       раҫлаусы дәлилдәр килтерҙе. Шул уҡ ваҡытта оппозиционерҙар "Родина" партияһына үҙ яғына күсе ргә тәҡдим итте, йәнәһе, был республикала партия яҡлыларҙы арттырырға я рҙам итәсәк. Барыһын да тыңлағандан һуң Рогозин үҙ фекерен ә йтте.
       - Беҙҙе һәр ваҡытта ла оппозиция эшсәнлегенең саманан тыш
       киҫкен булыуы борсой. Әгәр ҙә инде оппозиция эшсәнлегендә м илли кәрт уйнатыла икән, был икеләтә борсоуға һала. Шуға күрә уның милләт - ара мәсьә ләләргә нигеҙләнмәүен теләр инем. Быға юл ҡуйырға ярамай.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, һөйләшеүҙәргә юл һалынды тип әйте ргә була. Дөйөм алғанда, Дмитрий РОгозин үҙенең көтмәгәндә Өфөгә килеү е Владимир Путиндың һорауы буйынса булыуын йәшермәне. "Мин П резидентҡа республикала нимә күреүем һәм ишетеүем тураһында мотлаҡ еткерәсәкмен һәм уның фекеренә йоғонто яһарға тырышасаҡмын, - тине Дмитрий Рогозин , әммә ситтән күҙәтеүсе роленә инептер инде, моғайын, - Маши на тәҙрәһенән күреүемсә, барыһы ла тыныс, автомобилдәргә таш бәрмәйҙәр, халыҡ урамда ял итә, әммә һауала ниндәйҙер көсөргәнешлек һиҙелә", - тип ө ҫтәне.
       Эйе, "Родина" партияһының үҙ позицияһына килгәндә, респуб ликала кемгә ҡушылырға, йәки бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе ролендә
       ҡалырғамы - бына "РОдина"Рогозиндың Путин менән шәхси осраш ыуынан һуң хәл итер, моғайын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал