6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ТатьянаСпорт

"Юлаевсылар" герой була алманы
25.04.05


       Рәсәй йыйылма командаһы өсөн йәш хоккейсылар беренселеге
       шатлыҡ алып килмәне. Беҙҙең милли команда турнир хужалары -
       чехтарға биреште (1 : 5), ә "юлаевсылар" Зубарев менән Зюзи н үҙәрен тағы ла яҡшы яҡтан күрһәтеүгә өлгәшмәне.
       Рәсәйҙең юниорҙар командаһының донъя беренселегендә уңышһ ыҙ сығыш яһау сәбәптәрен әлегә айырып ҡына әйтеп булмай. Өфө егеттәре
       әйләнеп ҡайтҡас, беҙ уларҙан был турала мотлаҡ һорашасаҡбыҙ. Әлегә р әсәйлеләрҙең уйыны тураһында статистика протоколдары һәм сит
       илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларынан сығып ҡына фекер йөрөтә алабыҙ.
       Уңыш йылмайманы инде егетәргә, ни хәл итәһең. Канадаларҙы
       ла, чехтарҙы ла еңә алырҙар ине лә, әммә тигеҙ булмаған сос тавтарҙа уңышһыҙ уйнанылар. Рәсәйлеләр күпселектә уйнап, үҙ ҡапҡаларына "саған япраҡтарынан" шайба үткәрҙе, һөҙөмтәлә - беҙҙең йыйылма команданың турнирҙа тәүг е еңелеүе, 3 : 6. Берҙән - бер уңышһыҙлыҡ Рәсәй йыйылма кома ндаһының үҙ төркөмөндә беренсе урындан өсөнсөгә төшөүө һәм чемпионат хужаларына тап
       килеүенә булышлыҡ итте. Осрашыуҙың беренсе һәм икенсе периодында чехт ар уйындан ике тапҡыр йышыраҡ сығарылды, әммә өс тапҡыр ғына
       күпселектә уйнап, улар бер тапҡыр шайба индерә алды. Беҙҙең егеттәр иһә бер уй ынсыға күберәк булыуҙарының файҙаһын бер тапҡыр - матч аҙағында, и ҫәп 5 : 0 булғанда ғына файҙалана алды.
       Канаданың абруйлы мәғлүмәт агентлыҡтарының береһе рәсәйле ләрҙең юғары шәхси оҫталығын билдәләне. Бәлки беҙҙең хоккейсылар, ш ул иҫәптән Зубарев менән Зюзин да драфтың тәүге раундтарында уҡ НХЛ клу бтары вәкилдәренең иғтибарын йәлеп итер
       Рәсәйҙең йәш "йондоҙҙарынан" ысын мәғәнәһендә көрәшкә һәл әтле һәм ныҡыш коллектив төҙөү теләге тормошҡа ашмауы йәл, әлбиттә. Х әҙер инде Рәсәй командаһы көйәрмәндәрен уның бишенсе - алтынсы урын өс өн Словакияға ҡаршы көрәштә еңеү - еңмәүе ҡыҙыҡһындырыуы икеле.
       Үткән йылда беҙҙең юниорҙар "алтын" алды, ә быйылғы состав хатта я рымфиналға ла сыға алманы.
       Беҙ Дмтрий Зюзиндың атаһы Юрий Иванович менән бәйләнешкә индек һәм "БАШвестЪ" гәзите уҡыусылары менән үҙенә билдәле м әғлүмәтте
       уртаҡлашыуын һораныҡ:
       - Уйындан һуң Дмитрий миңә шылтыратты. Улымдың еңеү өсөн барлыҡ көсөн биргәненә ышанам. Йыйылма команда был составынд а өс йыл уйнай. Ә Диманы беренсе тапҡыр ғына саҡырҙылар һәм шунда уҡ донъя беренселегенә! Беҙҙең егеттәрҙең еңелеүе Рәсәй йыйылма командаһында күпселе ктең үҙе өсөн тырышып, килгән скауттарға оҡшарға тырышыуына бәйлелер тип уйлайым. Ә команда уйыны, берҙәмлек булмағандыр, күрәһең. Хә йер, минең мәғлүмәт буйынса, Канада ҡаршы матч тигеҙ барған, әммә рәсәй леләр ҡыуып етә башлағас, 3 : 4, судьялар беҙҙекеләрҙе уйынд ан сығара башлай - һәм был уйынға йоғонто яһамай ҡалмай, әлб иттә.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал