6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Һылыуҡай" булыу бәхете Алина Харисоваға йылмайҙы
25.04.05


       Бәхәсләшеүҙәр тынды, ә "Матурлыҡ" планетаһында Ал ина исемле яңы йондоҙ балҡыны. Йәш матурҡай "Һылыуҡай - 2005 " конкурсының финалға сығыусы 12 сибәркәй араһында бәхет тап үҙенә йылмайырын көтм әгән дә икән. Әммә тап ошо ҡыҙ, Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡор т республика гимназияһы уҡыусыһы, еңеүсе тип иғлан ителде һә м үткән йыл һылыуҡайы Алтынай Ибраһимова уға таж кейҙерҙе, ә бағыусылар конкурстың
       төп бүләге - ноутбук тапшырҙы.
       Ярыш ғәҙел булды. Жюри ағзаларының оҙаҡ ваҡыт кемде һылыу ҡай итеп һайларға ҡарар ҡабул итә алмай ыҙаланыуы ла быға дәлил. Судь ялар һайлауҙың һуңғы этабында, 12 ҡыҙҙан дүртәүһе генә ҡалға с та оҙаҡ бәхәсләште.
       - Мин кемде еңеүсе итеп билдәләү хаҡында уйлап, төнө буйы
       йоҡламаным. Ә барыһы ла бер нисә секунд эсендә хәл ителде,
       - ти конкурстың жюри рәйесе, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының
       баш мөхәррире Йомабикә Ильясова. - Ҡыҙҙарға залдан ҡарағанда Лира Әбдрәхимова барыһынан да мату рыраҡ кеүек ине, әммә кәңәшләшергә сығып, фойела ямғырҙан һуң сыҡҡ ан ҡояш кеүек балҡыған Алина Харисованы күргәс, "Һылыуҡай - 2005" та п ул икәнлеге асыҡланды.
       Жюри кәңәшләшкән ваҡытта мин түҙмәнем, йәштәрҙең кем өсөн
       "ауырыуы " менән ҡыҙыҡһындым.
       Илдар Бәшәров менән Дим Асанбаев Башҡорт гимназияһынан үҙ ҙәренең класташтары Алинаны дәртләндерергә килгән.
       - Беҙ бында тәүге тапҡыр, - тип тәьҫораттары менән уртаҡл аша егеттәр, ҡыҙыҡлы тамаша. Еңеүҙең 60 йыллығына арналған күренеш айырыу са оҡшаны. Беҙ Алина яҡлы, әлбиттә, әммә беҙгә Розалия Әхмәҙ иева ла оҡшаны.
       Руслан Шәйхетдинов, Рәшит Мөхәмәтйәнов, Өфө эске эштәр ид аралығы хеҙмәткәрҙәре, "Любизар" төркөмө йырсылары:
       - Айһылыу Баязитованы ҡыйыулығы өсөн бүләкләргә була, сөн ки ул иң йәше. Көнһылыу ҡурайҙа бик матур уйнай. Ә беҙгә ике
       Алина оҡшаны - береһе Имәнғолова, икенсеһе - Харисова.
       Әғзәм, программист.
       - Миңә Бөрйән районынан килгән ҡыҙ оҡшаны (Көнһылыу Ишмөх әмәтова). Уның тауышы шундай тулҡынландырғыс, хатта тәндәрем земберләп  китте...
       - Эйе, быйыл ҡыҙҙар матур һәм йәшерәк, - тип өҫтәй Әғзәмд ең дуҫы Илшат Бәшәров, БДУ студенты.
       Альберт Ниғмәтуллин, "Карауанһарай" төркөмө музыканты:
       - Мин ҡыҙҙарҙың әҙерлек репетицияларында булдым. Барыһына н бигерәк миңә Әлфиә Ғималова оҡшаны. Ҡыҙҙарҙың ике аҙна эсендә барыһы на ла өйрәнеп өлгөрөүе иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ.
       Нефтселәр һарайында был тамашаның нисегерәк үтеүе тураһын да һөйләп китмәйенсә булмай. Йола буйынса, Милли йәштәр театры артисы Венер Камалов ҡыҙҙарҙы сәхнәгә саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Венер эрг әһендә Земфира Байбулдина юҡ ине, уның урынын яңы алып барыусы - "Һ ылыуҡай" төркөмө йырсыларының береһе Асия Шахрина биләгән.
       Сибәркәйҙәр ярышы уларҙың иң сағыу хыялдары менән уртаҡла шыуынан башланды.
       Алина Харисованың иң ҙур теләге - кешеләргә шатлыҡ өләшеү .
       - Минең хыялымда ай менән ҡояш осраша, балаларҙы бәхетле ата - әсәләре тәрбиәләй, барыһы ла дуҫ йәшәй, һәр кем үҙенең
       һөйөклө яртыһын осрата.
       Сәлиә Мөхәмәтғәлиева юл күрһәтеүсе йондоҙ булырға, Вәсилә
       Ғайсина, Көнһылыу Ишмөхәмәтова һәм Айһылыу Баязитова әсә булып, донъя ға сәләмәт балалар бүләк итергә хыяллана. Нәйлә Ключарева йы лмайыуҙар ямғыры яуған планетала йәшәргә теләй...
       Быйылғы конкурстың Наркомания, эскеселек һәм тәмәке тарты уҙы иҫкәртеү йылына арналыуын хәтерҙән сығармайыҡ. Конкурста
       ҡатнашыусылар ҙа заман афәттәренә үҙҙәренең ҡарашын белдер ҙе.
       Ҡыҙҙар бер - бер артлы умырзая сәскәләре кеүек асыла барҙ ы. Береһе сибәр йөҙө менән таң ҡалдырһа, икенсеһе матур һөйләшеүе һәм яғымлы тауышы менән әсир итте, өсөнсөһө бейеү оҫталығы менән иғтиба рҙы йәлеп итте. Милли костюмдарҙа сығыш яһауҙа 18 йәшлек Өфө ҡыҙы Алин а Имәнғолова айырылып торҙо. Уға жюри өсөнсө урын бирҙе. Өфөнә н Әлфиә Ғималова һәм Әбйәлил районынан Сәлиә Мөхәмәтғәлиева ла ошонд ай уҡ баһаға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Сәлиә бынан тыш "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһынан һуң "Мисс пресс а - 2005" тип тә иғлан ителде.
       Икенсе урынға Стәрлетамаҡтан килгән 17 йәшлек Лира Әбдрәх имова һәм иң йәш конкурсантка Айһылыу Баязитова сыҡты.
       Беренсе урында Әбйәлил районы ҡыҙы Дилбәр Ғайсина. "Мисс
       дуҫлыҡ" номинацияһында еңеүсе тип жюри 18 йәшлек Нәйлә Ключарева, " Мисс фото" - Розалия Әхмәҙиеваны билдәләне. "Тамашасылар һөй өүе" 20 йәшлек Көнһылыу Ишмөхәмәтова өлөшөнә төштө, "Һылыуҡа й" студияһының махсус призы Әлфиә Ғималовала, "Флер де Сантэ " косметика компанияһының махсус призы 16 йәшлек Вәсилә Ғайс инала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал