6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Ят утрауҙар ситтә торһон, үҙ төйәгебеҙҙә сихәт бар
25.04.05


       Уф, эҫе! Бөгөнгө ҡояшлы (йәйге тип әйтһәң дә була) көнд ә тик яҡшы нимә тураһында ғына уйлағы килә. Әйтәйек, ҡаланан
       ситтә ял итеү... Туҙанлы Өфөнән алыҫҡааҡ китеп, ысын тормош гөрләгән ергә юл тотайыҡ!
       Юҡ, һеҙ хаталанаһығыҙ, Төркиә йәки Испанияға түгел, хатта Греция мен ән Канар утрауҙарын да күҙ уңында тотмайым мин. Унда ананастар үҫәлер
       ҙә бәлки, тик "буржуиндар" уларҙы үҙҙәре ашаһын әйҙә. Беҙҙең үҙебеҙҙең мөғ жизәле урындарыбыҙ етерлек.
       Быйыл май айында "Башҡортостан" милли паркында яңы турист ик маршрут асыласаҡ. Ул ысын МӨҒЖИЗӘгә тиң тип бер ҙә шыттыр майым. Маршрутты булдырыусылар - парк хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре. Фәҡирҙәрбеҙ тип б ер ҙә илап ултырмай улар, ә нисек итеп халыҡҡа һәм тәбиғәткә ярҙам итеү
       тураһында баш вата һәм бына, теләктәренә өлгәшкәндәр бит. Башта уларға
       Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының грандтарға "Рәсәй ҡурсаулыҡтары һәм
       милли парктары" тип аталған конкурс уҙғарыуы тураһында мәғлүм була
       һәм һис һүҙһеҙ еңеү яуларлыҡ проект тәҡдим итергә уйлай.
       Ә "Башҡортостан" милли паркының конкуренттары етерлек. Әл еге ваҡытта ҡурсаулыҡ өлкәһендә алдынғы Рәсәй белгестәре ингән жюри ағза ларына Рәсәй ҡурсаулыҡтары һәм милли парктарынан килгән етмештән ар тыҡ заявка ҡарарға тура килде. Урал проект офисында әйтеүҙәр енсә, конкурс "Урындағы (өлкән) халыҡты айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен яҡла у буйынса эшмәкәрлекә йәлеп итеү" темаһына арналған. Айырыуса һаҡланыу сы тәбиғәт территориялары буйынса алдынғы Рәсәй эксперттарының күҙлеген ән сығып ҡарағанда, бөгөн был эшкә йәлеп ителеүсе һәм тәбиғәтте һаҡла у эшмәкәрлегенең мөһимлеген аңлаусы урындағы халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы ғына тәбиғәтте һаҡлау буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ки лтерә ала.
       Еңеүсе проекттың авторы - "Башҡортостан" милли паркының э кологик мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Валентина Калеман менән һөйләшеүҙә н асыҡланыуынса, парк бындай конкурстарҙа тәүгә генә ҡатнашмай , тик әлегә тиклем еңеү осрағы булмаған әле. Һәм, ниһайәт, тәбиғәтте һаҡ лаусыларҙың ныҡышмалылығы һәм маҡсатына ынтылыуы лайыҡлы баһаланды.
       Әйткәндәй, проекттың исеме үк "Башҡортостан" милли паркы
       хеҙмәткәрҙәренең оптимист булыуҙары тураһында һөйләй - "Йәш әү - яҡшы, ә яҡшы йәшәү - тағы ла һәйбәтерәк".
       Шулай итеп, проекттың асылы "Башҡортостан" биләмәләрендә яңы туристик маршрут асыуҙан ғибәрәт. Ул Мәләүездә башлана, парктың төп артерияһы - Нөгөш йылғаһы аша үтә, туристарҙы был матур төбәктең барлыҡ үҙенсәлектәре менән таныштырасаҡтар. Проект буйынса урындағы
       халыҡтың да әүҙем ҡатнашыуы ҡарала - улар туристарға халыҡ оҫталығы серҙәрен а сасаҡ: боронғо туҡыу станогында эшләү, көршәктәп яһау һәм башҡалар.
       Был һөнәр төрҙәре әле паркта тергеҙелә. Әйткәндәй, проектты тормошҡа а шырыу уларҙың үҫеше өсөн өҫтәлмә этәргес ролен уйнай. Конкурста яу ланған средстволар, мәҫәлән, көршәк изделиеларын яндырыу өсөн яңы м ейес алырға мөмкинселек бирә. Бынан тыш, парк туристарҙы ҡун аҡ итер өсөн ике тирмә һатып алырға планлаштыра. Шулай итеп, проект урындағы халыҡҡ а үҙ белеме, оҫталыҡтарын файҙаланып аҡса эшләргә, үҙ халҡын ың йолаларын тергеҙергә булышлыҡ итәсәк.
       Проект хаҡы, белгестәр фекеренсә, 170 меңгә төшәсәк. "Баш ҡортостан" милли паркы үҙ средствоһынан 24 мең индерә ала, Бөтә донъя ҡ ырағай тәбиғәт фонды уларға 146 мең бүләсәк.
       Быйыл йәй, яңы маршруттан тыш, быға тиклем булған һыбай й өрөү маршруты буйынса ла сәйәхәткә сығырға мөмкин буласаҡ.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, йәйгелеккә аҡса туплағыҙ һәм уны сит ил курорттарына түгел, үҙебеҙҙең туған тәбиғәтебеҙгә ярҙ ам итеүгә тотоноғоҙ. Ҡәнәғәт ҡалырығыҙға иманым камил, сөнки
       унда үҙем булдым, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем һәм тағы ла бара саҡмын.

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал