6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Журнал биттәрендә төшөү өсөн матурлыҡ ҡына етмәй
25.04.05


       Ҡыҙҙарҙың кемеһе генә бала сағында модель булырға хыяла нманы икән Мин дә, бер нисә йыл буйы бер парта артында улты рған әхирәтем дә, күршелә йәшәүсе өс ҡыҙ ҙа, барыһы ла үҙ ваҡытында модель булыу хыялы
       менән йәшәне. Һуңынан, студентлыҡ осоронда ла, баш әйләндерерлек к арьера эшләүҙең бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ һымаҡ ине, өҫтәүенә унив ерситетҡа йыш ҡына матур итеп кейенгән кешеләр килә һәм фотостудия һәм
       модель агентлыҡтарына саҡыра, телефондарын ҡалдырып сығып китә торғ ан булдылар. Тик быны эшләргә һәр ваҡыт нимәлер ҡамасауланы,
       йә телефон номерын юғалтам, йә саҡырыусы кешеләре оҡшап етмәй.
       Ә бына күптән түгел ELLE журналында Өфөнән сыҡҡан модель Юля Васильева тураһында уҡыным, ул үҙенең көндәлек биттәрендә тө пкөлдән бәхет эҙләп килгән йәш ҡыҙҙарға ҙур ҡалала йәшәүе нисегерәк бирелеүе тураһында бәйән итә. Уҡыным да, Рәсәйҙә "журнал битенән төшк ән ҡыҙ" булыуы үтә ҡыйын йәки бөтөнләй мөмкин түгел, тигән ҡарарға к илдем.
       "11 апрель. Бына, ниһайәт, мин Мәскәүҙә. Кеҫәмдә 150 һум һ әм агентлыҡтың
       телефоны яҙылған бөгәрләнеп бөткән ҡағыҙ ята. Агентылҡҡа ба рып ингәс иҫем китте: еүеш подвал, иҙәндәре бысраҡ, иҫке мебель. Китер гә тип кире боролған ерҙән һуңғы аҡсамды таксиға түләүем иҫкә төштө. Аге нтлыҡ директоры, бармағында балдағы ялтыраған тулы, пеләшерәк ир м иңә баһалаусы ҡараш ташланы, ҡайҙан килеүемде һораны һәм шунда у ҡ эш тә тәҡдим итте - эскорт. "Перспективалы ҡыҙыҡай" тип тә өҫтәне.
       Кисен мин клиенттар менән ресторанға киттем. Был ике ир ә ле булһа күҙ алдымдан китмәй. Кис буйына улар араҡы эсте һәм тормоштарына
       зарланды. Береһе үҙенең ҡарт ҡатыны һәм илаҡ балалары, икен сеһе уны ниндәйҙер "братоктар" алдауы хаҡында гәп һатты. Уларҙы тыңлау уҡшытҡыс
       ине. Минең үҙемдең проблемаларым баштан ашҡан: әсәйем эсә, атайым эшһеҙ ҡартатай һуҡыр, оләсәйем ауырыу, фәҡирлек бәкәлгә һуға, ә былар текә "мерс" машиналарында йөрөй һәм үҙҙәрен береһе лә яратмауына зарлана . Бындай һимеҙ һәм ҡурҡыныс ирҙе кем яратһын Ярар әле миңә ҡул һуҙыр ға маташманылар. Уларҙың һаташыуҙарҙы тыңлағандан һуң үҙемә тей еш 150 доллар алыуым ғына тынысландырҙы. Хәҙер әсәйемә мамыҡ шәл, ү ҙемә итек алам.
       29 апрель. Сираттағы иҫеректән һуң эскорт менән араны өҙө ргә ҡарар иттем. Һуңғы "эш" өсөн тейешле 100 долларҙы алғандан һуң фат ирҙан киттем".
       - Модель агентлыҡтары араһында ла төрлөләре була, - тип һ өйләй Өфө модель бизнесы академияһы директоры Елена Лоҡманова. - Персп ективалы агентлыҡты сираттағы "Танышыуҙар клубынан" айыра белергә ген ә кәрәк. Бының өсөн мотлаҡ агентлыҡ етәкселегенә иғтибар итегеҙ: был кеше үҙен нисек тота, моделдәргә һәм үҙенең конкуренттарына ниндәй ҡар ашта, кешеләр менән нисек һөйләшә. Тағы бер мөһим деталь - конкурс тар, тап улар агентлыҡтың кимәле тураһында фекер йөрөтөргә м өмкинселек бирә.
       Агентлыҡ һайлағанда тағы бер етди мәл: төнгө сығыштарҙан һуң бер модель дә төнгө клубта ҡалырға тейеш түгел. Яҡшы аге нтлыҡта эш менән күңел асыу саралары бер юлы алып барылмай. Әлбиттә, модель дә кеше, уның да бейеп күңел асҡыһы килә, тик эш ваҡытында түгел.
       Беҙ тәжрибәле манекенщиктарға ла, яңыларына ла үҙҙәрен кү рһәтергә мөмкинселек бирәбеҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә моделдәр ҙең ваҡыты сикле шул. Беҙ ҡыҙҙар менән улар институттан сыға рылғансы ғына эшләй алабыҙ. Әммә Золушка хаҡында әкиәт бөтөнләй ысынбарлыҡҡа тап
       килмәй тип уйларға ярамай - мин билдәле Наталья Водянова ха ҡында ғына һүҙ алып бармайым. Әйтәйек, йәш Өфө моделдәренең береһе Лена Шевченко
       менән күренекле француз кутюрьеһы Карл Лагерфельд шөғөлләнә. Әлегә
       Лена Өфөлә йәшәй, 11 - се синыфты тамамлай, әммә һуңынан тағы Фра нцияға барасаҡ.
       " 15 июль. Иртә менән Point моделдәр агентлығынан шылтыра тып уяттылар. Сисенеү бүлмәһендә ҡыҙҙар был скаутты бик үк м аҡтамай ине. Агентлыҡ Париждан, әммә бәләкәй, элемтәләре юҡ, заказдар ҙа аҙ була и кән. Ябай кастинг инде. Беҙҙе фотоға һәм видеоға төшөрҙөләр. Алға бар,
       һулға борол. Беҙ сиратлап үҙебеҙ менән таныштырабыҙ, француздың ярҙамсыһы
       беҙҙең үлсәмдәребеҙҙе ала, хатта тештәргә тиклем тикшерә.
       Кастинг тамамланғандан һуң француз мине тағы ла эргәһенә саҡырғас,
       ғәжәпләнә төштөм. Тәржемәсе аша Өфөнән килеүемде, тәжрибәм һәм портфолио булмауын белдерҙем. "Һиндә анемия булыуы ихтимал, ашауыңды яҡшыртырға, әммә артыҡ һимермәҫкә кәрәк. Танауың менән дә пр облема, уның осо вертолет майҙаны кеүек йәйпәк. Быны төҙәтеп була, ә лбиттә. Әгәр тештәреңде лә рәтләтһәң, ысын сибәркәйгә әйләнәсәкһең һәм Па рижды яулай аласаҡһың".
       Танау, операция... Бының өсөн кәм тигәндә алты - һигеҙ ме ң доллар сығарып һалырға кәрәк! Һуңынан миңә, әгәр сит ил агентлығы ҡ ыҙҙы алһа, операция ла уның иҫәбенә эшләнеүен аңлаттылар. Тик был үтә е тди инвестиция, һәм улар был сығымдың аҡланасағына ышанырға тейе ш. "Инглиз телен өйрән!" - тине хушлашҡанда француз. Ҡайҙа, ниндәй аҡсаға икәнлеген өндәшмәне. Артабан минең тураһында уйлаясағын белдерҙе. Тимә к, алмай".
       - Мәскәү агентлыҡтарының күпселеге килемһеҙ эшләй: үҙәктә
       офис, моделдәр өсөн бер нисә фатир тотор, менеджер - скауттар ялла р, тиҫтәләп ҡыҙҙарҙы эш менән тәьмин итер өсөн айына кәм тигәндә 15 - 20
       мең доллар
       кәрәк, -тип һөйләй ELLE журналында NEXT халыҡ - ара агентл ыҡ вәкиле Антон Алферов милли модель бизнесы үҙенсәлектәре т ураһында. - Моделдәр бик аҙ аҡса эшләүе тураһында билдәле - бер сығыш, презентация йәки күргәҙмәлә ҡатнашҡан өсөн 50 - 100 доллар ( иң күбе 150). Был аҡсаның 2 0 - 30 проценты эш менән тәьмин итеүселәр кеҫәһенә күсә. Ул агентлыҡ сығымдарының өстән бер өлөшөн дә ҡапламай, финанс м енән ғәҙәттә бай эшҡыуарҙар ярҙам итә, сөнки күпселек агентлыҡтарҙа ябай танышыу клубы йәшәп килә.
       Нисек кенә булмаһын, 1998 йылғы дефолтҡа тиклем күп кенә ҡыҙҙар
       рекламаларҙа, клиптарҙа төшөп, айына биш -ете мең доллар эш ләгән. Бөгөн иһә айына ике - өс мең эшләүселәр тиҫтәләп кенә ҡалды. Ҡалға ндарына иһә
       етешле тормошто йомарт эшҡыуарҙар тәьмин итә.
       Был тарихтарҙың аҙағы төрлөсә булыуы ихтимал. Кемдер фати р, машинаға
       эйә була, Куршевелгә лә бара. Кемдер үҙенең икенсе яртыһын таба һәм башҡа статусҡа күсә - бындайҙар бик аҙ. Ҡалғандары тормоштан  ваз кисеп, кеҫәһендәге өс тәңкәһе менән туған Урюпинск ҡалаһына әйләнеп
       ҡайта.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал