6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ленин Яхъя Туҡаев йәйләүендә
25.04.05


       Владимир Ильич Ленин 1900 йылдың февралендә һәм июнь - и юль айҙарында Башҡортостанға килгәндә, тик Өфөлә генә туҡтал ған тип һанарға күнеккәнбеҙ. Был дөрөҫ түгел. 1900 йылдың йә йендә утыҙ йәшлек, энергияһы ташып торған революционер - марксист Владимир Ульянов Бөрөлә, Раев кала, Иҫке Ҡыйышҡыла ла булып өлгөрә...
       Надежда Константиновна Крупская "Өфөнөң тирә - яғы бик м атур булыуын, йыш ҡына ҡаланан ситкә сығыуын, ә Владимир Ил ьич килгәндә, бергәләп
       сығыуҙарын" хәтерләй.
       Лениндың Башҡортостанға ял итеү теләге менән генә түгел, беренсе сиратта уның "Искра" гәзитен сығарыу йәһәтенән Өфөлә
       таяныс пункты булдырыу, социал - демократтар менән осрашыу өсөн килә.
       1978 йылдың 12 июлендә "Правда" гәзитендә ҡыҫҡа ғына мәҡә лә сыға: "Кисә Раевка (Башҡорт АССР - ы) тимер юл станцияһы вокзалынд а мәрмәр таҡтаташ асылды. Бында 1900 йылдың июлендә социал - демократ
       В. А. Носков менән осрашыу өсөн В. И. Ленин килгән..."
       1900 йылдың йәйендә Владимир Ульяновтың Өфөгә килергә йый ыныуын ишеткәс, Воронеждың социал - демократтары ла Башҡортостанға килергә була. Улар "Төнъяҡ эшселәр союзы" төҙөй, әммә эште й әнләндереп ебәреү юлын таба алмай. Шуға күрә Владимир Ильичты үҙҙәренең планы менән
       таныштырыу, хатта уның был ойошмаға етәкселек итеүен һорарғ а ниәтләп киләләр.
       Воронеж социал - демократы Владимир Александрович Носков Өфөгә
       Лениндан ике аҙна алданыраҡ килә. Н. К. Крупская янында бул ып, үҙенең
       Әлшәй ауылы эргәһендә башҡорт Яхъя Туҡаевта "ҡымыҙҙа" булас ағын белдерә.
       Ленин Носковтың үҙе менән осрашырға теләген белгәс, Раевк аға барып килергә була. Ул иртәнге бишенсе һанлы поезда бара һәм Надеж да
       Константиновна юлға биргән сейә менән һыйлана.
       Раевка станцияһында ҡунаҡты Носков, зәңгәр күҙле, көмөрөр әк кеше ҡаршылай. Уның эргәһендә йәйләү хужаһы, мыҡты кәүҙәле Яхъя Т уҡаев та була. Тиҙҙән улар йәйләү урынына барып етә. Төйлән йылғаһы б уйында ҡымыҙсылар өсөн дүрт ҙур булмаған йорт, уртала хужаның тирмә һе
       урынлашҡан.
       Әлшәй эргәһендәге йәйләүҙә өс революционер була. "Тиҙҙән дүртеһе лә урманға китте, - тип яҙа был хәлдәрҙең шаһиты Т. В. Розанова . - моғайын, иркенләп һөйләшер өсөндөр".
       Һөйләшеү нимә хаҡында бара Һүҙ Носковҡа:
       "Өфө далаларында йәшәгәндә беҙгә В. И. Ленин килде, - тип
       һөйләй ул һуңынан, - һәм беҙ Төнъяҡ союзды ойоштороу, "Искра" гәзитен сығарыу, башҡа мәсьәләләр буйынса оҙаҡ һөйләштек..."
       Ҡымыҙ бешеүсе Розанова түбәндәгеләрҙе хәтерләй:"Көндөҙ Вл адимир Александрович (Носков) үҙҙәренең йортонда уңайһыҙ, бола һәм
       бысраҡ булыуын әйтеп, Владимир Ильичты беҙҙә ҡабул итеп булмаҫмы ик ән, тип һораны. Мин бик теләп ризалаштым, әлбиттә. Һәм тейешле сәғәт кә беҙҙең барыһы ла әҙер ине.
       Улар дүртәүләп килде: иң алда Владимир Ильич. Танышҡанда ул миңә бер пакет эре сейә бирҙе һәм: "Ҡатыным юлға биреп ебәргәйне, мин файҙаланманым", - тип көлдө.
       Мин рәхмәт әйттем һәм барыһы ла өҫтәл артына ултырҙы.
       Сәйҙән һуң улар урманға инеп китте, кисен Владимир Алекса ндрович менән Яхъя ҡәҙерле ҡунаҡты станцияға алып барҙы".
       Шулай итеп, 1900 йылдың июль айында, Әлшәйҙән алыҫ түгел,
       Яхъя Туҡаевтың йәйләүендә "Семен Семенович" барлыҡҡа килә. Владим ир Ильич
       "Төнъяҡ эшселәр союзына" ошондай конспиратив исем бирә.
       Партияның икенсе съезында В. А. Носков делегат булараҡ ҡа тнаша. Ул 1913 йылдың майында вафат була.
       Яхъя Туҡаевтың яҙмышына килгәндә, уның ҡышлау йорто Әлшәй ҙә урынлаша. Раевка станцияһынан алты - ете саҡрымда уның йә йләүе лә була. Яхъя Туҡаев 1908 йылда яҡты донъя менән хушлаша.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал