6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Башҡортостан йылғаларында бәрҙе осрай әлегә
10.10.03


       Республикабыҙҙың йылға һәм күлдәре электән һәр төрлө балыҡҡа бай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса уларҙа әле 40 төр ләп балыҡ йәшәй, уларҙың 12 - һе һирәк осраусы балыҡтар иҫәб енә инә.Баҡһаң, беҙҙә бағыр, ҡырпа, йәйен, бикре, уҡбалыҡ һә м башҡа балыҡтар бар икән. Мин үҙем, мәҫәлән, 12 килограмм т артҡан 105 сантиметрлыҡ йәйенде күргәнем булды. Ҡайҙа тиһеге ҙме Кисә Федоровка районының Бала - Сытырман мәҙәниәт йорто нда үткән балыҡсылыҡ буйынса республика кәңәшмәһе ваҡытында
       ойошторолған күргәҙмәлә. 4,5 килограмм, 55 сантиметр оҙонл оғондағыкарп, 4 кило, 73 сантиметрлыҡ суртан, 4,8 кило, 64 с антиметрлыҡағасаҡ, 4,5 кило, 62 сантиметрлыҡ һыла балығы сем инарҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалманы, әлбит тә. Әйткәндәй, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бындай күрһәткестәрҙ е ниндәйҙер сик тип иҫәпләмәй. Сөнки тәрән йылғаларға бай Б ашҡортостанда балыҡ хужалыҡтарын үҫтереү һәм уны килемле ите ү өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: бөг өн республика территорияһында 325 комплекс тәғәйенешле мели оратив быуа, 300-гә яҡын күл һәм 5 ҙур һыуһаҡлағыс иҫәпләнә.
       Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай мөмкинселектәр тулыһынса фай ҙаланылмай әле. Ә бит сит илдәрҙә балыҡсылыҡ тармағы юғары килемдәр килтерә. Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында һәүәҫкә рҙәр өсөн балыҡ тотоу ойоштороуҙан килгән килемде нефть тар мағыныҡы менән тиңләйҙәр. Америка халҡының 33 проценты балы ҡ тотоуға даими йөрөй һәм бының өсөн аҙ аҡса түкмәй. Ә бит б еҙҙә лә балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар байтаҡ. Рәсәйҙә, мәҫәл ән, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 15 миллионға яҡын һәүәҫкәр ба лыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүсе бар.
       Селбәрә үрсетеү һәм балыҡ һатыу ҙа килемле шөғөл. Мәҫә лән, Семинар үткән "Балыҡ" Федераль дәүләт предприятиеһ ы ташландыҡ быуаны тергеҙеү өсөн 200 мең һум бүлгән. Балыҡ
       һәм селбәрә үрсетеп, уларҙы һатып , предприятие йылына 2 ми ллион һумдан ашыу аҡса эшләй. Предприятие директоры Наиль Хә бибуллин һүҙҙәре буйынса, быйыл хужалыҡтың рентабеллеге 30 п роцентҡа күтәрелерегә тейеш.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал