6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йәш булыуы еңелме
22.04.05


       Бөгөнгө йәш кеше ниндәй ул Ниндәй проблемалары бар Ал дына ниндәй маҡсаттар ҡуя Йәше билдәле инде: 14 йәштән 30 й әшкә тиклем. Ә бына социаль портреты төрлө булыуы ихтимал. Йә ул киләсәгенә ышан ыс менән ҡараусы студент, йә дуҫы менән аралары боҙолоуҙан фажиғә яһа ған үҫмер. Йәки үҙ торлағы булмаған, йәш балалы ғаилә, эш эҙләүсе уҡыу йорто сығарылыусыһы, квалификациялы ярҙамға мохтаж өлкән синыф уҡы усыһы...
       Өфө хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында йәш быуы ндың проблемалары, дәүләт йәштәр сәйәсәте тураһында һүҙ алып бары лды. Башта - социаль проблемаларҙы хәл итеү мөһим. Бында һүҙ
       торлаҡ менән тәьмин ителеш, эшкә урынлашыу һәм башҡалар тураһында бара. Өфө хаки миәте башлығы урынбаҫары Миҙхәт Мәмбәтов "Йәш өфөлөләргә торлаҡ" программаһы тураһында һөйләне. Программа буйынса 833 йәш ғаи лә яңы фатирлы булған, йөҙҙән ашыу ғаилә - бала тыуған осраҡта суб сидия алған.
       2005 йылда 300 килешеү төҙөргә планлаштырыла. Был өс йөҙ йә ш ғаилә яңы фатир аласаҡ тигән һүҙ.
       Ҡала етәкселеге йәштәргә эшкә урынлашыу кеүек ауыр мәсьәл әне хәл итергә лә ярҙамлаша. 2004 йыл башынан Өфө йәштәрен эшкә урынлаштырыуға ярҙам итеү үҙәге биш меңдән ашыу кешене ваҡыт лыса һәм даими эш урыны менән тәьмин итте. Бынан тыш ай һайын йәштәр өсөн махсуслаштырылған вакансия йәрминкәләре уҙғарыла, эшкә урынл ашыу буйынса йәштәр өсөн телефон хеҙәте асылды, Өфөнөң уҡыу курст ары һәм комбинаттары менән хеҙмәттәшлек алып барыла, унда йәштәр буш лай белем алып сыға. Йәй көндәрендә үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең мәшғүллеген ә ҡала бюджетынан өс миллион һумдан ашыу аҡса бүләнәсәк.
       Яҡшы эш урыны, уңайлы фатир, былар барыһы ла йәш кешенең тормошонда мөһим ваҡиғалар, әлбиттә. Әммә йәшлектә һалынған әхлаҡи ҡиммәттәр йәшәйешебеҙҙең нигеҙелер, барыбер. Социаль һорауҙарҙы хәл ит еү йәштәрҙе тәрбиәләү проблемаһын ситкә сығармай. 2001 йылда
       ҡалабыҙҙа "Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү һәм 2002 - 2005 йылдарҙа армияға ә ҙерлек" программаһы ҡабул ителгән. Бында Миҙхәт Мәмбәтов алда торған
       мөһим дата - Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләүҙең йәштәрҙе патриотик ру хта тәрбиәләүҙә әһәмиәтле роль уйнауын билдәләп китте. Ҡалал а был байрамға арналған саралар үткәрелә: патриотик йыр конкурсы, "Өфөнөң иң яҡшы хә рби -
       патриотик клубы" конкурсы һәм башҡалар.
       Хакимиәт башлығы урынбаҫары ҡала етәкселегенең балалар һә м үҫмерҙәрҙең йәйге ялына ҙур иғтибар бүлеүе тураһында әйтеп к итте, был айырыуса "социаль хәүеф төркөмөндә" тороусыларға ҡағыла.
       Йәштәр сәйәсәтен хәл итеүҙәге мөһим йүнәлештәрҙең береһе - балалар,
       үҫмерҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә социаль - психологик ярҙам
       күрһәтеү тураһында Милана Скоробогатова һөйләп китте. Ул оҙаҡ ваҡыт " Индиго" психология- медик - социаль оҙатыу үҙәгендә эшләгән,
       күптән түгел Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комит еты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. "Индиго" үҙәге 200 4 йылда ҡырҡтан ашыу кешегә социаль - психологик ярҙам күрһә ткән. "Ышаныс телефонына" шылтыратыусыларҙың айырыуса күп бу лыуын билдәләп үтергә кәрәк.
       Өфөлә ҡала хакимиәте башлығы ҡарары менән 2005 - 2010 йыл дарға дәүләт йәштәр сәйәсәте концепцияһы ҡабул ителде, уның бурысы - йәш быуындың проблемаларын хәл итеү.

Эльвира Ғәниева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал