6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Реклама биреүселәр үҙ хоҡуғын даулай
22.04.05


       Өфө урамдарында һыра һәм тәмәке рекламаларына урын
       бармы Кисә Башҡортостан Республикаһының Конституция судынд а ошо һорау күтәрелде. БР Реклама баҙарында профессиональ ҡа тнашыусылар ассоциацияһы менән Өфө ҡала советы бер - береһенә ҡаршы сығыш яһаны.
       Эш түбәндә: быйылғы йылдың март айында ҡала советы "Өфө ҡ алаһында тышҡы реклама һәм мәғлүмәт средстволарын урынлаштырыу һәм фа йҙаланыу ҡағиҙәләрен" ғәмәлгә индерҙе. Был документҡа ярашлы , баш ҡалабыҙҙа тәмәке, һыра һәм башҡа спиртлы эсемлектәрҙе рекламалау тыйыл а.
       Релама биреүселәрҙе тағы бер сәбәп борсой. Депутаттар ҡар арынса, урамдағы реклама таҡталары араһы 75 метрҙан да кәм булырға т ейеш түгел,
       әгәр ҙә реклама таҡталары урам буйлап урынлаштырылған икән,
       уларҙы
       хәрәкәт итеү юлынан 50 метр ара айырырға тейеш. Юл аша һуҙы лған транспаранттарҙы алырға кәрәк, юл буйындағыларын ғына ҡалдыр ырға мөмкин. Был электрон таблоларға ла ҡағыла: экранды юлға перп ендикуляр урынлаштырыу тыйыла (әйтәйек, аграр университет йәки Үҙәк ба ҙар эргәһендәге видео экрандары кеүек). Бынан тыш табло айыр ым торорға тейеш түгел (Спорт туҡталышында, мәҫәлән). Ҡала советы ҡарары менән ҡал аның власть органдарына рекламаның йөкмәткеһен контролдә тотоу хоҡуғы би релде.
       БР Реклама баҙарында профессиональ ҡатнашыусылар ассоциа цияһы өҫтә һанап үтелгәндәр "Реклама тураһында" Федераль зак онға тап килмәй тип белдерә.
       - Үҙенең ҡарары менән ҡала советы тәмәке, һыра, спиртлы э семлектәр етештереүселәрҙең, шулай уҡ тышҡы реклама һәм мәғлүмәт хужал арының
       хоҡуғын сикләй, - тине судта "Эго - дизайн" студияһы директ оры Андрей Егоров. - Һыра һәм тәмәкенең тышҡы рекламаһына туранан - тур а тыйыу юҡ, бары тик йөкмәткеһе һәм урынлаштырылыуына ҡағылышлы сикләү г енә бар.
       Ҡағиҙәләрҙең ҡайһы берәүһен, мәҫәлән, видео экрандарының айырым тороуы, реклама таҡталарының юлдан 50 метр ара ҡалдырып ҡуйы у
       тураһындағы пункттарын бөтөнләй мәғәнәһеҙ тип һанай реклама сылар.
       - Был Ҡағиҙәләрҙе ҡабул иткәндә, Өфө ҡала советы быйылғы йылдың Наркомания, эскеселек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы тип иғлан
       ителеүенән сығып эш иткән, - тип белдерҙе яуап биреүсе исем енән ҡала советының юридик бүлек етәксеһе Альберт Ямбулатов. - Һәм беҙ
       юлдарҙағы хәүефһеҙлек кемдеңдер иҡтисади мәнфәғәтенән мөһимерәк тип һа найбыҙ. Тышҡы рекламаның юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын й әлеп итеүе һәр кемгә билдәле.
       Кемдең дөрөҫлөгөн суд хәл итер. "БАШвестЪ" процесс барышы н күҙәтеп барасаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал