6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Уңышлы тәжрибә һуңғыһы булмаһын
21.04.05


       - Эйе, беҙ ысынлап та бик ныҡ тулҡынландыҡ, - тип таный "О скар - ансамблдә" ҡатнашыусылар, - өҫтәүенә яңы программа бу йынса сығыш яһаныҡ, ҡурай партияһы, мәҫәлән, бик ауыр. Әммә беҙ башҡарып сыға алдыҡ, т амашасылар ҡәнәғәт ҡалды.
       Дәртле башҡорт көйҙәре һәм моңло лирик йырҙар үрелеп, музык аль гармониябарлыҡҡа килтерә: былар барыһы ла "Оскар - ансам блдең" художество етәксеһе Владислав Самойловтың әҫәрҙәре - "Ҡош тауыштары" рондоһы, ҡурай, скрипка, альт һәм виолончелдә башҡорт халыҡ йырҙары темалары на сюита. Ансаамбль программаны ярайһы уҡ яҡшы башҡарып сыға алды, уны ң үҙенсәлеге - башҡарыусыларҙың универсаль булыуында, яңғыҙ ҙа , күмәкләп тә уйнай белеүҙә. Ансамблдә ҡатнашыусылар һаны ко нцерт программаһына ярашлы үҙгәреп тора, әлбиттә, әммә ансамблдең төп составы эл еккесә: Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Лена Самойлова (скрипка ), Флүрә Ситдыҡова (скрипка), Владислав Самойлов ( альт) һәм БР атҡаҙанған мәҙә ниәт хеҙмәткәре Марк Афанасьев (виолончель).
       Үткән йыл "Рампа" журналы коллективты үҙ номинацияһында б илдәләп үткәйне, әлеге ваҡытта, Урал буйлап гастролдәрен тамамлағанд ан һуң, "Оскар - ансамбль" Рәсәй һәм сит илдәрҙә сығыш яһау өсөн яңы программалар төҙөү менән мәшғүл.
       Милли халыҡ инструменттары күп кенә композиторлыҡ мәктәпт әрендә классикаға тиңләнә, - тип һөйләй Башҡорт дәүләт филармонияһы ның академик музыка бүлеге начальнигы, Халыҡ - ара камера һә м симфоник музыка фестиваленең художество етәксеһе Владислав Самойлов. - Мин н игеҙгә
       башҡорт милли инструменты - ҡурайҙы алып, шуны уҡ эшләргә б улдым. Ҡурай һымаҡ яңғыраған башҡа инструмент юҡ. Минең уны ансамбль инструменты итеү теләгем тормошҡа ашыр тип өмөтләнәм. Бының өсөн йәй бу йы башҡорт фольклорын өйрәндем һәм башҡорт йырҙары темаһына бер нисә әҫәр
       әҙерләнем.
       Ансамблист ролен Өфө ҡурайсыһы Ишморат Илбәков үҙенә алға н. Коллектив ағзалары әйтеүенсә, ул талантлы, башҡорт халыҡ йырҙарынан тыш ҡурайҙа эстрада, классика, донъя халыҡтары көйҙәрен дә башҡарырға ма һир. Бынан тыш, Ишморат Илбәков хроматик ҡурай (иш ҡурай) уйлап тапҡан jexe, был, һис шикһеҙ, "Башҡортостандың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға булып тора".
       Илбәковтың һүҙҙәре буйынса, ул даими рәүештә Башҡортостан да ғына түгел, Германия, Австрия, Италия, Франция сәхнәләрен дә лә уйнаған кеше. Музыкант "Оскар - ансамбль" менән тәү башлап сығыш яһауын та ныны, әммә уңышлы тәжрибә һуңғыһы булмаясаҡ, әлбиттә. Әле, к онцерттан һуң, яңы гастролдәргә әҙерлек башланды ла инде: 19 - 26 апрелдә ул Ка тар һәм Кувейтта сығыш яһай, май айында "Оскар - ансамбль" м енән бергә Германияға юл тотасаҡ. Музыканттар әйтеүенсә, улар өр - яңы программа әҙер ләгән, әммә унда ла Владислав Самойловтың әҫәрҙәре мотлаҡ яңғыраясаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал