6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Өфө нефть һәм газ сәнәғәтселәрен, тармаҡ - яңы идеялар көтә
21.04.05


       Май айының бер нисә көнөнә баш ҡалабыҙ бик күптәрҙең иғтиб ар объектына әйләнәсәк. 24 - 27 майҙа Өфөлә ике ҙур сара үтә сәк. Дөрөҫөрәге, уларҙың икеһе лә нефть һәм газ "соусы" аҫтында биреләсәк - Рәсәй не фть һәм газ сәнәғәтселәре конгресы һәм "Газ. Нефть. Технологиялар - 200 5" халыҡ - ара махсуслаштырылған күргәҙмәгә әҙерлек бара.
       Сара башланыуға ике көн алдан, 22 майҙа, ҡунаҡсыл баш ҡал абыҙ май форумында ҡатнашыусыларҙы үҙ ҡосағына аласаҡ. Ойоштороу коми тетының ошо көндәрҙә үткән кәңәшмәһендәге һөйләшеү республикала сира ттағы нефть һәм газ форумына әҙерлектең нисек барыуына арналды. Ун ы БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, республиканың иҡтиса ди үҫеш һәм сәнәғәт министры Николай Пучнин алып барҙы.
       Һөйләшеүҙән асыҡланыуынса, әҙерлек план буйынса бара. Кон гресс йә күргәҙмәгә ҡатнашлығы булғандарҙың барыһы ла үҙ бурыстарын ү тәй. Барлыҡ һорауҙар ҙа хәл ителеп бөтмәгән, әлбиттә. Әммә ә легә ваҡыт та етерлек. Эштең финанс өлөшө өсөн яуаплы барлыҡ предприятиелар ҙа үҙ в зносын индереп бөтмәгән. Нисә кеше ҡабул итәсәгебеҙ һәм уларҙы ҡайҙ а урынлаштырыу мәсьәләһе лә тулыһынса асыҡ түгел.
       Өфөгә конгреста ҡатнашыу өсөн кемдәр килере тиҙҙән асыҡла насаҡ. 180
       саҡырыу ҡағыҙы ебәрелгән, уларҙың барыһынан да яуап алынып бөтмәгән әле. Әлеге ваҡытҡа май айы сараларында ҡатнашырға т еләк белдереүселәр араһында РФ Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы, РФ Сауҙа - с әнәғәт палатаһы, Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы, Рәсәй неф ть һәм газ инженерҙары союзы, Нефть һәм газ ҡорамалдары етештереүселәр союзы һәм Индонезия һәм Ҡытай илселектәре бар.
       Форумдың фәнни - практик өлөшө буйынса ла әүҙем эш башҡарыл а. Конгресс сиктәрендә 25 майҙа секция буйынса эштәр ойоштор оласаҡ. Биш тематик секция планлаштырыла.
       "Газ. Нефть. Технологиялар - 2005" күргәҙмәһе "Башҡортост ан" күргәҙмә комплексында үтәсәк. Унда 280 - гә яҡын компания вәкилдәре й ыйыла. Экспозицияла беҙҙең республика, Татарстан, Мәскәү, Ленинград , Свердлов, Силәбе, Һамар һәм Рязань өлкәләрендәге нефть һәм газ комплек сы тураһында мәғлүмәт алырға була. Рәсәй предприятиеларынан тыш, ҡунаҡтар - Германия, АҠШ, Италия, Польша һәм башҡа илдә рҙән дә күргәҙмәлә ҡатнашырға теләк белдереүселәр бар.
       Ойоштороусылар күргәҙмә каталогын баҫтырырға йыйына.
       Былар барыһы ла май форумында ҡатнашыусыларҙың уңышлы эше
       өсөн планлаштырылған саралар. Әммә эштән тыш мауыҡтырғыс мәҙәни п рограмма ла ҡарала. Тимәк, Өфөгә тәүгә килеүселәр баш ҡалабыҙ тураһын да тик яҡшы тәьҫораттар ғына алып ҡайтып китәсәк.

Эльвиар Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал