6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Башҡорт милиционерҙары барыһынан да көслөрәк
21.04.05


       Эске эштәр министрлығының бокс буйынса үткәрелгән яры штарында Башҡортостан милиционерҙары еңеү яуланы. Ил буйынса был бере нселек Өфөлә ойошторолдо. РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик и нституты егеттәре Рәсәй Эске эштәр министрлығының уҡыу йортт ары араһындағы ярышта, БР Эске эштәр министрлығы спортсылары республикаларҙ ың эске
       эштәр идаралығы, ҡаланың эске эштәр идаралығы һәм Эске эштә р министрлыҡтары араһындағы ярыштарҙа еңеп сыҡты.
       Ярыш программаһы үҙенсәлекле итеп төҙөлгән ине. Башта ике
       чемпионат
       уҙҙы. Береһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының уҡыу йортта рынан килгән боксерҙар көс һынаша, икенсеһендә - республикаларҙың эске эштәр идаралығы, ҡаланың эске эштәр идаралығы һәм Эске эштәр минис трлығы хеҙмәткәрҙәре һынау тота. Ә илебеҙҙең иң көслө боксер - мили ционерҙары еңеүселәр генә осрашҡан супер ярышта асыҡланды. Финалда төп көрәш республикабыҙҙың иң көслө ике командаһы араһында барҙы.
       Турнирҙың төп ярышы һәм биҙәге тип 60 йәшкә тиклем ауырлы ҡта БР Эске эштәр министрлығы вәкиле Айҙар Ҡәҙимов менән Рус лан Вәлиев (Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик инст итуты) араһындағы көрәште әйтергә кәрәк. Ҡәҙимовтың еңеүе Ба шҡортостан Республикаһы ЭЭМ "копилкаһына" иң кәрәкле мәрәй алып килде. Һөҙөмтәлә был коллектив беренсе
       урын биләне. Өфөнөң милиция вузы вәкилдәре лә йөҙгә ҡыҙыллы ҡ килтермәне. Илебеҙҙең Эске эштәр министрлығының уҡыу йортт ары араһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты беренсе урын алды. Дөйөм
       һынауҙа улар икенсе урынға сыҡты. Ике команданың уртаҡ еңеүе Башҡорт остан Эске эштәр министрлығының бер һүҙһеҙ еңеүенә гарантия булып торҙ о. Икенсе урында Новосибирск өлкәһенең ҡала эске эштәр идаралығы, "бро нза" Краснодар крайы милиционерҙарында. Рәсәй ЭЭМ уҡыу йорттары в әкилдәре араһында беренсе урын яулаусы, һуңынан суперфиналда еңеүсе А слан Вәлиев тураһында айырым әйтеп китергә кәрәк (Өфө юридик
       институты, 57 килограмға тиклем ауырлыҡта). Әйткәндәй, мили ционерҙар ярышында иң еңел ауырлыҡ "57 кг - ға тиклем" булды . Ысынлап та, хоҡуҡ һаҡлау органдарында бәләкәй ир - аттар нимәгә кәрәк
       33 йәшлек Марсель Ғәлимов та ЭЭМ чемпионы исеме өсөн супе рфиналда еңеү яуланы. Тиҙҙән ул полицейскийҙар араһында үткән донъя б еренселегендә инде өсөнсө тапҡыр Рәсәй намыҫын һаҡлаясаҡ. Бы л юлы ярыштар Америкала уҙа.
       Өфө юридик институты вәкиле Нияз Фәйзуллинға ла ҡыйыулыҡ өсөн приз биреү дөрөҫ булыр ине. Ул Рәсәй ЭЭМ уҡыу йорттары беренселег е финалында халыҡ - ара класлы спорт мастеры Иван Михалкинды
       еңде. Илебеҙҙең иң көслө боксер - милиционер исеменә төп ярышта Нияз үтә тәжриб әле боксер Денис Сергеевҡа ҡаршы сыҡты, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе у рынға ғына дәғүә итә алды. Нияз бурысын ҡайтарасаҡ әле, тип ышанғы килә , уны юҡҡа ғына "башҡорт Кличкоһы" тип йөрөтмәйҙәр бит.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал