6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Йәшәйеше менән Батыр ул
21.04.05


       1996 йылдың ноябрь айында Өфөлә, Пархоменко урамындағы 108 - се һанлы йортта башҡорт шағиры, фронтовик Батыр Вәлид хөрм әтенә мәрмәр таҡтаташ асылды. 1960 - 69 йылдарҙа шағир ошо й ортта йәшәгән һәм ижад иткән, 53 - сө һанлы фатирҙа ул йыш ҡына бала сағын, үҫмер йылдарын иҫлә гән, тормош биттәрен барлаған.
       Батыр Вәлид (Батыр Хажиәхмәт улы Вәлидов) 1905 йылдың 20 апрелендә Баймаҡ районының Туҡтағол ауылында эшсе - шахтер ғаиләһендә донъяға килә. Йәшләй етем ҡала, байҙарға ялланып көтөү көтә, алтын п риискыларында тир түгә.
       1920 йылғы иҫәпләү буйынса Туҡтағолда 109 йортта 497 кеше
       йәшәй. Был иҫәпләүҙәрҙә Батыр Вәлидтең исеме юҡ, сөнки был ваҡытта ул Т ашлы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1923 йылда яҙмыш юлдары үҫ мерҙе В. И. Ленин исемендәге башҡорт интернат - мәктәбенә алып килә. Мәктәп йы лдарында ул әҙәбиәт менән мауыға, шиғырҙар яҙа башлай. Һуңын ан Башҡорт педагогия институтында белем ала.
       Батыр Вәлидтең исеме гәзит - журналдарҙа 1924 йылда күрен ә башлай.
       1926 - 1932 йылдарҙа шағир айырыуса абруй менән файҙалана. Бер - бер артлы китаптары баҫылып сыға башлай. Шағир үҙенсәлекле тел м енән
       хеҙмәт кешеләрен данлай, үҙенә яҡын булған шахта эшселәрене ң тормошо тураһында күп яҙа. Халыҡ яратып йырлаған "Салауат маршы", "И рәндектә" йырҙарының да авторы ул.
       Фронтта Батыр Вәлид пулеметсы була. Бәхетһеҙлек уны алда көтә. 1943 - сө йылда ул ауыр контузия ала һәм, эҙемтә булар аҡ, күҙҙәре күрмәй башлай. Әммә Батыр Вәлид эшләүен дауам ит ә, яңы әҫәрҙәр ижад итә, китаптар сығара. Улар араһында "Минең бүләгем", "Һайланма әҫәрҙәр", "Йырлайыҡ , дуҫтар", "Күңел күҙҙәре", "Ҡурай моңо", "Йылдарым минең - йырҙарым" ш иғри йыйынтыҡтары бар, бер нисә лирик поэма ла ижад итә автор.
       Батыр Вәлид 1969 йылдың 26 февралендә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал