6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Өфөлә үткән концертында Серега үҙе тураһындағы ғәйбәттәрҙе ю ҡҡа сығарҙы
21.04.05


       Иванчик ҡушаматлы авторитеттың уға бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Президент Лукашенко Серегаға сит ил машина һы бүләк итмәгән, йырсы Одессаға күсергә йыйынмай. Кисә Өфөлә үткән концертында Бела русь егете Серега үҙе тураһында таралған ошондай һәм башҡа ғ әйбәттәрҙе елгә осорҙо.
       Тап ошо хәбәрҙәр арҡаһында йырсы киң мәғлүмәт саралары вәки лдәре менән осрашыуҙан баш тартты. Хәйер, был осрашыуҙың кәр әге лә булманы инде: сығыштар араһында белорус рэпперы тамашасылар менән иркен әң гәмәләште һәм үҙе тураһында күп нимә һөйләне. Концерт майҙан ында төрлө махсус эффекттар ҙа булманы, "Черный бумер" йырын башҡарғанда сәхнә гә ялтырап торған авто ла сыҡманы. Әммә егет барыбер Өфө та машасыһын "ҡыҙҙырыуға" өлгәште - быға уның асыҡ күңеллелеге һәм мөләйемлелеге ярҙам иткәндер. Башта ярым буш "Колизео" з алы яйлап геүләп торған бейеү залында әйләнде, башта битараф
       йөҙ менән ултырыусы тамашасылар "һыуынып барған" һыраларын да уртларға онотоп, йырсыны тыңланы.
       Рәсәй хит - парадтарының юғары юлдарын биләүсе был егет яб айлығы менән алдыра. Спорт костюмдары кейгән, ПТУ студенттар ын хәтерләткән командаһы ла ялтырауыҡтар менән күҙҙе сағылды рмай, ә йырҙарының төп темаһы һәр кемгә яҡын һәм аңлашылыусан - мөхәббәт.
       Сереганың төп музыкаль йүнәлешен бер һүҙ менән генә әйтеп
       биреүе ҡыйын. Әммә шуныһы асыҡ: уны барыһы ла - попса йырсылары ла,
       рэпперҙар ҙа, "братоктар" ҙа үҙ кешеһе тип ҡабул итә. Йөкмә ткеһе буйынса уның йырҙарын "ихата" ижадына индерергә булыр ине, тап ошондай кү ңел ҡылдарын сиртеүсе йырҙарҙы халыҡ яратып тыңлай ҙа инде. Иң м өһиме - белорус ҡунағының ижадында тормошсанлыҡ һәм яҡшылыҡҡа ышаныс
       ярылып ята.
       "Ҡара бумерҙың" беҙҙең тормошҡа килеп инеп, миллиондарса кешенең һөйөүөн яулауына йыл да юҡ әле. Быға тиклем Белоруссия һәм У краинала күренергә өлгөргән Серега Рәсәйҙә бындай ҙур уңыш менән файҙ аланырын көтмәгән дә кеүек тойола. Ә инде аңлағас, ашығыс рәүештә "Че рный бумер" йырының ҡайһы бер урындарын төҙәткеләгән ( композицияның эле кке вариантын һәм бөгөнгөһөн сағыштырып ҡарағыҙ). Хәйер, бын һыҙ ҙа күптән түгел генә Петр Бусловтың "Бумер" киноһын ҡара Ран тамашасының Сереганың йырын яратып ҡабул итере аңлашыла ине инде. Бер нисә аҙна рәттән у л иң абруйлы "Русское радио" хит - парадында беренсе урында килде. Ә тыуған яғында, Белоруссияла, уға "Йыл кешеһе" исеме бирелгән!
       Шуға ҡарамаҫтан, был егет әлегә тиклем йондоҙ ауырыуын йо ҡтормаған, буғай. Өфөлә уның концертын ойоштороусылар фекеренсә, үҙенең
       мыжыҡ коллегалары менән сағыштырғанда, Серега үҙен спартандарса то тҡан.
       - Серега үҙенең командаһы менән туҡтаған "Башҡортостан" ҡу наҡханаһы тулы булыуы сәбәпле, ҡунаҡ уға ике кешелек урында йәшәргә ту ра киләсәгенә бер һүҙһеҙ ризалашты, - тип һөйләй "Радус" про дюсерҙар үҙәгенең генераль директоры Радмир Усаев. - Бик тын ыс холоҡло кеше. Уның бөгөнгө эш ритмы тураһында уйлаһаң, быға баш етмәҫлек. Бөгөн Серега Өфө лә, кисә Питерҙа сығыш яһаған, иртәгә уны Тбилисиҙа көтәләр.
       Сәләмәт тормош алып барыуы ярҙам итәлер уға, моғайын, нер вылар
       системаһының ныҡ булыуын башҡаса нимә менән аңлатаһың Сере га бокс менән мауыға - уның бирсәткәләре һәр ваҡыт үҙе менән булыуын
       раҫлаусы шаһиттар ҙа бар. Иң мөһиме, "ихата егетенә" оҡшап тороуына ҡарамаҫтан, Серега эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Тимәк, уның Өфө тамашасыларын с әләмәт тормош алып барырға саҡырыуына бик тә етди ҡарашта булырға к әрәк.
       Ә ҡыҙҙарға сер итеп кенә әйтәм, тормошта Серега телевизор ҙа күренгәндән йәшерәк һәм һомғолораҡ. Хәйер, бына уның пара метрҙары: буйы 186 сантиметр, ауырлығы 92 килограмм, тыуған йылы - 1976.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал