6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Нефтехимик" суперлигала!
20.04.05


       Хәҙер инде Башҡортостанда суперлиганың тағы бер команд аһы барлыҡҡа килде тип ышаныс менән әйтергә була. Волейбол у йынының төп дивизионында урын алыр өсөн "Нефтехимикка" Красн оярҙа "Дорожникты" бер тапҡыр булһа ла еңергә кәрәк ине - һә м Валерий Багметовтың командаһы был мәсьәләне беренсе матчта уҡ ыңғай хәл итте.
       Беҙ Салауат клубы менән бәйләнешкә индек. Ул был ваҡытта Мәскәүҙә ине, әммә беҙҙең гәзиткә интервью бирергә риза булд ы:
       - Беҙгә ҡунаҡта ошо бик көслө коллективты еңергә кәрәк ин е. Үҙебеҙҙә - Салауатта юғары лигала ул ғына беҙҙе еңә алыуы ғына ла уның көсө тураһында һөйләй. "Дорожникка" беҙҙе еңергә кәрәк ине -
       хәҙер был клуб "Энергетик" һәм "Зоркий" менән дүртенсе урын
       өсөн көс һынаша. Красноярҙа осрашыу ауыр булды, һаман да хәл инеп етмәй әле. Шулай булһа ла беҙ дүрт партияла еңеүгә өлгәштек. Ошо уҡ көндө беҙҙе эҙәрлекләү се берҙән - бер команда "Уралсвязьинформ" "Юграға" биреште һәм беҙ буй етмәҫлек лиде рҙарға әйләндек.
       Красноярҙа икенсе осрашыуҙа хужалар өҫтөнлөк алды - "Доро жник" бик ҡеүәтле хәрәкәт итте, ә минең йәрәхәт алған өс волейболсым у йында ҡатнаша алманы, бынан тыш алда булған матчтан һуң арыу
       тойғоһо ла бөтмәгәйне һәм һәр бер туп өсөн көрәшергә етди с әбәп тә булманы. Суперлигала урын кеҫәлә, әммә Салауатта Ырымбурға ҡаршы ике уйында беҙ матур волейбол күрһәтергә тырышасаҡбыҙ, көйәрмәндәр ҡәнәғәт ҡалыр тип уйлай ым.
       Хәҙер инде команданы комплектлау тураһындағы һорауҙы хәл итергә кәрәк - һуңлаһаҡ, волейболдың төп дивизионында лайыҡл ы сығыш яһай алмаясаҡбыҙ. Финанслауға килгәндә, Башҡортостан
       Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Салауатта суперлиганың үҙ командаһы булырға тейеш ти п һанай. Шуға күрә финанслау йәһәтенән проблемалар булыр тип уйламайы м: "Салауатнефтеоргсинтез" - беҙҙең төп бағыусы, һәм ул беҙҙ е ташламаҫ тип ышанам.
       Ошо уҡ ял көндәре Өфөнөң "Энергетик" волейбол клубы бик к өслө һәм бик йәш команда - "Динамо - Металлург" (Иҫке Оскол)
       менән осрашты. Ҡунаҡ командала ысынлап та бик оҫта егеттәр уйнаһа ла, өфөлөләр б ирешмәне.
       Ике уйын да оҡшаш сценарий буйынса барҙы. Тәүге ике парти яла хужалар өҫтөнлөк итте, өсөнсөһөндә улар йәш таланттарға бер аҙ биреш те, ә дүртенсе өлөштә инде "энергетиктар" барыбер еңеүгә өлг әште. Өфө клубы тренеры
       Владислав Макаров был осрашыу тураһында түбәндәгеләрҙе һөйл әне:
       - Команданың уйыны менән тулыһынса ҡәнәғәтмен тип әйтә ал майым. Бар осраҡта ла көстәрен йыйып, тигеҙ уйын алып бара алмайҙар әле . Шул уҡ Шендриков үҙенең сығышы менән бөгөн оҫта спортсы булараҡ нығ ып етмәүен күрһәтте. "Энергетик" менән "Динамо - Металлургты ң" икенсе осрашыуын "Нефтяник Башкортостана" командаһының остазы Юрий Маричев кү ҙәткән.
       - Юрий Николаевич, аҙаҡҡы Ярославль туры алдынан Куба йый ылма командаһына ҡаршы уйнаясағығыҙ асыҡландымы
       - Эйе, беҙ матч тураһында килештек. Османи Гуанторена беҙ ҙең өсөн уйнаясаҡ.
       - Ә иҫәп ниндәйерәк буласаҡ
       - Иҫәптең ниндәй булырын күҙаллайым. Беҙ бит йыйылма кома ндаға ҡаршы уйнайбыҙ! Был осрашыуҙа беҙҙең бурыс - бындай кө слө волейболсылар менән уйнағанда мөмкин тиклем күберәк тәжр ибә туплап ҡалыу.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал