6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Ирекле мөхәббәт: күҙҙәр осрашыуымы, йөрәктәрме
20.04.05


       - Мин, дөйөм алғанда, ирекле мөхәббәт яҡлы, юҡһа ғашиҡ булаһың да яфаланаһың! - Дональдтың бүлмәһенә елдәй ос оп килеп ингән ҡыҙ бер туҡтауһыҙ хәбәр һата. Һәм ҡапыл яңы дуҫының тыныс ҡына биргә н яуабына аптырап ҡатып ҡала:
       - Юҡ, һин нимә, ысынлап та һуҡырмы әллә Шаяртма мине, юҡ һа ысынлап та ышаныуым бар!
       - Юҡ, был ысын, Джил.
       Ҡыҙыҡай ҡурҡышынан сырылдап ебәрә һәм сығып ҡаса. Әммә ти ҙҙән кире әйләнә.
       - Мин белмәнем, ғәфү ит... Һин һуҡырға бөтөнләй оҡшамаған һың. Мин уларҙы таяҡ тотҡан, ҡулдарын алға һуҙған, һөмһөрө ҡойолған, уҫал тип күҙ алдына килтерә инем.
       - Эйе, беҙ шундай ҡурҡыныстар: көндөҙ өңдәребеҙҙә йәшенеп
       ултырабыҙ , ә төнөн сығабыҙ һәм кешеләрҙең ҡанын һурабыҙ!!!
       - Һин ниндәй шат күңелле! Бер ҙә һуҡырға оҡшамағанһың!
       Дөйөм алғанда, ваҡиғаларҙы хронология күҙлегенән ҡараһаң,
       барыһы ла әсә кешенең телефондан шылтыратыуынан башлана. Ул ы өгөт - нәсихәт тыңламаҫ өсөн байтаҡ ҡына телефонын алмай, һуңынан бик оҙаҡ итеп әсәһен килмәҫкә өгөтләй. "Юҡ, бөгөн тү гел, әйҙә берәр айҙан. Кем йырлайҙыр - белмәйем, күршеләргә ниндәйҙер ҡыҙ килде, юҡ, әлегә танышманым, ярар, элемтә тамам, һау бул, әсәй, МИН ҺАУ БУЛЫП ТОР, ТИНЕМ!"
       Америка драматургы Леонард Герш пьесаһы буйынса ҡуйылған "Был ирекле күбәләктәр" спектаклен өфөлөләр бер тапҡыр ғына күрмәне инде. Тик улары Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Андрей Житинкин, La, театр артист ары Дмитрий Дюжев, Дарья Фекленко, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы
       Ирина Купченко һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Семчев башҡарыуында түг ел ине. Һәм ниһайәт бындай осраҡ тура килде һәм "Ирекле мөхә бәтте" ҡарарға ҡаланың
       Мәҙәниәт һарайына тамашасылар килеп тулды.
       Халыҡты үҙ урындарына ултырышырға саҡырған өсөнсө ҡыңғыра у шылтырағанда ла Ирина Купченко һәм Александр Семчев республи каның киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән һөйләшә ине әле. Һуңғы лары һорау аша театрҙың премьера спектаклдәренә Мәскәү журналистарының биргән рецензияһын ҡабатлай.
       - Нисек итеп тәнҡитселәр премьеранан һуң спектаклгә рецен зия яҙа ала - был бит башҡа һыймай! - ти асыулы тауыш менән Купченко. - Бы л бит тәүге ҡоймаҡ, ә ул йыш ҡына уңышһыҙ булырға мөмкин. Аптырарға ла к әрәкмәй - актерҙар тулҡынлана. Үҙемдең тәүге спектаклемде хәтерләйем -
       аңлатып бирә алмаҫлыҡ тулҡынланыу кисерҙем. Театр бит кино түгел, унда дубль яһап булмай.
       - Антреприза - аҡса эшләү ысулы ғына тип һанайһығыҙмы
       - Юҡ, тик әлеге ваҡытта түгел. Сәхнәгә бары тик тейешле в аҡытыңды уйнап
       ҡайтып китер өсөн сыҡҡанда бәлки шулайҙыр. Әммә антреприза профессиональ кимәлдә ҡуйылһа, был мөмкин түгел. Үҙеңә үҙең ышанмаһаң,
       тамашасылар һиңә нисек ышанһын
       Был һүҙҙәрҙән һуң беҙгә нимә эшләргә ҡалды инде Бары тик
       спектакль башланыуын көтөргә һәм ундағы ваҡиғаларға сумырға. Һәм финал да, Дон
       (Дмитрий Дюжев) һөйгән ҡыҙын һәм үҙенә булған ышанысын юғал тып, фрак кейгән килеш, ҡулына бысаҡ алып, үлергә әҙерләнеп ваннаға тө шөп ултырғанда ғына залда ултырыуым, быларҙың барыһы ла спектакл ь ғына булыуы хәтергә төштө. Был Джилдың (Дарья Фекленко) уны Ральф
       Остинға (Александр Семчев) алмаштырыуынан һуң булды.
       Нимә ул ирек Нимә ул мөхәббәт Ул күҙҙәр осрашыуымы әллә
       йөрәктәрме Һәм тормошта нимә мөһимерәк: мөхәббәтме әллә бо йондороҡһоҙлоҡмо Егет менән ҡыҙ осраҡлы рәүештә фатирҙа күр ше тура килә. Ҡыҙ - еңел холоҡло, егет - физик етешһеҙлегенә ҡарамаҫтан, үҙенең шәхес булыуын раҫлар өсөн барыһына ла әҙер. Уларҙың мөнәсәбәте шул тиклем тиҙ үҫешә, б ер нисә сәғәт эсендә улар ярһыу мөхәббәт, осрашыу һәм айырыл ышыуҙар, көнләшеү һәм күрә алмау тойғолары кисерергә өлгөрә.
       " Иң һуҡыры - күрергә теләмәгән кеше" - спектаклдең был һ үҙҙәре Дондан бигерәк башҡа персонаждарға ҡағыла: уның әсәһе улының үҫеп е теүе һәм үҙаллы, әсәнең туҡтауһыҙ хәстәрләүенән тыш та йәшәргә һәләтл е булыуын күрергә теләмәй. Джил етди мөнәсәбәттәрҙән, үҙенә ни өсөн бы л донъяла бары еңел юл ғына һайларға тырышыуы тураһында һорау бирергә ҡурҡа. Шуға күрә вайымһыҙ Джил Тэннер ысын мөхәббәтте ялғаны нан айыра алмай, уны йөрәге менән түгел, күҙҙәре менән генә күрергә тырыша. Ә инд е Ральф Остин тураһында һөйләргә лә түгел, ул бары тик "ҡаты
       шоуҙы" ғына ҡабул итә, мөхәббәт, матурлыҡ, изгелек төшөнсәләре урынына ул "сәнғәттә лә, тормошта ла порнографияны ғына хуп күрә".
       Театр тәнҡитсеһе Жанна Филатоваға эйәреп, эйе, Дюжев һәм Фекленконың геройҙары бөтөнләй бер - береһенә оҡшамаған, тип
       ҡабатлағы килә, "улар шул тиклем төрлө һәм бер нимәгә ҡарамай, бере - береһенә юл эҙләй". "Джил эргәһендә Дон үҙгәрә, әммә Дон эргәһендә Джил да икенсегә әйләнә. Яңғыҙ улар юҡҡа сығасаҡ, бергә иһә йәшәр гә өмөттәре ҡала. Уларҙың ирекле мөхәббәте уларға бер - береһенән ирекле булмауҙарын бүләк ит те. Ә был
       тормошта иң ҡиммәтлеһе. Спектакль аҙағында Дон үҙенең яттан
       белгән бәләкәй генә фатирының өҫтөн - аҫҡа килтерә, бының менән ул рухи тыныслыҡҡа килер өсөн физик тыныслығын юҡҡа сығара тип аңларға кәрәк".
       Спектакль барышында "Бригада" фильмы фанаттары Дмитрий Дю жевты текә егет Космос булараҡ ҡына ҡабул итмәгәндер тип ышанғы ки лә. Һәр хәлдә бәхеттәренән аҡылдан яҙа яҙған йәш ҡыҙҙар үҙ г өлләмәләрен үҙҙәренең кумирҙарына ғына тапшырҙы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал